Шоңҡар
Шоңҡар | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Falco rusticolus Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003620 |
Шоңҡар (лат. Falco rusticolus, (рус.) Кречет) — ыласын һымаҡтар отрядындағы, ыласындар ғаиләһендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡоштоң өс исеме бар: шоңҡар — ата ҡош, әтәлге — инә ҡош, тойғон — аҡ төҫтәгеһе. Ҡарғанан байтаҡ ҙур. Тойғондоң дөйөм төҫө аҡ; һырты уҡ башағы һымаҡ, ә ҡарһаҡ яғы буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Аяҡтары һары. Башҡа ыласындарҙан ҙурлығы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйяҡ-ҡыйяҡ-ҡыйяҡ».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая таштар, урмандың төньяҡ сигендәге айырым ағастар араһында, тундрала йәшәй. Асыҡ урындарҙа ҡош-ҡортҡа һунар итә. һирәк кенә ваҡ йәнлектәрҙе аулай. Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Башҡортостанға көҙ һәм ҡыш ваҡыттарына килә. Башҡортостанда оя ҡормай. Элек һунарға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
- Башҡортостан. 3 сентябрь 2013 й. № 173 (26523)