Ғисмәтуллин Абдулла Төхвәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғисмәтуллин Абдулла Төхфәтулла улы
Тыуған көнө

14 март 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Ҡостанай

Вафат булған көнө

10 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (55 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғисмәтуллин Абдулла (Ғабдулла) Төхфәтулла улы (14 март 1883 йыл — 10 июнь 1938 йыл) — ғалим, совет дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан халыҡ мәғәрифы комиссары, Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1883 йылда Ҡаҙағстандың Ҡостанай ҡалаһында тыуған. Атаһы башҡорт, әсәһе ҡырғыҙ милләтенән. Атаһы яғынан олотаһы, ата-әсәһе мәғрифәтселәр.

Биш йыллыҡ мосолман мәктәбен, ике йыллыҡ дәүләт мәктәбен, дүрт йыллыҡ юридик факультетты тамамлаған. Башҡорт, татар, рус, ғәрәп, төрөк, һарт телдәрен яҡшы белгән.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдан һуң Абдулла Төхфәтулла улының эшмәкәрлеге большевиктарҙың идара ойошмалыр менән бәйле икәне, 1920 йылдан РКП (б) ағзаһы булыуы билдәле. Совет Рәсәйе хөкүмәтенең Халыҡ мәғәрифы комиссариатында музыка бүлеге мөдире, Төркөстан-Башҡорт дивизияһында журналист, Шәреҡ институты ректоры, Милләт эштәре буйынса Халыҡ комиссариатының ғилми хеҙмәткәре. Һуңғы урында Иосиф Сталин бергә эшләгән.

1924 йылдан Ғисмәтуллин Башҡорт АССР-ы Госпланы рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. 1926—1928 йылдарҙа Халыҡ мәғәрифе буйынса Халыҡ комиссары. 1929 йылдың йәйенән Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Башҡортостанда 1937 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороусы.

Сәйәси ҡорбандар исемлегендә «Башпищепром»дың бүлек етәксеһе итеп күрһәтелгән, әммә архивтағы шәхси анкеталар буйынса был мәғлүмәт раҫланмай.

Сәйәси репрессия ҡорбаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылдың 27 февралендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Пленумы репрессияларҙы киң күләмдә башлап ебәрәргә фатиха биреүсе ҡарар ҡабул итә. Ғисмәтуллин, беренсе ҡулға алыныусылар исемлегендә булып, 28 февраль — 1 март төнөндә ҡулға алына.

1938 йылдың 10 июнендә 58-се статья буйынса юғары язаға хөкөм ителә һәм шул уҡ көндә атыла. «Харбинда (Ҡытай) урынлашҡан аҡ эмигранттар милли үҙәге менән бәйләнештә булыуҙа», «сит ил разведкаларын шпион материалдары менән тәьмин итеүҙә», «контрреволюцион милли ойошма ағзаһы булыҙә» ғәйепләнә.

1957 йылдың 22 авгусында СССР Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан 1938 йылғы нахаҡ ҡарар ғәмәлдән сығарыла.

Ғәиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны Зәйнәб биш йылға хөкөм ителә. Ҡыҙы Нәиләнең, улы Надирҙың яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 50 лет Советской государственной статистике /Информационный бюллетень № 3 (9). — Уфа, 1968. — 127 с.
  • Архив Управления ФСБ РФ по РБ, материалы из архивного уголовного дела Д. № В-3880.
  • Государственный архив общественных организаций Республики Башкортостан. Ф. 365. Оп.20. Д.75.
  • Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 2. — Уфа: Китап, 1999. — 528 c.
  • Красовицкая Т. Ю. Модернизация России: Нац.-культ. политика 20-х гг. / РАН. Ин-т рос. истории. — М., 1998. — 414 с.
  • Статистика Республики Башкортостан. Исторический сборник. — Уфа: Государственный комитет Республики Башкортостан по статистике, 2003. — 152 с.
  • Хайрутдинов А. Г. Наследие Муса Джаруллаха Бигиева. Сборник документов и материалов. Ч.1. — Казань: Иман, 2000. 71 с. — Интернет ресурс
  • Энциклопедия Татарстана. Гисматуллин Абдулла Тухфатуллович.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]