Брюс Ли
Брюс Ли | |
ингл. Bruce Lee ҡыт. 李振藩и ҡыт. 李小龍 | |
| |
Исеме |
Ли Сяолун |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Сан-Франциско, Калифорния штаты, АҠШ |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
ҡытай ҡул һуғышы сәнғәте оҫтаһы, ҡул һуғышы күренештәрен ҡуйыусы, философ |
Атаһы |
Ли Хой Чен |
Әсәһе |
Грейс Ли |
Тормош иптәше |
Линда Ли Кэдвелл |
Балалары |
Брэндон Ли (1965—1993) |
Автограф | |
Сайт | |
Брюс Ли Викимилектә | |
Брюс Ли (ингл. Bruce Lee); балалыҡ исеме — Ли Сяолун (ҡыт. 李小龙, ингл. Li Xiao Long, башҡ. Бәләкәй Аждаһа), оло исеме — Ли Чжэньфань (ҡыт. 李振藩, ингл. Lee Jun Fan); 27 ноябрь 1940 йыл, Сан-Франциско — 20 июль 1973 йыл, Гонконг) — ҡытай ҡул һуғышы сәнғәтен бар донъяға танытыусы, Гонконг һәм Америка киноактёры, режиссёр, сценарист, продюсер, ҡул һуғышы күренештәрен ҡуйыусы һәм фәйләсүф.
Бала саҡтан киноға төшә башлай, барлығы 36 фильмда ҡатнаша.
Брюс Ли эшмәкәрлеге арҡылы XX быуаттың икенсе яртыһында көнсығыш һуғыш төрҙәре көнбайыш илдәрендә киң танылыу яулай. Ул ҡул һуғышы сәнғәте өлкәһендә ҙур билдәлелеккә өлгәшә. Брюс Лиҙың тормошо һәм ижады тураһында донъяла 30-лаған фильм төшөрөлгән.
Тормош һәм ижад юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Брюс Ли 1940 йылдың 27 ноябрендә Ҡытай календары буйынса Аждаһа йылында һәм Аждаһа сәғәтендә (иртәнге сәғәт 6 менән 8 араһында) Сан-Франциско ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе — Ли Хой Чен һәм Грейс Ли.
Кинола тәүге тапҡыр сабый ҡыҙ ролендә уға өс ай булғанда төшә. Артабанғы ролдәре лә кунг-фу менән бәйле булмай. Күп малайҙар кеүек үк, Брюс Ли һуғыш сәнғәте менән ҡыҙыҡһына, ләкин ныҡлап шөғөлләнмәй, мәктәптә лә артыҡ тырышлыҡ менән айырылып тормай. 1954 йылда ул ча-ча-ча бейеүе менән шөғөлләнә башлай, 4 йылдан һуң был бейеү буйынса Гонконг чемпионатында беренселекте яулай, мәктәп-ара бокс ярыштарында ҡатнаша, өс йыл чемпион булған кешене еңеүгә өлгәшә. Шул ваҡыттан алып ул кунг-фу менән етди шөғөлләнергә ҡарар итә. 1956 йылдан ул Гонконгта Ип Ман исемле оҫтанан вин чун стиле буйынса дәрестәр ала башлай. Брюс Ли был стилде танытыуға ҙур өлөш индерә, уның тураһында бер нисә кинола төшә, мәҫәлән, «Ажарлы йоҙроҡ». Был стиль ҡоралһыҙ алышҡа өҫтөнлөк бирә. Ли ҡорал менән дә оҫта эш итә, бигерәк тә нунчаку менән. Һуңыраҡ Брюс Ли дзюдо, джиу-джитсу һәм боксты ла үҙләштерә. Аҙаҡ Ли үҙенең Джит-Кун-До исемле стилен булдыра, уны ғүмеренең аҙағынаса камиллаштыра.
19 йәшендә АҠШ-ҡа китә. Вашингтон университетының фәлсәфә факультетына уҡырға инә, унда буласаҡ ҡатыны Линда Эмери менән таныша. Линда менән ике балалары була: улы Брэндон (1965—1993) һәм ҡыҙы Шеннон (1969 й. т.).
