Күсәк бей (эпос)
Күсәк бей | |
Күсәк бей (Ҡыпсаҡ версияһы) — башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, тарихи тормош-көнкүреш эпосы.
Ҡулъяҙма аңлатмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылда С. Ф. Миржанова тарафынан Баймаҡ районы Иштуған ауылында 82 йәшлек Өмөтбаев Мөхәммәттән яҙып алынған. «Башҡорт халыҡ ижады „Эпостар“» йыйынтығында 1999 йылда тәүге тапҡыр баҫыла.
Ун ике еленле бейә — ҡолон сағынан ун икеһен дә бергә тотоп, бергә тәрбиәләгәндәр. Береһен менеп сапһаң, ун бере лә артыңдан саба.
Дөрөҫө — Күсәкбей. Күҫәкбей — халыҡ этимологияһы (Күҫәк тәгәрәткәндән һуң да имен ҡалған яралғы, йәнәһе), тип аңлатыла[1].
Варианттар айырмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡиғаларҙы аңлатыуҙағы һәм поэтик формалағы айырмаға ҡарап, «Күсәк бей» варианттары ике төп версияға — ҡыпсаҡ һәм бөрйән версияларына бүленә. Ҡыпсаҡ версияһы варианттары форма яғынан урыны-урыны менән проза аралашып килгән шиғри текстарҙан тора, күләм яғынан да ҙурыраҡ. Ә бөрйән версияһына ҡараған варианттар күләм яғынан ҙур түгел һәм, нигеҙҙә, прозанан ғибәрәт. һәр сәсән үҙ ырыуы батырын данлар һәм ғәҙел итеп күрһәтер булған. Ҡыпсаҡ сәсәндәре Бабсак менән уның улы Күсәкте ыңғай образ итеп күтәргән, ә бөрйән батыры Карағөлөмбәтте тик тиҫкәре ҡылыҡтар менән генә һүрәтләгән. Бөрйән сәсәндәре, киреһенсә, Карағөлөмбәтте аҡыллы, ыңғай батыр итеп күрһәтә һәм шул яҡтан уны ҡыпсаҡ батырҙарына ҡаршы ҡуя. Һәр ырыу сәсәне үҙ ырыуы батырын аҡларға һәм уны яҡларға тырыша. Кузеев Р. Г билдәләүенсә [2] ике версияны поэманың бер үк «тел төбө» берләштерә: ырыу-ара ыҙғыштарҙы ғәйепләү, татыулыҡты яҡлау.
Мәсем хан, Бабсаҡ бей, Күсәк бей, Ҡарағөлөмбәт бей — эпостың төп образдары . Шулар араһында айырылыбыраҡ торғаны — ун ике ырыу башлығы Мәсем хан. Ҡыпсаҡ версияһының күпселек варианттарында Мәсем халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе, ғәҙел хан, ыңғай образ итеп һүрәтләнә. Ул ғәскәр башлығы булыу менән бергә ырыуҙарҙы ойоштороусы ла. Мәсем хан элек ыҙғышып йәшәгән ете (ҡайһы бер варианттарҙа ун ике) ырыуҙы берләштерә, ул хакимлыҡ иткән заманда күсмә халыҡтарҙың һөжүмдәре баҫылып ҡала. Уны башҡорт ҡәбиләләр союзының дөйөмләштерелгән етәксеһе, Мәсем хан образы «Аҡбуҙат» эпосындағы халыҡты иҙеүсе яуыз хан итеп һүрәтләнгән Мәсемдең киреһе — ыңғай герой итеп бирелә.
Өммөхаят Ҡолдәүләтова вариантында (ҡыпсаҡ версияһы) Мәсем хан, алдыҡҡа ышанып, мәкерле рәүештә Бабсаҡ батырҙы үлтергән Ҡарағөлөмбәт яғына күсә, уны яҡлай. Башҡа ырыу батырҙарын Ҡарағөлөмбәткә ҡаршы сығыуҙан тыя. Ошоноң өсөн халыҡ уға үҙенең мөнәсәбәтен үҙгәртә. Ҡайһы бер варианттарҙа ул Ҡарағөлөмбәткә ҡыпсаҡтарҙы ҡыйратышыуға ярҙам итә, шуның менән ырыуҙар союзының емерелеүен тиҙләтә (М. Өмөтбаев варианты)[3].
