Эстәлеккә күсергә

Кришна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кришна
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-sa-sidd" does not exist.
Рәсем
Зат ир-ат
Исем ꠇꠣꠘꠣꠁ һәм 𘙌𗣀𗶷𘀍
ХФА-лағы транскрицияһы ˈkɽɪʂɳɐ
Тыуған көнө некорректная дата (недостижимая точность)[1]
Тыуған урыны Матхура[d], Британ Һиндостаны, Британия империяһы[2]
Вафат булған көнө некорректная дата (недостижимая точность)[3] (125 йәш)
Вафат булған урыны Bhalka[d], Гуджарат[d], Һиндостан
Үлем төрө һомицид[d][4]
Үлем сәбәбе кровопотеря[d][4]
Атаһы Васудева[d]
Әсәһе Деваки[d]
Бер туғандары Субхадра[d] һәм Баларама[d]
Хәләл ефете Рукмини[d], Rohini[d][5], Kalindi[d], Mitravinda[d], Nagnajiti[d], Bhadra[d], Lakshmana[d], Сатьябхама[d], Jambavati[d][6] һәм Лалита[d]
Балалары Прадьюмна[d] һәм Samba[d][7]
Воплощение для Вишну
Һөнәр төрө фермер-скотовод, фәлсәфәсе, дини башлыҡ
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә, Дин, Көнсығыш фәлсәфәһе һәм Мөхәббәт
Кемдә уҡыған Sandipani[d][8]
Префикс титула лорд[d] һәм Бхагаван[d]
Иконографический атрибут Флейта һәм peacock feather[d]
Алла ... ҡарай Индуизм
Надето аксессуар для прически[d] һәм Дхоти[d]
Ҡатнашыусы Битва на Курукшетре[d]
Һуғыш/алыш Битва на Курукшетре[d]
Музыка ҡоралы Бансури[d]
Циклдың өлөшө булып тора Дашаватара[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Маһабһаратам
Ҡатнашыусылар Бхагавад-гита[d]
Вооружение Сударшана[d] һәм Каумодаки[d]
 Кришна Викимилектә
Маяпуралағы Кришна аңы халыҡ-ара йәмғиәте ҡорамында Кришна статуяһы, Һиндостан

Кришна (санскр. कृष्ण, kṛṣṇa IAST) — индуизмдағы алла, вишнуизмда Вишнуҙың һигеҙенсе аватары, индуистарҙың иң популяр аллаларының береһе[9]. Кришнаизмда Алланың иң тәүге ҙәм юғары сығанағы, барлыҡ аватарҙар сығанағы тип хөрмәтләнә.

Индуизм изге яҙмаларына ярашлы, беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡта Кришна Матхур ҡалаһында тыуып, рухи донъянан ергә төшә[10][11]. Уның миссияһы булып дини принциптарҙы тергеҙеү һәм үҙенең дини уйындарын күрһәтеү тора[12]. Кришнаның тормошо, ғәмәлдәре һәм тәғлимәте Пураны («Бхагават-пурана» һәм «Вишну-пурана»), «Харивамша» һәм «Маһабһаратам» кеүек изге яҙмаларҙа һүрәтләнә. Был текстарҙа Кришна күҙ алдына төрлө образдарҙа баҫа: һоҡланғыс һәм уйнсаҡ Алла-бала, шат һәм ғәмһеҙ һыйыр көтөүсе малай, идеаль һөйөклө, илаһи герой-яугир һәм юғары алла[13][14][15]. Индуизм сәнғәтендә Кришна һөйгәне Радха компанияһында флейтала уйнаусы көтөүсе малай тип, йәиһә "Бхагавадгита"ла үҙенең дуҫы-витязь Арджунға фәлсәфәүи нәсихәттәр биреүсе йәш яугир-принц итеп һүрәтләнә[16].

Кришна культы тураһында иң иртә мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттарға ҡарай[17][18][19]. IX быуатҡа кришнаизм Көньяҡ Һиндостанда киң тарала. Төньяҡ Һиндостанда XII быуатҡа кришнаизмдың төрлө традициялары формалаша һәм Джаганнатх (Орисста), Витхоб (Махараштрала) һәм Шринатхджи (Раджастханда) кеүек төбәк культы формалары барлыҡҡа килә[20]. 1960 йылдарҙан башлап, кришнаизм шулай уҡ Көнбайышта, элекке СССР территорияһында нигеҙҙә Бхактиведанта Свами Прабхупад (1896—1977) нәсихәттәре һәм ул 1966 йылда нигеҙ һалған гаудия-вайшнавизм традицияһын кәүҙәләндергән «Халыҡ-ара Кришна аңы йәмғиәте» дини ойошмаһы арҡаһында тарала.

Этимологияһы һәм исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шринатхджи — Говардхан ҡалҡыулығын күтәргән Кришна муртиһы.

Санскриттан туранан-тура тәржемә иткәндә кришна (kṛṣṇa IAST) һүҙе «ҡара», «ҡараңғы» йә «ҡара-күк» тигәнде аңлата[21][22][23]. Кришнаның ҡарасман булыуы уның автохтонлығы, йәғни арий сығышлы булмауын раҫлай[24]. Һүҙ прусс телендәге kirsnan, рус. чёрный «ҡара», праслав. *čьrnъ, «ҡара», лит. keršas «сыбар» һүҙҙәргә оҡшаш[25]. Муртиҙа Кришна бик йыш ҡара итеп һүрәтләнә (һирәк кенә — аҡ йәки күк), ә һынлы сәнғәттә күберәген зәңгәр йәки ҡуйы күк итеп эшләнә. "Брахми-самхит"та Кришнаның тире төҫө «зәңгәр төҫтәге болоттар» кеүек һүрәтләнә[26]. Кришнаны болот төҫө менән сағыштырыу һинд шиғриәте өсөн траджицион булып тора.

