Копылов Василий Данилович
Копылов Василий Данилович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 июнь 1921 |
Тыуған урыны | Мораҡ, СССР |
Вафат булған көнө | 1 апрель 1966 (44 йәш) |
Вафат булған урыны | Силәбе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Успенский зыяраты (Силәбе)[d] |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Копылов Василий Данилович (15 июнь 1921 йыл — 1 апрель 1966 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танк бригадаһының мотоуҡсылар отделениеһы командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Данилович Копылов 1921 йылдың 15 июнендә Үҫәргән кантоны Алексеевский утарында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. Алты класс тамамлаған. Йылайыр игенселек совхозында (Башҡортостан) бухгалтер булып эшләй.
1939 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында — 1941 йылдың авгусынан, Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш, Воронеж фронттарында һуғыша. Яралана.
178-се танк бригадаһының (10-сы танк корпусы, 40-се армия, Воронеж фронты) мотоуҡсылар отделениеһы командиры комсомолец Копылов В. Д. Днепр йылғаһы аша сыҡҡан саҡта айырыуса батырлыҡ күрһәтә.
Һуғыштан һуң Силәбе ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1966 йылдың 1 апрелендә вафат була. Силәбеләге Успенский (Цинк) зыяратында ерләнгән[2].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«1943 йылдың 23 сентябрендә В. Д . Копылов беренселәр иҫәбендә украин хуторы Монастырёк янында (хәҙерге Киев өлкәһендәге Кагарлыҡ районы Ржищев ҡала тибындағы ҡасаба) Днепрҙы йөҙөп аша сыға. Ҡыйыу отделение командиры булған подразделение ике тәүлек эсендә өс дошман һөжүмен кире ҡаға. Бер нисә совет һалдатына ҡаршы гитлерсылар дүрт танк, ике штурмлау орудиеһы һәм пехота батальонын ташлайҙар. Сержант Василий Копылов шәхсән үҙе бер штурмлау орудиеһын юҡ итә. Яу яланында етмеш ике яралы һәм ҡырҡ ете һәләк булған фашист ятып ҡала».
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарында указына ярашлы командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн сержант Копылов Василий Данилович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2356) тапшырыла.[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.01.1944)[4][5];
- Ленин ордены (10.01.1944);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.07.1943)[6];
- миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Копылов Василий Данилович хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһының Мораҡ ауылында Йәштәр микрайонындағы урамға уның исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылы
- ↑ Копылов Василий Данилович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 10 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 19 января (№ 3 (263)). — С. 1
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 23, л. 210, 211).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 4, л. 6).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2830, л. 2, 25, 26).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн.4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Копылов Василий Данилович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2021)
- Копылов Василий Данилович.