Эстәлеккә күсергә

Кузеев Искәндәр Рөстәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кузеев Искәндәр Рөстәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 март 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Кузеев Искәндәр Рөстәм улы (14 март 1950 йыл) — инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының (2009), Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты[1] , 1989 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының (ӨДНТУ) «Технологик машиналар һәм ҡорамалдар» кафедраһы мөдире (2009 йылға тиклем кафедра «Химия производстволары машиналары һәм аппараттары» тип аталған) (2014 йылға тиклем).

Искәндәр Рөстәм улы Кузеев 1950 йылдың 14 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. 1967 йылда Өфөнөң 91-се мәктәбен тамамлай. 1972 йылда Өфө нефть институтын «Химия производстволары машиналары һәм аппараттары» һөнәре буйынса тамамлай һәм «инженер-механик» квалификацияһын ала. 1977 йылда Өфө нефть институтының аспирантураһын тамамлай. 1987 йылда техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, 05.17.07 «Химическая технология топлива и газа» , 05.04.09 «Нефть эшкәртеү һәм химия производстволары машиналары һәм агрегаттары» һөнәрҙәре буйынса «Совершенствование технологии и повышение долговечности реакционных аппаратов термодеструктивных процессов переработки углеводородного сырья» темаһына диссертация яҡлай.

Рәсәй Федерацияһы Технологик фәндәр академияһының БР-ҙағы бүлексәһе вице-президенты (1994), БР ФА техник фәндәр бүлегенең академик-секретары урынбаҫары (1995).

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Нефть һәм газ проблемалары буйынса юғары аттестация комиссияһының эксперт советы ағзаһы.

Өфөлә ӨДНТУ ҡарамағында Д212.289.05 диссертация советы ағзаһы.

Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты эргәһендәге Д002.0803 диссертация советы ағзаһы

Юғары уҡыу йорттарының «Нефть и газ», «Научный журнал российского газового общества» журналдарының редакция коллегияһы ағзаһы. «Мировое сообщество: проблемы и пути решения» ғилми хеҙмәттәр йыйынтығының баш мөхәррире.

Сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә юғары категориялы эксперт.

И.Р. Кузеевтың ғаиләһе: — атаһы, СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, профессор — Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы; ағаһы, СССР һәм Рәсәй тарихсыһы һәм этнографы — Кузеев Рәил Ғүмәр улы.

И.Р. Кузеев тарафынан «Нефть-газ технологиялары ҡорамалдарының сифатын күтәреү һәм файҙаланыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү» фәнни мәктәбе асыла.

Кузеев И.Р. «ПЕГАЗ» ғилми-тикшеренеү институты яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең фән буйынса директоры[2]

И.Р. Кузеев тарафынан 13 фән докторы, 85 фән кандидаты әҙерләнгән.

Баҫылып сыҡҡан: 709 мәҡәлә, патент, монография, уҡыу әсбабы, конференцияларҙа доклад тезистары. Кузеев И. Р. етәкселегендә коллектив донъя практикаһында тәүге тапҡыр ҡорос һәм суйында фуллерен формаһында углерод барлығын иҫбатлай.

Тәүге тапҡыр парамагнит берләшмәләренең баҫҡыслы структураланыу механизмы буйынса таш күмер һәм нефть пектары тибындағы аморф матдәләрҙә квазикристаллик структуралар барлыҡҡа килеү мөмкинлеге күрһәтелә.

Кузеев И.Р. кокс, пек һәм битумдар алыу маҡсатында ауыр нефть продукттары термолизы ваҡытында барлыҡҡа килгән иерархик яҡтан бәйле структураларҙы тасуирлауға фракталь ҡараш тураһында тәҡдим индерә. Нефть эшкәртеүҙең ауыр йөклө аппараттарының конструкцияларында боҙолоуҙың йыйыу механизмын аса, цикллы термо-көс йөкләмәһе йоғонтоһонда булған тышлыҡ конструкцияларының сыҙамлылығын иҫәпләү методикаһын төҙөй. Уның етәкселегендә нефть заводы ҡорамалдарын техник диагностикалау үҙәктәренең береһе ойошторола. Тикшеренеү һөҙөмтәләре «Башнефтехим» акционерҙар компанияһында, «Лукойл» акционерҙар йәмғиәтендә, «Пермьнефтеоргсинтез» акционерҙар йәмғиәтендә, Волгоград нефть эшкәртеү заводында файҙаланыла. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 33 уйлап табыу авторы[3]

