Хань (халыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡытайҙар
Sunyatsen1.jpgQinshihuang.jpgYao Ming Interview.jpg
Konfuzius-1770.jpgLao Tzu - Project Gutenberg eText 15250.jpg
Bruce Lee Stencil.jpgCao Xueqin.JPGLiu Bang.jpg
Jackie Chan Cannes 2012.jpgXi Jinping Sept. 19, 2012.jpg
Сунь ЯтсенЦинь ШихуандиЯо Мин
Мао ЦзэдунКонфуцийЛао-цзы
Брюс ЛиЦао СюэциньЛю Бан
Джеки ЧанСи Цзиньпин
Үҙ атамаһы

Хань
漢族 йәки 汉族

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: &&&&&01310158851.&&&&&01 310 158 851
Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР: &&&&&01207542000.&&&&&01 207 542 000[1]
Ҡытай РеспубликаһыТайвань:      &&&&&&&022575365.&&&&&022 575 365[2]
ГонконгГонконг:      &&&&&&&&06593000.&&&&&06 593 000[3]
Макао Макао:      &&&&&&&&&0434000.&&&&&0434 000[4]
Индонезия Индонезия:      &&&&&&&&07566000.&&&&&07 566 000[5]
Таиланд Таиланд:      &&&&&&&&07053000.&&&&&07 053 000[5]
Малайзия Малайзия:      &&&&&&&&06591000.&&&&&06 591 000[6]
Сингапур Сингапур:      &&&&&&&&03685000.&&&&&03 685 000[7]
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ:      &&&&&&&&03376000.&&&&&03 376 000[5]
Канада Канада:      &&&&&&&&01612000.&&&&&01 612 000[5]
Перу Перу:      &&&&&&&&01300000.&&&&&01 300 000[5]
Вьетнам Вьетнам:      &&&&&&&&01264000.&&&&&01 264 000[5]
Филиппин Филиппин:     &&&&&&&&01146000.&&&&&01 146 000[5]
Мьянма Мьянма:      &&&&&&&&01101000.&&&&&01 101 000[5]
Япония Япония:      &&&&&&&&&0655000.&&&&&0655 000[5]
Австралия Австралия:      &&&&&&&&&0615000.&&&&&0615 000[5]
Камбоджа Камбоджа:      &&&&&&&&&0344000.&&&&&0344 000[5]
Бөйөк Британия Бөйөк Британия:      &&&&&&&&&0297000.&&&&&0297 000[5]
Рәсәй Рәсәй:      0Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән һан.Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән һан235 000[8]
Франция Франция:      &&&&&&&&&0231000.&&&&&0231 000[5]
Италия Италия:      &&&&&&&&&0210000.&&&&&0210 000[9]
Яңы Зеландия Яңы Зеландия:      &&&&&&&&&0205000.&&&&&0205 000[10]
Һиндостан Һиндостан:      &&&&&&&&&0189000.&&&&&0189 000[5]
Лаос Лаос:      &&&&&&&&&0186000.&&&&&0186 000[5]
Бразилия Бразилия:      &&&&&&&&&0152000.&&&&&0152 000[5]
Испания Испания:      &&&&&&&&&0148000.&&&&&0148 000[5]
Нидерланд Нидерланд:      &&&&&&&&&0145000.&&&&&0145 000[5]
Корея Республикаһы Корея Республикаһы:      &&&&&&&&&0138000.&&&&&0138 000[11]

Тел

ҡытай теле

Дин

иң таралған диндәр — буддизм (махаяна), конфуцианлыҡ һәм даосизм. Шулай уҡ бик аҙ нисбәттә христиандар һәм мосолмандар бар.

Раса тибы

монголоид

Хань (ҡытайса: 漢族, ябай: 汉族, пиньин телендә: hànzú, палл.: ханьцзу, шулай уҡ ғәҙәти (ҡытайса: 漢人, ябай: 汉人, пиньин телендә: hànrén, палл.: ханьжэнь или ха́ньцы; шулай уҡ дөйөм ҡытайҙар) — син-тибет тел ғаиләһенә ҡараған этник төркөм. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар араһында һан яғынан беренсе урында тора (дөйөм халыҡтың 19 процентын тәшкил итә). Ҡытайҙың (92 %) һәм ҠХР-ҙың махсус административ райондары булған Гонконгтың (95 %) менән Макаоның (96 %), шулай уҡ Ҡытай Республикаһы (98 %) менән Сингапурҙың (76,8 %) иң күп халҡы булып иҫәпләнә. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, урыҫ телендә һәм уның һүҙҙәрен үҙләштергән башҡа телдәрҙә «хань» атамаһы ҡытайҙарға ҡарата ҡулланыла, шул уҡ ваҡытта «ҡытайҙар» тип Ҡытайҙың барлыҡ халҡы ла аталып йөрөтөлә.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хань» һүҙенең башы Цин династияһына алмашҡа килгән һәм бөтөн Ҡытайҙы берләштергән Хань династияһынан килә. Үҙ сиратында был династия атамаһы Ҡытайҙың үҙәк өлөшөндәге Ханьшуй йылғаһының исеменән алынған: Хань династияһына нигеҙ һалыусылар нәҡ шунда йәшәгән.

