Баталин Юрий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баталин Юрий Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 июль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Учалы районы
Вафат булған көнө 21 июль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты
Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены медаль «За освоение недр и развитие нефтегазового комплекса Западной Сибири» «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы медаль Анании Ширакаци Дуҫлыҡ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин премияһы Премия Совета Министров СССР орден святого благоверного князя Даниила Московского III степени «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Баталин Юрий Петрович (28 июль 1927 йыл22 июль 2013 йыл) — ғалим-инженер-төҙөүсе, совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1985-1989 йылдарҙа СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Инженер академияһы һәм Халыҡ-ара инженер академияһы академигы. Техник фәндәр кандидаты (1984). Ленин (1980) һәм СССР Министрҙар Советы (1974) премиялары лауреаты, ике Ленин (1973, 1987), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1971, 1977), Дуҫлыҡ (1999) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. СССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы Милләттәр Советының Литва ССР-ынан депутаты[1]. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1986—1990).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Петрович Баталин 1927 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Ҡалҡан ауылында тыуған.

1950 йылда С. М. Киров исемендәге Урал политехник институтын «Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре буйынса тамамлай, инженер-төҙөүсе, Техник фәндәр кандидаты (1984).

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1950 йылдан «Башуглеразрезстрой» тресында эшләй: тәүҙә прораб, 1952 йылдан алып етәксе вазифаларҙа.
  • 1957 йылдан — «Башуглеразрезстрой» тресы баш инженеры.
  • 1958 йылдан — «Башнефтепромстрой» тресы баш инженеры.
  • 1962 йылдан — «Башнефтепромстрой» тресы идара итеүсеһе.
  • 1965 йылдан — «Главтюменнефтегазстрой» баш идаралығының баш инженеры, идаралыҡ башлығының беренсе урынбаҫары (баш идаралыҡ төҙөлгәндән һуң шунда уҡ баш инженер булып тәғәйенләнә).

Власть органдарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1970 йылдан алып— СССР газ сәнәғәте министры урынбаҫары.
  • 1972 йылдан — СССР нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министры урынбаҫары.
  • 1973 йылдан — СССР нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөш министрының беренсе урынбаҫары.
  • 1983 йылдың апреленән 1985 йылдың декабренә тиклем — СССР-ҙың хеҙмәт һәм социаль мәсьәләләр буйынса Дәүләт комитеты Рәйесе.
  • 1985 йылдың декабренән 1989 йылдың июненә тиклем — СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары.
  • 1986 йылдың авгусынан 1989 йылдың июненә тиклем, бер үк ваҡытта, СССР-ҙың Дәүләт төҙөлөш комитеты рәйесе. Торлаҡ төҙөлөшөнә, төҙөлөш материалдарының яңы төрҙәренә, төҙөлөштөң матди-техник базаһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүлә. Б. Н. Ельцин КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты 1-се секретары вазифаһынан киткәндән һуң уның беренсе урынбаҫары була.

Әрмәнстандағы ер тетрәү (1988), Чернобыль АЭС-ындағы авария (1986, АЭС-тың 4-се блогында саркофаг проектлау һәм төҙөү) эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.

Пенсия осоронда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 19891990 — СССР Дәүләт төҙөлөшө белгес-төҙөүселәренең квалификацияһын күтәреү институтының төҙөлөш менән идара итеү кафедраһы профессоры.
  • Һуңынан Рәсәй һәм Халыҡ-ара академия итеп үҙгәртелгән СССР Инженер академияһын ойоштороу инициаторҙарының береһе (1990), Рәсәй инженер академияһы вице-президенты (1990). 2001 йылда Рәсәй инженер академияһының Вице-Президенты итеп яңынан һайлана. Рәсәй инженер академияһы президиумы ағзаһы[2].
  • 1995 йылдан алып, бер үк ваҡытта, «Стройтрансгаз» ААЙ Президентының өлкән кәңәшсеһе.
  • 2002 йылдың майынан — Рәсәй нефть газ төҙөүселәр Союзы (РОССНГС) Президенты. Нефть газ төҙөлөш ветерандары Фондының попечителлек советы рәйесе урынбаҫары.

2013 йылдың 22 июлендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Магистраль торба үткәргестәр төҙөүҙе ойоштороу. М., 1980;
  • Нефть һәм газ сәнәғәте объекттары төҙөлөшөн индустриялаштырыу. М., 1985;
  • Төҙөлөштөң комплектлы-блоклы ысулдары буйынса белешмә. М., 1986.

Мәҡәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Что может дать шельф арктических морей для развития экономики России Тармаҡ-ара альманах «Деловая слава России» № 5, 2008 й.
  •  Что может дать шельф арктических морей для развития экономики России (теманың дауамы) Тармаҡ-ара альманах «Деловая слава России» № 5, 2008 й.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва
  2. Российская инженерная академия 2017 йыл 6 сентябрь архивланған.
  3. Указ Президента РФ от 20.10.1999 N 1403 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
  4. Распоряжение Правительства РФ от 24.07.1997 N 1036-р «О награждении Почетной грамотой Правительства Российской Федерации Баталина Ю. П.»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]