Ат (мифологияла)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ат
Дәүләт  Рәсәй
башҡортса‎

Ат  — башҡорт легендалары һәм риүәйәттәрендә изгелекле ҡурсалаусы, бәрәкәт һәм бәхет символы[1].

Башҡорттарҙа ат хөрмәт ителгән хайуандарҙың береһе. Был ауыҙ-тел шиғри ижад өлгөләрендә, ышаныуҙарҙа һәм йолаларҙа айырым сағылыш тапҡан. Риүәйәт, хикәйәттәрҙә ат — изгелекле ҡурсалаусы, бәрәкәт һәм бәхет символы.

Аттарҙың сығышы бихисап эйәләр, шул иҫәптән ат эйәһе йәшәгән Күк (Юғары) һәм Һыу аҫты (Түбәнге, әхирәт) донъяһы менән бәйле тигән инаныуҙар йәшәй башҡорт халҡында. Батырҙарҙың аттары — ул һыу рухы йәки күк йөҙөндә йәшәгәндәрҙең бүләге. Күктән төшкән аттар аҡ-буҙ төҫкә эйә («Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары), һыуҙан сыҡҡандары ҡара төҫтә («Аҡһаҡ ҡола» эпосы) булған[2].

Ат — кешенең иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, ҡурсалаусыһы. Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә Ат кеше нәҫеленә нигеҙ һалыусы ла. Мәҫәлән, «Әҙәм тарпаны» тигән легенда Туҡ буйында йәшәгән баштай ырыуы тарпан тайы менән әҙәм затынан таралған тип бәйән итә. «Буҙансы батыр» әкиәтендәге батырҙың әсәһе лә бейә була. Шулай итеп ат башҡорт мифологияһында тотем, ырыу башы, ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы, ярҙам итеүсе ролендә күрһәтелгән. Ул башҡорттарға күл төбөнән мал сығара, батыр тыуҙыра, һуғыштарҙа, алыштарҙа кәңәш бирә. Яраланғанды — ҡотҡара. Шуғалыр ҙа борон-борондан ат башҡорттарҙа изге һаналған, Ибн-Фаҙлан заманында йәшәгән башҡорттар ҙа аттарҙың эйәһе барлығына ышанған.

Башҡорт фольклорында иң популяр хайуан образдарының береһе — ҡанатлы Толпар аттар. «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылу» эпостары, «Йылҡысыҡҡанкүл» риүәйәтендә иң шәп сабыш аттары һыу аҫты донъяһынан сыҡҡан. Шулай уҡ — Асылыкүлдән, Аҡзыяраттан, Шүлгәндән сыҡҡан.

Иртә тимер осорондағы төрки телле Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең һәләк булған йәки ҡорбанға килтерелгән атты күмеүе — ерләү йолаһы компоненттарының береһе булған. Был турала ҡәберлектәрҙә табылған ат һөлдәләре һәм ат егеү кәрәк-яраҡтары: өҙәңгеләр, таралғылар, эйәрҙәр һ. б. һөйләй. «Күҫәк бей» эпосында ҡыпсаҡтарҙың ырыу башлығы Бабсаҡ тулыһынса ҡоралландырылған көйө Ҡарайғыр ҡушаматлы хәрби атҡа һыбай ултыртылған килеш ерләнгән.

Р. Г. Игнатьев «Записки Русского географического общества» хеҙмәтендә Бәләбәй өйәҙендә хәрби аттары менән бергә ерләнгән «батырҙар ҡурғандары» тураһында яҙа.

Атҡа табыныуҙың асыҡ бер миҫалы булып уның кәүҙә өлөштәре тылсымлы үҙенсәлектәргә эйә тип раҫлау тора. Хөрәфәттәр буйынса, ат күҙе кеше күрмәгәнде күрергә һәләтле; ат күбеге һәм тиреһе ауырыуҙарҙан һаҡлай, йылан сағыуҙан, күҙ тейеүҙән һ. б. һаҡлай. Яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу өсөн атты өйгә индергәндәр, ә умарта өҫтөнә, кәртә һайғауҙарына һәм ҡапҡаларға уның баш һөйәген элгәндәр. Ат ҡылынан йәки тиреһенән үрелгән бауҙы бетеү эсенә тегеп, һаҡлағыс итеп файҙаланғандар. Ат тире һеңдерелгән ҡамсы менән һуғыу йыландар өсөн үлемесле һаналған. Төшөп ҡалған даға табылыуы яҡшыға юралған. Дағаны тупһаға, торлаҡ йорттарҙың һәм хужалыҡ ҡаралтыларының ишектәренә беркеткәндәр.