Цин һәм Хань династиялары хакимлек иткән осорҙа Ҡытай биләмәләрендә көн күргән ҡәбиләләр үҙҙәрен берҙәм халыҡ итеп тоя башлай. Бынан тыш, Хань империяһы дәүере Боронғо Ҡытай мәҙәниәте (цивилизацияһы) үҫешенең иң юғары нөктәһе булып иҫәпләнә. Нәҡ ошо ваҡытта Ҡытайҙың йоғонтоһо (абруйы) Үҙәк һәм Төньяҡ Көнсығыш Азияға тарала, ә майҙан ҙурлығы һәм халыҡ һаны буйынса ул Рим империяһына тиңләшә.

«Ҡытай» һүҙенең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡытай» һүҙе менән тәү башта бөгөнгө ҠХР-ҙың төньяҡ сиктәрендә йәшәгән күсмә монгол ҡәбиләләре вәкилдәрен — кидандарҙы — атап йөрөткәндәр. Нәҡ ошо атаманан урыҫсаға хәҙерге «ҡытай» һүҙе килеп ингән. Урыҫ һәм унан үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ҡулланыусы башҡа телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә «ҡытай» һәм уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән башҡа шул уҡ мәғәнәләге һүҙҙәр, мәҫәлән «нимес» һәм «немец» кеүек экзоэтноним — был исем менән аталған халыҡ үҙҙәренә ҡарата был һүҙҙе ҡулланмаһа ла, башҡалар уларҙы шул атама менән йөрөтә. Был ҡытайҙарҙың үҙ-үҙенә биргән «хань» исеме (эндоэтноним) менән тап килмәй. Шул уҡ ваҡытта махсус әҙәбиәттә мәғлүмәтте аныҡлау маҡсатында был дәүләт халҡына ҡарата нәҡ хань атамаһы ҡулланыла.

Халыҡтың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хань халҡы тарихы дөйөм Ҡытай тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Уларҙың ата-бабаларыилдең төньяҡ өлөшөндәге Хуанхэ йылғаһы буйҙарында йәшәгән. Ҡытай тарихнамәсеһе Сыма Цянь яҙмаларында («Ши-цзи») хань ырыуының легендар башлығы Һары императорҙың хакимлек итеү осорон б.э.т. 2698 — 2599 йылдар тип билдәләй. Был дәүерҙе тикшереү яҙма тарихи сығанаҡтар юҡлыҡтан бигүк еңел булмаһа ла, архелологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә Хуанхэнең урта ағымында таш быуаттаң һүңғы осоро неолитҡа ҡараған Луншань, Цюйцзялин, Яншао һәм ҡайһы бер башҡа мәҙәниәттәр табылды.

Тәүге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Империялар осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сит илдәрҙә йәшәүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сит илдәрҙә яҡыса 35 миллион хань халҡы, шуларҙың 30 миллионы тиерлек — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла йәшәй. Тайвань илен иҫәпләмәйенсә, Сингапурҙа ханьдәрҙең иң ҙур общинаһы тупланған — 3,4 млн кеше, был ил халҡының 77 % тәшкил итә. Ханьдәрҙең оббщиналары шулай уҡ Таиландта, Индонезияла, Малайзияла, Вьетнамда һәм Филиппинда бар.

Ҡитға/Дәүләт Иҫәбе Илдәге өлөшө Хуацяоның дөйөм иҫәбенән өлөшө
Азия &&&&&&&028800000.&&&&&028 800 000 (1998) 81 %
Камбоджа &&&&&&&&&0150000.&&&&&0150 000 (2003) 1.2 %
Индонезия &&&&&&&&07300000.&&&&&07 300 000 (2003) 3.1 %
Япония &&&&&&&&&0175000.&&&&&0175 000 (2003) 0.1 %
Төньяҡ Корея &&&&&&&&&&050000.&&&&&050 000 (2003) 0.2 %
Көньяҡ Корея &&&&&&&&&0100000.&&&&&0100 000 (2003) 0.2 %
Лаос &&&&&&&&&&050000.&&&&&050 000 (2003) 1 %
Малайзия &&&&&&&&07000000.&&&&&07 000 000 (2004) 30 %
Мьянма &&&&&&&&01300000.&&&&&01 300 000 (2003) 3 %
Филиппин &&&&&&&&01500000.&&&&&01 500 000 2 %
Сингапур &&&&&&&&03400000.&&&&&03 400 000 (2004) 76.8 %
Таиланд &&&&&&&&07300000.&&&&&07 300 000 (2003) 12 %
Вьетнам &&&&&&&&02300000.&&&&&02 300 000 (2003) 3 %
Төньяҡ Америка &&&&&&&&05100000.&&&&&05 100 000 (2009) 14,51 %
Канада &&&&&&&&01200000.&&&&&01 200 000 (2009) 3.68 %
АҠШ &&&&&&&&03900000.&&&&&03 900 000 (2009) 0.617 %
Европа &&&&&&&&&0945000.&&&&&0945 000 (1998) 2.6 %
Рәсәй Федерацияһы &&&&&&&&&0109000.&&&&&0109 000
Франция &&&&&&&&&0176000.&&&&&0176 000
Бөйөк Британия &&&&&&&&&0247403.&&&&&0247 403 (2001) 0.4 %
Океания &&&&&&&&&0564000.&&&&&0564 000 (1998) 1.5 %
Австралия &&&&&&&&&0454000.&&&&&0454 000 (2003) 2.5 %
Яңы Зеландия &&&&&&&&&0147000.&&&&&0147 000 (2006) 3.5 %
Африка &&&&&&&&&0126000.&&&&&0126 000 (1998) 0.3 %
КАР &&&&&&&&&0100000.&&&&&0100 000 (2003) 0.2 %
Бөтәһе &&&&&&&035175000.&&&&&035 175 000 100 %


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]