Эстәлеккә күсергә

Кама

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кама (йылға) битенән йүнәлтелде)
Кама
удм. Кам
Пермдә автомобиль күпере
Пермдә автомобиль күпере
Характеристика
Оҙонлоғо 1805 км
Бассейн 507 000 км²
Һыу сығымы 4100 м³/с (Чистай)
Һыу ағымы
Инеше Үрге Сулман ҡалҡыулығы
 · Урынлашыуы Кулига ауылы, Кез районы, Удмурт Республикаһы
 · Бейеклеге 335 м
 · Координаталар 58°11′42″ с. ш. 53°45′15″ в. д.HGЯO
Тамағы Куйбышев һыуһаҡлағысы
 · Бейеклеге 36 м
 · Координаталар 55°21′50″ с. ш. 49°59′52″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,11 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Удмурт Республикаһы, Киров өлкәһе, Пермь крайы, Башҡортостан, Татарстан
РДҺР 10010100112111100000016
Кама (Волга буйы федераль округы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Кама Викимилектә

Кама (шулай уҡ Сулман, Иҙел, Сулман Иҙел[1]; удм. Кам) — Волга йылғаһының һул ҡушылдығы.

Кама бассейны

Кама — Волга йылғаһының һул ҡушылдығы. Үрге Сулман ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә Удмурт Республикаһы Кулига ауылы эргәһендә башлана. Киров өлкәһе буйлап көньяҡтан төньяҡҡа, Порыш һәм Пильва йылғалар тамаҡтары араһынан көнбайыштан көнсығышҡа, артабан Пермь крайы буйлап көньяҡҡа, Башҡортостан Республикаһы һәм Удмурт Республикаһы сиктәре буйлап көньяҡ‑көнбайышҡа табан, түбәнге ағымында Татарстан буйлап аға. Волга]] йылғаһына (тамағынан 1804 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 1805 км, бассейны майҙаны 507 мең км². Башҡортостан Республикаһында оҙонлоғо 36 км. Был арауыҡта ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы менән туйына. Йыллыҡ аҡманың 62,6 %‑ы яҙғы (апрель—май), 28,3 %‑ы йәйге‑көҙгө (июль—ноябрь), 9,1 %‑ы ҡышҡы (декабрь—март) осорҙарға тура килә. Ағиҙел йылғаһы тамағынан өҫтәрәк уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1660 м³/с. Бассейн рельефы тигеҙлек, үҙәне тәпәш эрозиялы‑аккумулятив киртләсле, неоген балсыҡтарынан, ҡомдарынан, ҡырсынташтарынан тора. Ландшафы урман һоро тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы һаҙлы болондарҙан, һыубаҫар һәм һаҙ тупрағындағы ҡыуаҡлыҡтарҙан тора.

Беүә, Ҡайынлыҡ, Ағиҙел, Ыҡ һ.б.

  1. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С.23.