Ышаныуҙар буйынса, аттың үҙе генә түгел уның ҡылы, тире, һөтө, хатта эйәр-өпсөнө лә магик көскә эйә. Мәҫәлән, ҡырҙа йоҡлаған ваҡытта баш осона ҡамыт, эргә-тирәңә сыбыртҡы һалһаң, ат тиренән ҡурҡып яныңа ен-шайтандар килмәй, тиҙәр. (Ш. Сафин. Учалы р-ны, Аһылай ауылы). Ат тирен, тиҙәген, боҫон ауырыу эйәләрен ҡыуыу өсөн дә ҡулланғандар. Мәҫәлән, шешкән, күгәргән, ҡаймыҡҡан ергә ат тиҙәген бәйләп ҡуйыу, ауыртҡан ергә ат тирен һөртөү, ауырыу баланы аттың боҫона тотоу кеүек «йүнәлтеү» алымдары 60-70 йылдарҙа ла ҡулланылған. (Ғ.К.Хисамитдинов. Яңы Абҙаҡ ауылы)[3].

Ат дағаһын, ҡыу башын элеп ҡуйыу йолаһы бар. Аттан төшөп ҡалған дағаны тупһаға ҡаҡһаң, өйгә тел-теш, ен-шайтан инмәй икән. Мал-тыуар, ҡорт, ҡош-ҡорт үрсеһен, ҡазаланмаһын тип ҡыу ат башын кәртә-ҡураға, умартаға элеп ҡуйыу йолаһы әле лә һаҡланған.

Башҡорт телендә ат һүҙе менән: ат кеүек эшләү, ат башындай, ат ҡолонлатыу, атҡа менгәндәй булыу, ат күҙендәй; ат саба тип бет саба; ат аунаған ерҙә төк ҡала һ.б. фразеологизмдар, мәҡәл-әйтемдәр бар. Ат һүҙе килеп сығышы яғынан төрки сығанаҡлы һүҙ.

Боронғо башҡорт мифологик күҙаллауҙары буйынса, аттар, хәҙерге көндә лә «Йылҡысыҡҡанкүл» тип йөрөтөлгән, күлдән сыҡҡан. Йылҡысыҡҡанкүл Шүлгәнташ мәмерйәһенән өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Башҡорт мифологияһында ат кеше булып һөйләшә, икенсе кәүҙәләнеш һәләтенә эйә. Киҫкен осраҡтарҙа ул геройҙы ботаҡтарына ултыртып юғарыға күтәргән һәм эҙәрләүселәрҙән ҡотҡарған изге ырыу ағасы булып китә ала. Башҡортостан территорияһында Белорет районында «таш ҡолон» йәки «йәйге таш» тип аталған таш һын һаҡланып ҡалған. Уны изге тип атағандар, уға табынғандар һәм ҡорбандар килтергәндәр; уның ярҙамында ямғыр саҡырып буламы, юҡмы икәненә ышанғандар. Ат кешеләрҙе яуызлыҡтан, ауырыуҙарҙан һәм ҡазаларҙан һаҡлаған. Ат күҙе кешенән йәшеренгән нәмәләрҙе күреү һәләтенә эйә, тип иҫәпләнгән. Һаҡланыу сифатында умарталарҙың өҫтөндә, кәртә һайғауҙарында һәм ҡапҡа башына ат баш һөйәген ҡуйғандар. Магия көсө ат ҡылынан йәки тиренән үрелгән бау менән тапшырылып, уларҙы үҙҙәре менән юлға алып сыҡҡандар һәм йоҡлаған саҡта йыландан һаҡлағыс итеп үҙҙәренең янына һалғандар[4][5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек. — Өфө: Ғилем, 2002. — 126 б. ISBN 5-7501-0299-8
  • Сагитов М. М. Отражение культа коня в башкирском народном творчестве //Вопросы башкирской фольклористики. Уфа, 1978;
  • Сулейманова М. Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. КОНЯ КУЛЬТ
  2. КОНЯ КУЛЬТ
  3. Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек. — Өфө: Ғилем, 2002. — 126 б. ISBN 5-7501-0299-8
  4. Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек. — Өфө: Ғилем, 2002. — 126 б. ISBN 5-7501-0299-8
  5. Лошади в башкирской мифологии