Сюжет ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Күсәк бей» ике өлөштән тора һәм ике быуын геройҙарын һүрәтләй. Беренсе өлөш Бабсаҡ батырҙың һәләкәте, ҡыпсаҡ ырыуының ҡырылыуы менән бөтһә, икенсе өлөшө Күсәк батырҙың бөрйән ырыуына ҡарымтаға килеүен, Ҡарағөлөмбәттән үс алыуын хикәйәләй. Атаһының эшен дауам итергә, ғәҙел етәксе булырға, хыянат арҡаһында тарҡалған ырыуҙар берекмәһен яңынан аяҡҡа баҫтырырға тейеш булған Күсәк батыр бөрйән ырыуына ҡарымтаға бара һәм бер йәндән башҡа бөтә кешеһен ҡыра.
Л. Н. Лебединский яҙып алған вариантта Күсәктең бөрйәндәргә яһаған ҡарымтаһы уның ырыуҙаштары, хатта үҙ әсәһе тарафынан да яҡлау тапмай, һәм әҫәр Күсәк батырҙың фажиғәле үлеме менән тамамлана[3].
Идея-йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәр Мәсем хан, Бабсаҡ бей менән Ҡарағөлөмбәт биләгән ерҙәрҙе атап һәм Өфө, Стәрле яҡтары, унан ары ерҙәр Ырымбурға хәтле иң көслө, иң ғәйрәтле Турахандыҡы булғанын күрһәтеп башлана. Турахандың Бүләкбикә исемле берҙән-бер ҡыҙы була. Артабан башҡорт еренә яман януар — барҫ[4] килеп сыҡҡаны, малды, кешене ҡырғаны, бер аусының да уға ҡаршы тора алмағаны, Турахандың халыҡҡа хәбәр һалғаны, «кем дә кем шул янурҙы үлтереп, илде афәттән ҡотҡара, шуға берҙән-бер ҡыҙымды бирәм» тигәне тасуирлана.
Күп батырҙар барҫты аулай сығалар, ләкин һәләк булалар. Тап булған бер аусыны барҫ ашап торған. Уҫаллығы менән даны сыҡҡан Мәсем хандың 12 бейе — батыры була: Бабсак бей, Ҡарағөлөмбәт бей, Тамъян, Түңгәүер һәм башҡалар. Уларҙың башында шул иң тәүге икәүһе тора, иң батыры, иң мәргәне шул икәү була. 12 батыр бергә йыйылалар, шунан барыһы ла ауға сығып китәләр[1]
Йәнлекте Бабсаҡ үлтерә лә, Тураханға саба, ул киткәс, барҫ өҫтөнә Ҡарағөлөмбәт бей килеп сыға, үлтерелгән барс өҫтөнә үҙенең уғы менән бер-ике ата ла Тураханға саба, Бабсаҡ бей артынан был да барып етә. Ике батыр дәғүәләшә башлай, талаш китә. Турахан барҫ янына кешеләр ебәрә, тикшерәләр, Бабсаҡ йәнлекте үлтергәнен иҫбат итә ала. Турахан ҡыҙын, Бүләкбикәне, уға кәләш итеп бирә, бөтә ерен, халҡын Бабсаҡ бейгә бүлеп ҡуя.
Ҡарағөлөмбәт Мәсем хандан мең кеше алып, урман эсенән Бабсаҡ бей йәйләүе өҫтөнә килеп сыға.
