Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы
Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Кинйәбулат ауылы, (хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы) |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Мәскәү, РСФСР |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
штабс-капитан, Башҡорт Армияһы |
Командалыҡ итеү |
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (Башҡорт корпусы) |
Хәрби алыш/һуғыш | |
Наградалар һәм премиялар |
Әүхәҙи Ғәләүетдин улы Ишмырҙин (1890—1923) — хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының һәм Башҡорт милли хәрәкәтенең актив ҡатнашыусыһы, штабс-ротмистр.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әүхәҙи Ғәләүетдин улы Ишмырҙин 1890 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында) тыуған. Ҡазан ҡалаһында уҡытыусылар мәктәбен, ә 1914 йылда — кесе офицерҙар әҙерләй торған хәрби мәктәпте тамамлай.
1914—1917 йылдарҙа Рәсәй армияһында хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Подпоручик дәрәжәһе ала.
1917 йылда Бөтә башҡорттар ҡоролтайында (съезында) ҡатнаша.
1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәтенең большевик ағзалары тарафынан ҡулға алынғандан һуң, Әүхәҙи Ишмырҙин инициативаһы менән Юрматы кантоны башҡорттары съезы саҡырыла. Съезда Ырымбур революцион комитеттың эшмәкәрлегенә ҡаршы протест белдереп һәм Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итеүҙе талап итеп, В. И. Ленинға телеграмма ебәрергә ҡарар ителә.
1918—1919 йылдарҙа Башҡорт армияһында хеҙмәт итә, 1918 йылда штабс-ротмистр дәрәжәһенә күтәрелә.
1918 йылдың октябренән Башҡорт армияһының 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы командиры, шул уҡ ваҡытта Юрматы кантоны ирекле отрядының башлығы ла була. Башҡорт хәрби советы ағзаһы.
1919 йылдың февраленән 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының командующийы итеп ҡуйыла. Башревком составына инә.
1919 йылдың апреленән Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаһында ул РККА (Айырым Башҡорт уҡсы бригаданың) башҡорт частарын ойоштороу менән шөғөлләнә.
1919 йылдың сентябрендә Петроград фронтының Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөн төҙөүҙә ҡатнаша.
1920 йылдан башлап автономиялы республиканың кантондарында советтар ойоштороу менән мәшғүл була.
РСФСР Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ комиссарҙары советының 1920 йылдың 19 майында «Автономиялы Совет Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыҡҡандан һуң, протест йөҙөнән Башревкомдың башҡа ағзалары менән бергә отставкаға китә.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған менән бергә Урта Азияла «баҫмасылар хәрәкәтендә» ҡатнаша.
1922 йылдың апрелендә ҡыҙылдарға әсирлеккә эләгә һәм язалап үлтерелә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ир туғандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбулды (1887—?) — кулак тип һөрөлә.
- Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (1893—1937) — Башҡорт милли хәрәкәттә ҡатнашыусы, штабс-капитан, Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы. 1937 йылда репрессиялана.
- Йосоп (1896—?) — репрессиялана: 1937 йылда ҡулға алына һәм 10 йылға иркенән мәхрүм ителә.
- Яҡуп (1902—1964) — РККА сафында хеҙмәт итә, бригаданың замполиты була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колшәрипов М. М., Ярмуллин А. Ш. Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы. // Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә(недоступная ссылка) (баш.)
- Таймасов Р. С. Башҡорттарҙың Граждандар һуғышында ҡатнашы: беренсе китап. Контрреволюция лагерында (1918 — февраль 1919 гг.):Монография.— Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.
- Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009. (баш.)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1890 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Кинйәбулатта тыуғандар
- 1923 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Изге Георгий ордены билдәһе кавалерҙары
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- Башҡортостандағы Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар