Һандуғас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һандуғас
Һандуғас
Варакушка (Luscinia svecica volgae)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Мухоловковые
Ырыу: Һандуғастар
Латинса исеме
Luscinia T. Forster, 1817
ITIS 179817
NCBI 52791
Һандуғас

Һандуғас, былбыл (рус. Соловьи́, соловьи́ные) (лат. Luscinia)— турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон ғына аяҡлы, төҙөк кәүҙәле ҡош. Ерҙә йәки ағастарҙың аҫҡы ботаҡтарында йөрөйҙәр. Һайрағанда үрге ботаҡтарға күсә. Өҙлөкһөҙ ҡойроғон һелккеләй. Һырты һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡһыл һоро. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.

Тоноҡ ҡына тауышлы: «Фьюйт, тррр». Һайрауы һәр кешегә билдәле. Япрағлы һәм аралаш урмандарҙа, туғайҙарҙа, ағаслы һыу буйҙарында йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ерҙә оялай.

Ғәҙәттә, 5 бөртөк һарғылт көрән йомортҡа һала.

Салауат Юлаевтың шиғыры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һандуғас

Хандугас.jpg

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта

Һандуғас моңо.

Күктеме, ерҙеме данлай?

Кем белә уны?

Йырлаймы күктә балҡыған

Ҡояштың нурын?

Әллә айға арнағанмы

Һандуғас йырын?

Әллә арналғанмы ул йыр

Яҡты йондоҙға?

Йәйрәп ятҡан яландарға,

Хәтфә болонға?

Мин белмәйем.

«Гәлсәр һандуғас»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған республикабыҙҙағы берҙән-бер телевизион проект. Был телефестивалдең маҡсаты булып республикабыҙҙың эстрада йырсылары, йыр авторҙары араһында "иң-иң"дәрҙе билдәләү тора.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.