Абыҙгилдин Айрат Юнир улы
Айрат Юнир улы Абыҙгилдин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
22 октябрь 2016 (54 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
нефтехимия |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы |
![]() | |
---|---|
![]() |
Айрат Абыҙгилдин |
Абыҙгилдин Айрат Юнир улы (15 июнь 1962 йыл — 22 октябрь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-технолог һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1998).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Айрат Юнир улы Абыҙгилдин 1962 йылдың 15 июнендә Ишембайҙа тыуа. Атаһы — Абыҙгилдин Юнир Миңлеғәле улы, техник фәндәр докторы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
1984 йылда Айрат Юнир улы И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлай.
Шул уҡ йылда ул Өфө нефть институтында уҡыта башлай. 2002 йылдан алып инженер графикаһы кафедраһы мөдире.
Айрат Юнир улының ғилми хеҙмәттәре нефть эшкәртеү технологияларын уйлап табыуға һәм углеводород сеймалын эшкәртеү юлдарының технологик схемаларын анализлауға бағышланған. Абыҙгилдин тарафынан газ конденсаттарын меркаптандарҙан таҙартыу ысулдары уйлап сығарылған, нефтехимия производстволарының төп технологик процестарының график моделдәре төҙөлгән.
1998 йылда Техник фәндәр докторы исемен яҡлай.
Айрат Абыҙгилдин 200‑ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы кеүек билдәле.
2016 йылдың 22 октябрендә Өфөлә вафат була[1].
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Линейные изображения схем установки риформинга //Химия и технология топлив и масел. 1995. № 6
- Информационные технологии и современные методы обучения //Горный вестник. 1997. № 3.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ӨДНТУ яңылыҡтары 2021 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абыҙгилдин Айрат Юнир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2021)
- 15 июндә тыуғандар
- 1962 йылда тыуғандар
- 22 октябрҙә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Ишембайҙа тыуғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары
- И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаусылар