Бабсаҡ бей
Бабсаҡ бей | |
Вафат урыны | |
---|---|
Хәрби алыш/һуғыш |
междоусобные |
Бабсаҡ бей — башҡорт халҡының ҡәбилә-ырыу составындағы Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы. Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады мәғлүмәттәре буйынса, ул XV быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән. Ете ырыу берләшмәһендә хакимлыҡ өсөн көрәш алып барған. Бабсаҡ бей башлыҡ булған осорҙа Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы бөрйәндәрҙең ерҙәренә рөхсәтһеҙ килеп ултыра. «Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе» буйынса, Бабсаҡ бей Бөрйән ҡәбиләһе башлығы Ҡарағөлөмбәт тарафынан үҙ-ара һуғышта үлтерелә. «Бабсаҡтүбә» башҡорт халыҡ риүәйәтенә ярашлы, Бабсаҡ бей Бөрйән районы Аҡбулат ауылы янында ерләнгән. Бабсаҡты аты менән бергә күмәләр. Хәҙерге көндә унда Бабсаҡ бей мемориаль комплексы асылды.
Бабсаҡ бей вариҫтары Бөрйән, Әбйәлил райондарында йәшәй.
Бабсаҡ бей — «Бабсаҡ бей менән Күсәк» башҡорт халыҡ эпосы геройҙарының береһе.
Сығанаҡтар.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. 1-се том. Өфө, 1957.
- Башкирские шежере. Уфа, 1960;
- Башкирское народное творчество. Т.1: Эпос. Уфа, 1987.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бабсаҡ бей Викимилектә |
- Башкирская энциклопедия 2016 йыл 15 август архивланған.
- «Курган Бабсак-бия» 2016 йыл 19 август архивланған.