Ғәлиев Радик Гәрәй улы
Ғәлиев Радик Гәрәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 июнь 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Ишле, Көсөгән ауыл советы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | стоматолог, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ғәлиев Радик Гәрәй улы (15 июнь 1956 йыл) ғалим-стоматолог. Медицина фәндәре докторы, профессор (2004). 1987 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Радик Гәрәй улы Ғәлиев 1956 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Яңы Ишле ауылында тыуа. 1982 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай, 1987 йылдан алып шунда уҡ эшләй. Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә һәм һөнәри белем биреү институты курстары менән ортопедик стоматология һәм яңаҡ-бит хирургияһы кафедраһы профессоры[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге стоматолог-ортопедтарҙың һөнәри әҙерлек алымдарын камиллаштырыуға арналған. Ғәлиев “ИСТОК” интеграциялы стоматологик өйрәтеү комплексын, ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм ортопедик дауалау алгоритмдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә.
180 эш, шул иҫәптән 9 монография, 14 патент һәм уйлап табыуҙарға авторлыҡ таныҡлығы, файҙалы моделдәр һәм мәғлүмәт базалары баҫылған[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- "Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре" тигән маҡтаулы исем
- «Юғары белем биреү өлкәһендә новаторлыҡ эше өсөн» алтын миҙалы[3]
Мөһим мәҡәләләре[1]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галиев Р.Г. Ортопедическая стоматология в многомерных моделях, схемах и алгоритмах Многофункциональная монография. Уфа: Гилем, 2002. – 358 с. ISBN 5-7501-0285-8
- Галиев Р.Г. Многомерные модели и алгоритмы в ортопедической стоматологии. М.: Наука, 2006. – 500с. ISBN 5-02-034369-2
- Галиев Р.Г., Штейнберг В.Э. Профессионально-педагогические проблемы медицинского образования: монография. Уфа: Изд-во БГПУ, 2009. – 174 с. ISBN 978-5-87978-453-3
- Галиев Р.Г. Ортопедическая стоматология в многомерных моделях и алгоритмах. – 2-е изд., перераб. и доп. – Уфа: АН РБ, «Гилем», 2010. – 335 с. ISBN 978-5-7501-1145-9
- Галиев Р.Г. Ортопедическая стоматология в многомерных моделях и алгоритмах: монография. – 3-е изд., перераб. и доп. – Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. – 500 с. ISBN 978-5-85051-7
- Галиев Р.Г. Конструкции зубных протезов и этапы их изготовления при лечении больных с патологией зубочелюстной системы. – Уфа: Гилем, 2002. – 61 с.
- Штейнберг В.Э., Калимуллин Р.Х., Манько Н.Н, Галиев Р.Г. Изобразительные средства в духовном образовании молодежи. Уфа: Изд-во БГПУ, 2011. – 188с.
- Галиев Р.Г. Ортопедическая стоматология в многомерных моделях и алгоритмах: монография/ Р.Г.Галиев. – 4-е изд., перераб. и доп. – Уфа: КП РБ Издательство"Мир печати", 2019. – 428 с.
- Профессионально-педагогические проблемы медицинского образования. Уфа, 2009 (авторҙ.);
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ғәлиев Радик Гәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Галиев Радик Гараевич 2022 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ Известные ученые
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиев Радик Гәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.