Эстәлеккә күсергә

Хөрәфәти хикәйә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөрәфәти хикәйә

Хөрәфәти хикәйә — фольклор жанры, кешенең тәбиғи булмаған йән эйәһе менән осрашыуы тураһындағы ҡыҫҡа хикәйә[1].

Хөрәфәти хикәйә — фольклор жанры, кешенең тәбиғи булмаған йән эйәһе менән осрашыуы тураһындағы ҡыҫҡа хикәйә. Һөйләүсенең үҙе йәки уның танышы менән булған ваҡиға бәйән ителә. Өҫтәүенә, жанрҙың ойоштороусы эстетик башланғысы булып уйҙырма хәл-ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡ итеп һөйләү принцибы тора.

Көсөргәнешле психологик хәл тыуҙырыу һөйләүсенең төп маҡсаты булып тора. Хөрәфәти хикәйәнең барлыҡҡа килеүе бик боронғо дәүергә ҡарай һәм тәбиғәтте йәнләндереүгә, изге һәм яуыз рухтарға ышаныуға бәйле. Хөрәфәти хикәйәнең сюжеты өсөн ваҡиға урынын һәм ваҡытын һүрәтләүҙә үҙгәртеүҙәр индереү хас.

Ғәҙәттәге урын итеп ҡараңғы урман, һаҙлыҡ, йылға йәки күл яры, йырын, зыярат һ. б. ер һайланған. Хөрәфәти хикәйәләрҙең ваҡыты булараҡ төн, таң, эңер мәле һайланған.

Хөрәфәти хикәйәләге ваҡиғалар үҫешенең иң юғары нөктәһе йәғни кульминацияһы — кешенең тәбиғи булмаған йән эйәләре, аждаһа, албаҫты, бисура, эйә-рухтар, мәскәй, шайтан менән осрашыу мәлен һүрәтләү.

Хөрәфәти хикәйәләр йыш осраҡта әкиәт нигеҙе итеп ҡабул ителә.

Халыҡ ышаныуҙарында уларҙың ике төрө осрай: яуыз, сиктән тыш хәүефле ендәр һәм сағыштырмаса зыянһыҙ, изге йән эйәләре. Тәғәйен тыйыуҙарҙы үтәмәгән хәлдә, изге итеп ҡабул ителгәндәре лә шулай уҡ кешегә зыян килтерә ала, тип фараз ителгән.

Башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла хөрәфәти хикәйәләр бар[2][3].

Хөрәфәти хикәйәләр, ғәҙәттә, йөкмәткеһе буйынса классификациялана. Сюжет һәм мотив күрһәткестәрендә бүлектәр мифологик персонаждары буйынса айырыла. Мәҫәлән, тәбиғәт рухтары, йорт эйәһе, шайтан, йылан, ҡәһәрләнгәндәр һ. б. тураһында бәйән иткән хикәйәләр.

Анимизм

Нәҙершина Ф. А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башкирский фольклор: исследования и материалы. Уфа, 1993.

Устно­-поэтическое творчество мор­довского народа: Легенды, предания, былички /сост. и автор предисл. Л. В. Седова. Саранск, 1983

  1. Нәҙершина Ф. А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башкирский фольклор: исследования и материалы. Уфа, 1993.
  2. БЫЛИЧКА
  3. Устно­-поэтическое творчество мор­довского народа: Легенды, предания, былички /сост. и автор предисл. Л. В. Седова. Саранск, 1983