Кришна шулай уҡ башҡа исемдәр һәм титулдар аҫтында ла билдәле, улар уның төрлө сифаттарын һәм атрибуттарын сағылдыра. Говинда һәм Гопатла Кришнаны һыйыр көтөүсе образында сағылдырған иң киң таралған исемдәре булып тора. Кришнаның исемдәренең ҡайһы берҙәре Һиндостан төбәктәренең атамаһы булып тора. Миҫал булып Джаганнатханы килтерергә мөмкин, ул Ориссала айырым популярлыҡ менән файҙалана.

Индуизмдың төрлө традициялары Кришна исемен төрлөсә аңлата. Мәҫәлән, «Вишну-сахасранама» комментаторҙары Вишнуҙың 1000 исеменең — шулай уҡ Кришна исемдәре булып торалар — һәр береһенә айырым ентекле аңлатма бирә. Был Удйогапарвала «Маһабһаратам» 5.71.4 «Кришна» исеме ике өлөшкә бүленә криш kṛṣ IAST һәм был ṇa IAST, унда криш бху bhū IAST «зат», «ер», ә н ṇa IAST нирврити nirvṛti IAST «ләззәт» булараҡ аңлатыла. Гаудия-вайшнавизм традицияһында Кришна аңы хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы Бхактиведанта Свами Прабхупад Кришна исеменә «вбарыһын да ылыҡтырыусы» тигән мәғәнә бирә[27][28]. Юғарыла телгә алынған "Маһабһаратам"дың 5.71.4 тексы шулай гаудия-вайшнавизмдың төп изге китабы — "Чайтанья-чаритамрита"ла ла өҙөк итеп килтерелә. Бхактиведанта Свами Прабхупад үҙ комментарийҙарында бху bhū IAST мәғәнәһен «ылыҡтырғыс йән эйәһе» тип аңлата, «барыһын да ылыҡтырыусы» мәғәнәһе ошонан да килеп сыға[29]. «Вишну-сахасранама» комментаторҙары шуға оҡшаш аңлатма бирә. Мәҫәлән, Шанкраға ярашлы, Кришна — Вишнуҙың 57-се исеме һәм «белем һәм ләззәт асылы» тигәнде аңлата. "Брахмасамбандха-мантра"ла пуштимарга йолалары Кришна исеме барлыҡ гонаһтарҙы емерергә һәләтле, тип раҫлай[30].

  1. https://saispeaks.sathyasai.org/discourse/snippet/krishnas-birth-date
  2. Sangave V. A. Facets of Jainology: Selected Research Papers on Jain Society, Religion, and CultureISBN 978-81-7154-839-2
  3. https://www.drikpanchang.com/dashavatara/lord-krishna/krishna-date-of-birth.html
  4. 4,0 4,1 https://timesofindia.indiatimes.com/life-style/soul-search/why-was-shri-krishna-killed-by-a-hunter/photostory/110077820.cms
  5. Википедия на языке хинди (хинди) — 2003.
  6. The Story How Jambavati Became the Wife of Sri Krishna.
  7. https://books.google.co.in/books?id=DH0vmD8ghdMC — Б. 219.
  8. санскритская Википедия (санскр.) — 2004.
  9. Индуизм (научный консультант д-р Хизер Элгуд)//Джон Баукер (инг.)баш. Религии мира. Великие вероучения от древности до наших дней. — М.:Слово, Дорлинг Киндерсли., 1997. — 200 с. ISBN 0-7513-8778-9,ISBN 5-85050-512-1 — (Серия: Домашний музей) (С.28)
  10. Elst 1999

  11. Rosen 2007
  12. Marcus 2003
  13. Mahony 1987 «…perhaps Krishna’s various appereances as a divine hero, alluring God-child, cosmic prankster, perfect lover, and universal supreme being are the most dramatic».
  14. Hutchison 1969 «Alongside the epic and supplementing it, a rich mythology grew up, celebrating Krishna, both as a warrior hero and a pastoral flutist calling women…»
  15. Archer 2004
  16. Knott 2000
  17. Bhattacharya 1996, p. 1
  18. Gelberg 1983, p. 117
  19. Das 1980, p. 80
  20. Bryant 2007, p. 3
  21. Альбедиль М. Ф. Кришна // Индуизм. Джайнизм. Сикхизм: Словарь. / Под общ. ред. Альбедиль М. Ф. и Дубянского А. М. — М.: Республика, 1996. — С. 243
  22. Крысин Л. П. Толковый словарь иноязычных слов. — М.: Рус. яз., 2000. — С. 370.
  23. e.g. Monier Williams (1899)
  24. Васильев Л. С. История религий Востока. — М.: Высшая школа, 1988.
  25. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. Т. IV. — С. 346.
  26. Brahma Samhita 5.30 2008 йыл 29 ғинуар архивланған.
  27. Бхактиведанта Свами Прабхупада Шримад Бхагаватам Первая песнь «Творение» (главы 10-19) Бхактиведанта Бук Траст, 1990—605 с. ISBN 0-89213-094-6 (C. 508)
  28. Lynne Gibson. Modern World Religions: Hinduism - Pupils Book Foundation (Modern World Religions). — Oxford [England]: Heinemann Educational Publishers (инг.)баш., 2002. — ISBN 0-435-33618-5.
  29. Chaitanya Charitamrita 9.30 2008 йыл 3 март архивланған.
  30. Beck 2005
рус телендә
башҡа телдәрҙә