Ҡалҡан (күл)
Озеро | |
Ҡалҡан | |
---|---|
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 511 м |
Майҙаны | 1,72 км² |
Урынлашыуы | |
54°26′02″ с. ш. 59°21′25″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 12010000111112200000300 | |
Ҡалҡан Викимилектә |
Ҡалҡан — Башҡортостандың Учалы районында урынлашҡан күл. Ҡалҡан ауылы янында урынлашҡан. Күлдә ҡыҙылғанат, суртан, сабаҡ, алабуға, ҡарабалыҡ, табан балыҡтары бар.
Яйыҡ йылғаһы бассейнына ҡарай. Ҡалҡан ауылынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл өҫтө майҙаны 1,8 км², оҙонлоғо 2,6 км, уртаса киңлеге 0,6 км, уртаса тәрәнлеге 2,9 м (иң тәрән урыны —4,7 м), һыу күләме 5,1 млн м³; һыу йыйыу майҙаны 9,0 км². Тектоник күл, ордовик (серпентинлашҡан дуниттар) тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән; соҡоро һуҙылған, төбө һөҙәк, сапропель менән (ҡалынлығы 1,5—3,5 м) ҡапланған, төньяҡ өлөшөндә улаҡтары бар. Тымыҡ күл, һыу кимәле юғары булғанда шишмә ағып сыға һәм Урал й. м‑н тоташтыра. Уртаса күп йыллыҡ һыу кимәленең үҙгәреүе 0,5 м тәшкил итә. Башлыса яуым‑төшөм һыуҙары менән туйына. Һыуы сөсө, сульфатлы‑натрийлы. Күл эвтрофик. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк, аҙ беленә, көнсығышы — ҡалҡыу, көнбайышта — текә, күл эргәһендә Ҡалҡан тауы урынлашҡан. Көнсығыш өлөшөндә күлгә ярымутрау килеп инә. Күлдең тирә‑яғындағы ландшафт ҡайын‑ҡарағас урмандарынан һәм болонло далаларҙан тора. Яр буйҙарында көньяҡ ҡамышы, тар япраҡлы екән, сумған мөгөҙьяпраҡ, ябай һыу бөрсөгө һ.б. үҫә. Күлдә алабуға, ҡарабалыҡ, ҡыҙылғанат, сабаҡ, суртан, табан балыҡ, яр буйында аҡсарлаҡ, ала тумыртҡа, барҡылдаҡ, ҡурғай, кәкүк, өйрәк, ябай һандуғас йәшәй. Күлдең көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәре һаҙлыҡлы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гәрәев Ә. М. Ҡалҡан, күл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.uchaly-rb.ru/region/f_gallery/?PAGE_NAME=detail&SECTION_ID=98&ELEMENT_ID=482 фото
- http://maps.vlasenko.net/?lon=59.336434&lat=54.430262 карта
- Справочная статья на сайте «Весь Южный Урал»