Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы
Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1917 |
Тыуған урыны | Сораман, Амангилде ауыл Советы, Учалы районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы (рус. Абдуллин Мухарям Лутфуллович) (1917 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында һуғышҡан. Өлкән сержант[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәррәм Лотфулла улы Абдуллин 1917 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Сораман ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1941 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ы Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.
Тәүге осорҙа Брянск фронтының 8-се кавалерия корпусына буйһонған 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғыша.
294-се кавалерия полкының ҡылыссыылар эскадронында взвод командиры була. 12-се тимер юлдар бригадаһының 26-сы тимер юлдарҙы тергеҙеү батальонында отделение командиры була[1][2].
Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улының батырлығы тураһындағы мәғлүмәтте командиры түбәндәге документҡа теркәп ҡуйған:
Немец оккупанттарына ҡаршы 1942 йылдың 1-11 июлендәге һуғыштарҙың иптәш Абдуллин өс алышында ла батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Натальевка ауылы янындағы тәүге һуғышта немецтар ҡулына күскән ҡоралдарыбыҙҙы һәм аттарыбыҙҙы ҡабат үҙебеҙгә ҡайтара алды.
9 июлдән 11 июлгә тиклем дауам иткән һуңғы өсөнсө алышта станковый пулемёттан ут яуҙырған дошман нөктәһен һәм 7 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итте.[3] |
.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1942)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[4][5].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Учалы районы Сораман ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Фонд 33. Опись 682524. Единица хранения 398.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Абдуллин Мухарям Лутфуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Дорога памяти. Абдуллин Мухарям Лутфуллович 2021 йыл 7 июнь архивланған.
- Память народа. Абдуллин Мухарям Лутфуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- РГБ: Они вернулись с победой. Учалинский район, т. 11, 2004 ISBN 5-295-03475-5
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Шаймуратовцы. Абдуллин Мухарям Лутфуллович
- ↑ Дорога памяти. Абдуллин Мухарям Лутфуллович 2021 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ Память народа. Абдуллин Мухарям Лутфуллович
- ↑ 4,0 4,1 РГБ: Они вернулись с победой. Учалинский район, т. 11, 2004 ISBN 5-295-03475-5
- ↑ ЦАМО. Фонд 33. Опись 682524. Единица хранения 398