Уралтау
Уралтау | |
Тау һырты | Урал тауҙары |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1068 метр һәм 794 метр |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Метаморфик тау тоҡомдары |
Эра | каменноугольный период[d] |
Оҙонлоҡ | 290 km |
Уралтау[2][3][4] (башҡ. Урал + тау) — Көньяҡ Уралдағы иң оҙон һырттарҙың береһе. Көньяҡ Уралда — Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә төп һыу бүлеүсе һырт[5]. .
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был тау Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары һәм Силәбе өлкәһе аша 290 км оҙонлоҡҡа һуҙылған. Һыртының киңлеге үҙәк өлөштә 10 — 20 км. Һырттың бейеклеге Уралдың көнбайыш һырттары менән сағыштырғанда ҙур түгел һәм уртаса 1000 метрҙан артмай.
Уралтау һыртының иң бейек түбәһе — Башҡортостандың Белорет районындағы Әрүәк-рәз тауы (1068 м)[6], уның атамаһы тауҙың итәгенән ағып сыҡҡан Әрүәк һәм Рәз йылғалары исемдәренән ҡушылып барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ бейеклеге 1000 метрҙан ашҡан тауҙар — Ишәмбәт (1013 м) һәм Ҡурташ (1019 м)
Уралтау — Көньяҡ Урал йылғаларының төп һыу бүлеүсеһе, көнсығышҡа табан аҡҡандары — Яйыҡ йылғаһына һәм көнбайышҡа аҡҡандары Ағиҙел йылғаһына килеп ҡушыла, ә уныһы үҙ нәүбәтендә Чулманға (Камаға) ағып төшә[7].
Уралтауҙың тоҡом составы көнбайыш тауҙар составынан (мәҫәлән, Әүәләк, Ирәмәл һ.б.) шаҡтай айырылып тора. Тау нигеҙҙә метаморфик сланецтарҙан һәм кварциттарҙан тора, структураһы бөтә оҙонлоғонда даими. Тектоник яҡтан ул Уралтау антиклинорийы булып тора. Рельефы — тәпәш һәм уртаса бейеклектәге ҡалҡыулыҡтарҙан, талғын күтрелеп бейегәйгән түбәле тауҙарҙан ғибәрәт. Тау баштарында денудацион ҡая таштар ҡалдыҡтары — останецтар ҡалҡып сыҡҡан.
Тауҙарҙа вертикаль дифференциация күренеше һиҙелә. Һырттың төньяҡ, бейек өлөшөн аҡһыл-ылыҫлы ҡатнаш урмандар ҡаплаған . Үҙәк өлөшө ҡарағай һәм ҡайын урмандары менән айырылып тора, тупраҡтары көлһыу һәм һоро. Көньяҡта, тауҙың түбәнәйгән һәм тигеҙләнгән өлөшөндә, һоро урман тупраҡтарында ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары өҫтөнлөк итә[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Уральский хребет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Орография Российской империи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ А. В. Сидоренко. Геология СССР. Том 12, часть 1, книга 2, М.: Недра, 1969 г. 311 стр. С. 210. (переиздание 2012 г.: ISBN 978-5-458-52059-1)
- ↑ Уралтау// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978
- ↑ Башкирская энциклопедия — АРВЯКРЯЗЬ, горная вершина (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
- ↑ Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 1. Кама / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 324 с.
- ↑ Хребет Уралтау 2020 йыл 27 сентябрь архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матвеев А. К. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. 2-е изд., перераб. и доп.— Челябинск: Юж.-Урал. кн. изд-во, 1990.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уралтау // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Уралтау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)