Эстәлеккә күсергә

Рахманов Тәлғәт Лотфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рахманов Тәлғәт Лотфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Абдулла, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 24 август 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Үрге Йәркәй, Илеш районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Рахманов Тәлғәт Лотфулла улы (15 июнь 1920 йыл24 август 2010 йыл) — СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1962—1987 йылдарҙа КПСС-тың Илеш район комитетының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов 1920 йылдың 15 июнендә Башҡортостандың Илеш районы Мансар ауыл Советының Абдулла ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Атаһы, Лотфулла ағай, батша армияһында хеҙмәт итә, Граждандар һуғышында ҡатнаша, ауылдаштары менән бергә яңы колхоз тормошон яйға һала. Лотфулла үҙенең биш балаһын үҙаллылыҡҡа, тыуған ерҙәрендә тырышып, намыҫлы эшләргә өйрәтә.

Тәлғәт Лотфулла улы Алыҫ Көнсығышта сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң журналист, хужалыҡ һәм совет хеҙмәткәре булып эшләй. Бер нисә йыл партия вазифаларында эшләгәндән һуң, Тәлғәт Рахманов 1965 йылда КПСС-тың Илеш район комитеты беренсе секретары була. Был вазифала ул егерме ике йыл дауамында эшләй, райондың көнкүрешен яҡшыртыу, сәнәғәт һәм ауыл хужалығын үҫтереү, яңы, заманса торлаҡ төҙөү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

1987 йылда пенсияға сыға. Артабанғы йылдарҙа ул район үҙәген ташлап китмәй, үҙ йортонда йәшәй, баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. 2010 йылдың 24 авгусында вафат була[1].

КПСС ағзаһы. КПСС-тың ХХІІІ-ХХVII съездары делегаты. ІХ-ХІ саҡырылыш РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты[2]. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының V, VI, VII, VIII саҡырылыш депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966, Бөтә Союз социалистик ярышта юғары ҡаҙаныштары өсөн һәм 1961—1965 йылдарҙа район ҡаҙаныштары өсөн).
  • Өс Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (1968) ордендары, СССР-ҙың миҙалдары (улар араһында «Японияны еңгән өсөн», «Германияны еңгән өсөн»), халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең өс алтын һәм ике көмөш миҙалы (1965, 1966, 1984, 1963, 1967) менән бүләкләнә.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы.
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
  • СССР-ҙың почетлы сик буйы һаҡсыһы.
  • Илеш районының почетлы гражданы (2005).