Эстәлеккә күсергә

Әхмәтшин Фазылйән Әхмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтшин Фазылйән Әхмәтйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Иманғол, Учалы районы
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Әхмәтшин Фазылйән Әхмәтйән улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ефрейтор, ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Әхмәтшин Фазылйән Әхмәтйән улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Иманғол ауылында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса Орск өйәҙенең Юлалы хуторында) тыуған[1]. Ҡыҙыл Армияға Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 6 сентябрендә саҡырыла[2][3]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 45-мм батареяһы ат тотоусыһы, аҙаҡ ашнаҡсыһы булып хеҙмәт итә[1][3]. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылда ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (бер миҙалға подразделениның 1944 йылдың 10 июнендәге 25/н номерлы приказы) һәм 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 23.04.1945, подразделениның 1945 йылдың 31 майындағы 27/н номерлы бойороғо) менән бүләкләнә[1][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]