АҠШ-та Брюс Ли телесериалдарҙа ҡатнаша, унда ҡул һуғышы сәнғәтен күрһәтә. Үҙенең һуғыш сәнғәте мәктәбен аса. Әммә кинола төп ролдәр уға эләкмәй, шуға күрә ул 1971 йлда ғаиләһе менән Гонконгҡа ҡайтырға була. Был ваҡытта Гонконгта «Golden Harvest» исемле яңы киностудия асыла. Брюс Ли студияның директоры Рэймонд Чоу менән һөйләшеп, «Ҙур түрә» (ингл. «Big boss») фильмында төп ролде алыуға өлгәшә. Тәүәккәллек бушҡа китмәй, фильм иҫ киткес уңыш ҡаҙана. Брюс Ли кинола һуғыш сәнғәтенә ҡарашты тамырынан үҙгәртә. Уның етеҙ хәрәкәттәре, ысынбарлыҡҡа яҡын ҡул һуғышы күренештәре, ҡанлы тамамланыштар Азия тамашасыларына хуш килә, һуңынан был ҡыҙыҡһыныу бар донъя кино һөйөүселәренә лә күсә. Чоу Лиға тағы ике фильм (был юлы арыу ғына бюджетлы)төшөрөргә ышанып тапшыра: «Ажарлы йоҙроҡ» һәм «Аждаһаның ҡайтыуы». Был фильмдар тағы ла ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшә һәм Брюс Лиҙы суперйондоҙ итә.
Брюс Ли һәр саҡ кунг-фу буйынса оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә эшләгән, күнекмәләр үткәргән, үҙенең Джит-Кун-До стилен үҫтергән, һуғыш техникаларына ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәргә тырышҡан. Ул үҙенең туҡланыу системаһын да булдырған, дөйөм физик әҙерлеккә һәм тренажер залында күнекмәләргә ҙур иғтибар биргән. Үҙен ауыр һынауҙарға дусар иткән, хатта электр тогы менән дә һынаған. Шул уҡ ваҡытта кино төшөрөүгә ҙур иғтибар иткән, экрандағы һәр хәрәкәтен юғары камиллыҡҡа еткерергә тырышҡан. Ли үҙенә ҡарата бик талапсан, юғары оҫталыҡҡа ынтылыусы шәхес булған. Әммә, экрандағы образына ҡарамаҫтан, тормошта кешеләргә бик ихтирамлы, илтифатлы мөғәмәлә күрһәткән.
Брюс Ли 1973 йылдың 20 июлендә Гонконгта, «Үлем уйыны» фильмы өҫтөндә эш ваҡытында, ҡапыл вафат була. Бер версия буйынса, ул составында аспирин һәм мепробамат булған баш дарыуы эскән һәм был уның мейеһе елһенеүенә килтергән. Бер ниндәй анализдар ҙа алынмай, шуға күрә Лиҙың үлеменә был ҡараш шик аҫтында. Бөйөк һуғыш оҫтаһының үлеме төрлө имеш-мимештәр тыуҙыра, мәҫәлән, уны башҡа бер оҫта үлтергән тигән ғәйбәт тарала, әммә был хәбәрҙәр бер нисек тә дәлилләнмәй. Брюс Лиҙы ерләү бөтә ҡаланың матәменә әйләнә. Уның менән хушлашырға дуҫтары һәм ижадын хөрмәтләүселәр килә. Шунан тәнен Сиэтлға алып китәләр, унда Брюс Ли менән ғаиләһе хушлаша һәм ул шул ҡала зыяратында ерләнә. Уның аҙаҡҡы фильмы үҙе үлгәндән һуң дублерҙар ярҙамында биш йыл үткәс төшөрөлөп бөтә һәм кунг-фуға һәм көнсығыш һуғыш сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙың яңы тулҡынына сәбәп була.
Ҡайһы бер физик ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брюс Ли алға һонолған ҡулында бер нисә секунд 34 килограмлыҡ герҙе тотоп тора алған.