  • Kuzeev I.R., Sharafiev R.G., Abyzgildin Yu.M., Kretinin M.V. Cristallization of petroleum carbon on metal surface.- Khimiya I Technologiya Topliv I masel, № 1,pp.27-28,1984.
  • Кузеев И. Р. «Совершенствование технологии и повышение долговечности реакционных аппаратов термодеструктивных процессов переработки углеводородного сырья» .- Диссертация на соискание ученой степени доктора технических наук.- Уфа, 1987.
  • Кузеев И. Р., Абызгильдин Ю. М. Спирали пеков.- Наука и жизнь, 1989, № 5, с. 151.
  • Кузеев И. Р., Самигуллин Г. Х., Куликов Д. В., Закирничная М. М., Мекалова Н. В. Сложные системы в природе и технике.- Уфа: Изд-во УГНТУ, 1997.- 227с.
  • Кузеев И. Р., Закирничная М. М. Идентификация фуллеренов, выделенных из структуры углеродистых сплавов на основе железа[4].- Х1V Уральская школа металловедов — термистов «Фундаментальные проблемы физического металловедения перспективных материалов».- Ижевск: Изд-во УРО РАН, 1998, с.206.
  • Иванова В. С., Козицкий Д. В., Кузеев И. Р., Закирничная М. М. О самоподобии фуллеренов, образующихся в структурах продуктов термического испарения графита, шунгита и высокоуглеродистой стали.- Перспективные материалы, 1998, № 1, с.5-15.
  • Иванова В. С., Козицкий Д. В., Кузеев И. Р., Закирничная М. М. Фуллерены в чугуне.- Материаловедение, , 1998, № 2, с.5-4.
  • Кузеев И. Р., Закирничная М. М., Годовский Д. А. Образование фуллеренов в структуре чугунов при первичной кристаллизации и доменном процессе.- Тезисы докладов первого междисциплинарного семинара "Фракталы и прикладная синергетика.- М., 1999, с.187-189.
  • Кузеев И. Р., Закирничная М. М., Ткаченко О. И. Распределение фуллеренов по зонам сварного соединения.- Сварочное производство, 1999, № 11, с. 23-24.
  • Кузеев И. Р. Закирничная М. М., Самигуллин Г. Х., Мекалова Н. В. Фуллеренная модель высокоуглеродистых сплавов на основе железа.- Изв. РАН, "Металлы, 1999, № 1, с.74-77.
  • Zakirnichnaya M.M., Kuzeev I.R., Godovski D.A., Tkachenko O.I. Stady of Fullerens in Iron-Carbon Alloys — 4-th Bennial International Workshop in Russia « Fullerens and atomic clasters» St.Petersburg, Russia, 1999, p. 208.
  • Кузеев И. Р., Закирничная М. М., Ткаченко О. И., Годовский Д. А. Условия образования фуллеренов в углеродистых сплавах на основе железа.- Башкирский химический журнал, 2000, т.7, № 5, с.94-96.
  • Закирничная М. М., Кузеев И. Р. Корнилов В. М., Лачинов А. Н. Миграция и образование фуллереновых структур на различных стадиях получения железо-углеродистых сплавов.-Геология. 2001, № 6, с.39-49.
  • Кузеев И. Р., Закирничная М. М., Ткаченко О. И. Образование фуллеренов в процессе диффузии углерода в структуру стали.- Изв. ВУЗов «Нефть и газ», 2001,№ 2, с.112-119.
  1. Башкирская энциклопедия. 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  2. Regionoff. Научно-технический совет (НТС) | ПЕГАЗ – технологическая инжиниринговая компания. НИПИ «ПЕГАЗ» – технологическая инжиниринговая компания. Дата обращения: 17 август 2019.
  3. Академия Наук Республики Башкортостан - Кузеев Искандер Рустемович. www.anrb.ru. Дата обращения: 17 август 2019.
  4. Идентификации фуллеренов в структуре железоуглеродистых сплавов. Статья научная (@nanobuild) - Readera.ru. readera.org. Дата обращения: 28 август 2019.