Темәс Илекәев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Темәс Илекәев
Тыуған көнө:

билдәһеҙ

Тыуған урыны:

Нуғай даруғаһы, Бөрйән улусы, Илекәй ауылы

Вафат булған көнө:

билдәһеҙ

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Темәс Илекәев — башҡорт тарханы. 1735—1740 йылдарҙағы һәм 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Темәс Илекәев сығышы менән Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Илекәй ауылы башҡорттарынан. Тархандар нәҫеленән. Шәжәрәһе: Бейеш → Ҡолторһаҡ → Ишем (Шим) → Илекәй → Темәс[1].

1735—1737 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша. 1742 йылда 4 даруғаның — Ҡазан, Нуғай, Себер һәм Уҫы даруғаларының башҡорт вәкилдәре делегацияһы составында, 1736 йылдың 11 февралендәге указдар буйынса индерелгән керҙәштәргә ер менән оброкһыҙ файҙаланыу хоҡуғын һәм башҡорттарҙан туй өсөн һалымды бөтөрөүҙе һорап, Өфө вице-губернаторы П. Д. Аксаковҡа яҙылған хатҡа ҡул ҡуйған[2].

1755 йылдың 15 майында Бөрйән улусында Ялан Этҡол, мулла Хоҙайбирҙе һәм Сураш етәкселегендә йәнә ихтилал тоҡана. Темәс Илекәев Талҡаҫ күле буйында башҡорт халҡын йәберләгән өсөн тау‑эҙләнеү эштәре начальнигы Е. Е. Брагинды һәм уның ярҙамсыларын язалауҙа ҡатнаша. Темәстең ҡустыһы Ҡалмаҡай Иләкәев был ваҡиға тураһында Бөрйән улусы старшинаһы Бикбулат Әликәшевҡа хәбәр итә, ә старшина үҙ сиратында Талҡаҫ күле буйында йыйын ойошторорға бойора. Темәстең атаһы Илекәй Ишемов (Шимин) та ихтилалға ҡушыла. 18 майҙа баш күтәреүселәр Иҫәт трактының Сапсал ямын һәм тау-эҙләнеү эштәре начальнигы Брагиндың ихатаһын талай[3].

Ырымбур губернаһы губернаторы Неплюев Иван Иванович баш күтәреүселәргә ҡаршы подполковник Исаков етәкселегендәге команданы, ә һуңыраҡ бригадир Бахметев командалығындағы 1300 регуляр һалдаттарҙы һәм казактарҙы ебәрә. Карателдәр бөтә халыҡты талай һәм эҙәрлекләй башлай, ҡайһыларын язаға тарттыра[3]. Темәс Илекәев, Сураш һәм Әмин Ҡалмырҙиндар менән бергә Яйыҡ йылғаһы аша үтеп ҡаҙаҡ далаһында һыйыныу урына таба. Батша хөкүмәте ихтилалсыларға амнистия тураһында манифесттар, указдар сығарғас, 1760-сы йылдарҙа улар туған яғына әйләнеп ҡайта[1].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Уның исеме буйынса хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Темәс ауылы аталған.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡустылары:

  • Байыш Илекәев (1733—?), 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан өсөн «ғүмерлеккә» матрос булып хеҙмәт итеүгә бирелә[1].
  • Ҡалмаҡай Илекәев (1736—?), тау‑эҙләнеү эштәре начальнигы Е. Е. Брагиндың командаһына хеҙмәт итә, 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашыусы[1].
  • Айсыуаҡ Илекәев (1742—1755), карателдәр тарафынан Рәсәй үҙәгенә оҙатыла һәм Һамарға барған юлда вафат була[1].

Улдары — Илбаҡты (1746—?), Нурбаҡты (1748—?).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — Б. 84, 87. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Темәс Илекәев // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 Акманов И. Г., 2016, с. 350—352

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]