- Брюс Лиҙың һуғыуҙары шул тиклем тиҙ булған, хатта уларҙы шул ваҡыт өсөн ғәҙәти булған секундына 24 кадрлы технология менән төшөрә алмағандар, ҡайһы бер күренештәрҙе 32 кадрлы ысул менән төшөргәндәр.
- Брюс Ли ҡулдарына таянып, аяҡтарын мөйөш итеп тотоп 30 минуттан артыҡ тора алған.
- Брюс Ли дөгө бөртөктәрен өҫкә ырғытып, уларҙы ашау өсөн таяҡсалар менән тота алған.
- Брюс Ли бармаҡтары менән асылмаған кола банкаһын тишә алған (ул ваҡытта кола банкалары ҡоростан эшләнгән һәм ҡалыныраҡ булған).
- Брюс Ли турникта сәтәкәй бармағында турникта күтәрелә алған.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1941: Алтын ҡапҡалар ҡыҙы
- 1946: Кешенән тыуған
- 1948: Байлыҡ тураһында хыял
- 1949: Сэй Си хыялдарҙа
- 1950: Сабый Чунг
- 1951: Бала (Минең улым А Чунг)
- 1951: Сабый саҡ
- 1953: Яҡтылыҡ таратыусы
- 1953: Быға атай ғәйепле
- 1953: Юҡҡа сығыу алдынан
- 1953: Әсәнең күҙ йәштәре
- 1953: Һанап бөткөһөҙ йорттар
- 1955: Һөйөү
- 1955: Һөйөү (2-се бүлек)
- 1955: Етемдең трагедияһы
- 1955: Тоғро ҡатын
- 1955: Етемдең йыры
- 1955: Беҙ бының өсөн балаларыбыҙға бурыслы
- 1955: Аҡыллы егеттәр иҫәрләнә
- 1956: Айырылышыу өсөн бигерәк һуң
- 1957: Йәшен
- 1957: Ҡәҙерле ҡыҙ
- 1958: Етем
- 1966—1967: Йәшел траш
- 1968: Марлоу
- 1971: Ҙур түрә
- 1972: Ажарлы йоҙроҡ
- 1972: Аждаһа юлы
- 1973: Аждаһа сығыуы
- 1978: Үлем уйыны
- 1981: Үлем манараһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bruce Lee
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Augustyn A. Bruce Lee // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118570803 // Bruce Lee (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Bruce Lee anniversary (ингл.) — The Hindu, 2008.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Dorgan Michael. Bruce Lee’s Toughest Fight. — EBM Kung Fu Academy, 1980.
- Glover Jesse R. Bruce Lee Between Win Chun and Jeet Kune Do. — Unspecified vendor, 1976. — ISBN 0-9602328-0-X.
- Little John. Words of the Dragon: Interviews 1958—1973 (Bruce Lee). — Tuttle Publishing, 1997. — ISBN 0-8048-3133-5.
- Little John. Bruce Lee: A Warrior’s Journey (video). — 2000.
- Leung Wong Shun. BRUCE LEE AND HIS FRIENDSHIP WITH WONG SHUN LEUNG. — article.
- Peterson David. interview by David Peterson with Rolf Clausnitzer. — article.
- video1 youtube. Wan Kam Leung recalls Bruce lee fighting with Wong Shun Leung. — youtube.
- video2 youtube. Wong Shun Leung and Bruce Lee. — youtube.
- Little, John (1998), «Bruce Lee: The Art of Expressing the Human Body», Tuttle Publishing.
- Vaughn, Jack (1986), «The Legendary Bruce Lee», Ohara.
- Yılmaz, Yüksel (2008). Jeet Kune Do’nun Felsefesi, İstanbul, Turkey: Yalın Yayıncılık, ISBN 978-9944-313-67-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 27 ноябрҙә тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Сан-Францискола тыуғандар
- 20 июлдә вафат булғандар
- 1973 йылда вафат булғандар
- Гонконгта вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- АҠШ актёрҙары
- Гонконг актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Алфавит буйынса кинорежиссёрҙар
- Гонконг кинорежиссёрҙары
- Яугирлыҡ сәнғәте оҫталары