Бабсаҡ бей был ваҡыт мәжлес ҡороп, кешеләрен һыйлап ултыра, Ҡарағөлөмбәт уға торорға бойора;
— Тормайым, Ҡарағөлөмбәт, түрәлекте һиңә лә, Мәсем ханға ла бирмәйем, кит, йөрөмә бында! — ти ҙә тыныс ҡына ултыра биргән. — Бирмәһәң, бына һиңә, ал! — тип Ҡарағөлөмбәт ҡырҡма башаҡлы уҡ менән Бабсаҡ бейҙең билен өҙә ата ла ҡуя. Булған кешеләрҙе барын ҡырып, Бабсактың улдарын, ике ҡатынын үлтереп, байлығын талап, Бүләкбикәне алып, Ҡарағөлөмбәт Мәсем ханлығына ҡайтып китә. Был турала хәбәр Тураханға барып етә. Турахан былай ти: — Инде мин ҡартайғанмын, кеше ҡанын ҡойор хәлем бөткән. Кыҙым ғоманлы булып, ул тыуып, үҫеп, атаһының ҡонон ҡайтармаһа, башҡа сарам юҡ. Бүләкбикә, ысынлап та, ғоманлы булған. Ҡарағөлөмбәт Бүләкбикәне күрәҙәләргә күрһәтә. Күрәҙәләр, сихырсылар: — Бикәнең буйында бар, төшөртөргә кәрәк! — тип, Ҡарағөлөмбәткә хөсөт ҡоялар. Ҡарағөлөмбәт яралғыны күҫәк менән иҙеп төшөрөргә ҡуша. Бер өйгә алып инеп, Бикәнең өҫтөндә күҫәк тәгәрәтәләр, меҫкенде бик ныҡ ыҙалайҙар, күҫәк менән бөтә тәнен иҙеп сығалар. Ҡарағөлөмбәт үҙе лә ҡатнаша. Иҙеүсе ирҙәр әйтә: — Күҫәк булмаһа, бөткәндер инде! — тип сығып китәләр. Ләкин ҡатын бик ҡеүәтле була, үҙе тәнен ҡуҙғата алмай, аяғына баҫа алмай ятһа ла, балаға зарар килмәй, бала имгәнмәй кала[1].
Артабан Бүләкбикә атаһы оҙатҡан саҡта биргән ун ике бейә араһында «ялы ла, ҡойроғо ла, маңлай сәсе лә булмай — ҡап-ҡашҡа, тап-тайыҙ бейә» менән Ҡарағөлөмбәттән ҡасҡаны, ир бала тапҡаны, уға Күсәкбей тип исем ҡушып, бик мыҡты, ғәйрәтле батыр булып үҫкәне һәм уың Ҡарағлөмбәттән атаһының ҡонон ҡайтарғаны хикәйәлә.
Күсәкбей Ҡарағөлөмбәтте туҡмап, һөйрәтеп йөрөгән ерҙәрҙең ер-һыу исемдәрендә ҡалғаны:
Шул ерҙә Ҡарағөлөмбәт түҙмәй, Күсәкбейгә инәлә: — Атай, сал һин мине ошонда! Ыҙалатып йөрөтмә мине ҡарт көнөмдә… Түҙәр хәлем ҡалманы! — тип, Күсәкбейҙе ололап «атай» ти. Күсәкбей унын һүҙен тыңламай. Шул ергә Атайсал тип исем ҡушҡандар. Бара биргәс, бер бейек тау башына мендереп, Ҡарағөлөмбәтте тәгәрмәс һымаҡ бөгөп бәйләп, шул тау башынан тәгәрмәләтеп төшөрөп ебәрәләр. Ҡарағөлөмбәт һөйәктәре һынып, һуғылып-кыйралып барып төшкәс, тау аҫтында йән көсө менән ҡысҡырып ебәрә. — Ай, аллам, күтәнем өҙөлдө! — ти. Ҡарағөлөмбәтте Ағиҙел буйына алып килеп, ҙур ҡаҙандың аҫтына ут яғып, шул ҡаҙан эсенә ултыртып ҡуралар. Шул тауҙы Ҡурыуҙы тауы* тиҙәр. Күсәкбей шунан һуң ҡайтып, әсәһе менән тора башлай. Турахан үлеп китә. Бер мәл Темәс менән Күсәкбей араһында дошманлыҡ китә. Күсәкбей үҙенең яҡын кешеләренә кәңәш тота: — Беҙ бер ныҡ ҡала төҙөйөк. Берәр хәл булып, баҫып килә башлаһалар, инә алмаҫлыҡ булһын, — тип ҡала төҙөргә булалар. Ҡаланы төҙөп, имән ҡойма менән уратып алып, ул ҡалаға Имәнтүш* ҡалаһы исеме биргәндәр. Бер заман был Имәнтүш янып киткән. Бер аҡыллы ҡарт, күренекле аҡһаҡал, ҡаланың эргәһендәге тап-таҡыр тау башына менеп ултырған да: — Уф, алла, янып киттек бит, әрәм булды бит ҡалабыҙ, уф, алла! — тип уфтанып, ҡайғырып ултырған, ти. Шунан ул ҡаланы Уфа тип йөрөткәндәр.
