Лежнёв Анатолий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лежнёв Анатолий Петрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1888
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Тамбовская губерния[d], Борисоглебский уезд[d], Сукмановка[d]
Вафат булған көнө 1956
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө рәссам

Лежнёв Анатолий Петрович (1888—1956) — совет рәссамы һәм педагогы. Башҡортостан профессиональ һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1937 йылдан алып рәссамдар союзының ағзаһы. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лежнёв 1888 йылда Тамбов губернаһының Борисоглеб өйәҙендә Суҡман ауылында (хәҙер Воронеж өлкәһе Жердев районы) тыуған. Ғаилә Башҡортостанға 1897 йылда күсеп килә.

1905 йылда Лежнёв өйләнә һәм рәссам булараҡ эшләй башлай. Пейзаждар яҙа, портреттар төшөрә, ауыл сиркәүҙәре өсөн биҙәктәр яһай, фотографтар өсөн декорациялар эшләй. Ҡатынының танышы Гутон уны В. И. Суриков менән таныштыра.

1911—1913 йылдарҙа Суриков кәңәше менән Мәскәүҙә В. Н. Мешковтың шәхси художество мәктәбендә уҡый. 1913 йылда Өфөгә килгәс үҙаллы эшләй башлай.

Өфө ҡалаһында «Сәнғәт һөйөүселәр йәмғиәтенең» әүҙем ағзаһы. Тимер юлсылар клубы янындағы сәнғәт студияһы менән етәкселек итә (1919 йылдан 1926 йылға тиклем). 1926 йылдан, сәнғәт техникумы ойошторолғандан алып 1947 йылға тиклем художество бүлегендә уҡыта. Революцион Рәсәй рәссамдар ассоциацияһының ағзаһы (1926—1932), Башҡорт рәссамдар союзы идаралығының беренсе рәисе (1926—1932).

Һуғыш ваҡытында Өфөлә йәшәгән Анатолий Петровичҡа Лежнёвтың һеңлеһе Тамара Нечаева эвакуациялана. Ул уның профессиональ рәссам булып китеүенә булышлыҡ итә.

1947 йылдан һуң һуҡырая, әммә эшләүен дауам итә. 1956 йылда вафат була.

Картиналары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң билдәле әҫәрҙәре башҡорт халҡының легендар батыры Салауат Юлаевҡа бағышланған. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында уның 1911 йылдан алып 1947 йылға тиклем ижад иткән 127 эше һаҡлана. Картиналары шулай уҡ шәхси йыйылмаларҙа ла бар.

Уның иң билдәле эштәре: «Юлияның портреты», «Яулыҡ ябынған ҡыҙ», «Әсә портреты» (1918), «Интерьер», «Дубки», «Иҫке ҡәлғә» (1919), «Күк шәүләләр», «Степан Разин» картинаһына эскиз, «Пугачевсылар тарафынан Өфөнө штурмлау» (1928), «Салауаттың тотолоуы» (1930), «Чик Зарубинды язалау»(1930), «Салауаттың Михельсон авангарды менән алышы» (1939), «Салауаттан һорау» алыу картинаһына эскиз (1946), «Салауат отрядының Пугачев отряды менән осрашыуы» (1949.)

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Сәнғәт һөйөүселәр йәмғиәте» ағзаларының күргәҙмәһе, Өфө, 1914—1918 йылдар
  • 1929, Калифорния, АҠШ
  • М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында шәхси күргәҙмә—1939 й.
  • Революцион Рәсәй рәссамдар ассоциацияһының республика күргәҙмәләре, 926—1931.
  • Башҡорт рәссамдәр союзының республика күргәҙмәләре, Өфө, 1937—1954.
  • Өлкә-ара сәнғәт күргәҙмәһе, Ҡазан, 1947.
  • Башҡорт АССР-ы рәссамдарының ун көнлөгө күргәҙмәһе, Мәскәү, 1955.
  • «Сәнғәт юлы» рәсемдәр һәм һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1927.
  • СССР халыҡтары сәнғәтенең юбилей күргәҙмәһе, Мәскәү, 1927.
  • «РСФСР-ҙың өлкән быуын рәссамдары» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1940
  • Үлгәндән һуңғы шәхси күргәҙмәләре, Өфө, 1956

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «АКТУАЛЬНЫЕ ВОПРОСЫ СОВРЕМЕННОЙ ПСИХОЛОГИИ И ПЕДАГОГИКИ» Изд.центр «Гравис» Липецк, 2011, УДК 159.9:37(З. М. Гафарова. Анатолий Петрович Лежнёв — основоположник педагогической системы художников-педагогов Башкирии начала XX века)
  • Лазарев С. Е. Образ Степана Разина в изобразительном искусстве // Преподавание истории в школе. 2016. № 8. С. 29-34.
  • БСЭ т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энцикло­педия», Москва, 1970.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 6, 10, 11. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Э. П. Фенина: Башкирский Государственный художественный музей им. Нестерова. Путеводитель. Башкирское книжное изд., Уфа, 1974
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразитель­ное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Мос­ква, 1974.
  • В. Теребилова: Буклет «А. Лежнёв». Башкирское книжное изд, Уфа, 1974.
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]