Эпоста Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы кеүек тарихи ваҡиғаларҙың һәм билдәле шәхестәрҙең исемдәре сағыла биргәне:
Күсәкбей Мәсем хан менән Темәс бейҙең үс алырға әҙерләнеүен, яу менән килергә ятыуын ишетеп, аҡһаҡалдарын йыйып кәңәш тотҡан: — Мин аҡ бей падишаһына бармаҡ булам, шуның менән бергә донъя көтмәк булам. Әтү тегеләр беҙҙе ҡыҫырыҡлап йонсоторҙар, — тигән. Шулайтып, Күсәкбей яҡын кешеләре менән ҡағыҙ яҙып алып Иван Грозный батшаға китә. Аҡ батшаға барып һөйләшә. Үҙенең шартын ҡуя: — Падишаһым, үҙ ҡул аҫтыңа ал! һинең дуҫыңа дуҫ булам, дошманыңа дошман булам! — тигән. Унан башҡа башҡорт бейҙәре лә берәм-берәм аҡ батшаға баш һала башлай. Тик аҡ батшаға баш һалмай урман эсендә Мәсем хан тороп ҡала, Шағәле Шаҡман хан ҡала, Аҡһары, Дидовка, Каширин, Яҡуп ауылдары, Ырымбур юлының уң яҡ буйҙары ҡала. Иван Грозный үҙенең ғәскәрҙәре менән килә. — Урыҫ яу килтерә, имеш, ҡасайыҡ! — тип Шағәле Шаҡман хазинаһын, алтынын ергә күмеп, үҙе ҡасып ситкә китә. Иван Грозный һиҙеп ҡала ла Шағәле Шакманды тотоп ала, унан һуң үлтерә. Хазинаһы Яманһарыла (Кашириндан бирерәк) ҡалған тиҙәр. … күлендә ҙур кәмә булған. Шағәле Шаҡман хазинаһы ул кәмәгә һыймай. Үгеҙҙе һуйып, тиреһенә тултырып төрөп… тауға күмдерә. Шағәле Шакман хазинаһын табабыҙ тип, күп кешеләр килгән, тиҙәр. Кешеләр ҡаҙырға килһә, тау тишегенән ауыҙынан уттар сәсеп, ер йыртып үкереп үгеҙ килгән, имеш. Кешеләр, ҡурҡып, бара алмағандар.
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәрҙәрҙең поэтикаһында ла мифологик образдарҙан, фантастик һүрәтләүҙәрҙән тормошсаныраҡ геройҙарға, реалистик пландағы һүрәтләүҙәргә табан үҫеүҙе күҙәтелә.
Ғалимдар фекеренсә эпос мифологиянан арына бара, сәсәндәр тарафынан ижад ителеп, быуындан быуынға күсә килгән эпос әҫәрҙәренең ҙур поэтик оҫталыҡ, аһәңлек менән заманының алдынғы идеалдарын алға һөрөүе, кеше көсөнөң тәбиғәт көстәренән өҫтөнлөгөн, ғәҙеллектең тантана итеүен раҫлауы, тыуған илде һөйөргә өйрәтеүе, башҡорттарҙың элекке тормош-көнкүрешен, йолаларын сағылдырыуы менән әһәмиәтле[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт (эпос);
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 / Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 4-се т. «Китап» , 1999 й., 304-308: 380-381-се б.б.
- ↑ Р. Г. Кузеев Происхождение башкирского народа. М.: «Наука», 1974 г., 158-се бит
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Башҡорт халыҡ ижады. М. Сәғитов, Б. Байымов, С. Галин «Башҡорт халыҡ тормош-көнкүреш эпосы» 4-се т.. — Өфө: «Китап», 1999 й. — С. 3—6.
- ↑ Икенсе бер вариантта арыҫлан тип бирелә
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- / Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 4-се т. «Китап» , 1999 й., 304-308-сы б.б.
- Башҡорт халыҡ ижады. М. Сәғитов, Б. Байымов, С. Галин «Башҡорт халыҡ тормош-көнкүреш эпосы» 4-се т.. — Өфө: «Китап», 1999 й. — С. 3—6.