Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө
Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында | |
Тип | |
Численность |
8 295 кеше (01.12.1919) |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары | |
- | |
Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда башҡорт частарының хәрби формированиелары.
Ойошторолоуы һәм тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө РСФСР-ҙың Революцион хәрби советының рәйесе Л. Д. Троцкийҙың 1919 йылдың 7 октябрендә сыҡҡан бойороғона ярашлы Көнсығыш һәм Көньяҡ фронттарынан килгән хәрби частарҙың базаһында Петроградта ойошторола. Төркөм командующийы —Х. Ф. Әлишев, хәрби комиссары — Ә. О. Тереғолов, штаб начальнигы итеп Я. Ю. Кальметьев тәғәйенләнәләр.
Ойошторолған саҡта төркөм составына инә:
- 3-сө Башҡорт кавалерия полкы (360 штык, 240 ҡылыс);
- 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының 3-се батальоны (575 штык);
- Башҡорт айырым артиллерия дивизионы (3 батарея).
1919 йылдың октябрь аҙағында төркөм составына 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының 2-се батальоны ҡушыла, 1919 йылдың 3 ноябрендә — шул уҡ полктың 1-се батальоны. 1919 йылдың октябрендә төркөм составына Көньяҡ фронттан башҡорт частары һәм Башҡорт АССР-нан килгән яңы частар ҡушылғандан һуң уның составы яңыртыла — төркөмдө Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы тулыландыра.
1919 йылдың 17 октябренән төркөм Көнбайыш фронтында 7-се армия составында һуғыша.
Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө Петроград оборонаһында һәм Гатчина, Павловск, Ямбург ҡалаларын баҫып алыуҙа ҡатнаша.
1919 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө частары[1] Финляндия менән Карел участкаһы сигенә ебәрелә, ә уның штабы — Петроградҡа күсерелә.
1919 йылдың 1 декабренә төркөм һаны 8 295 кеше, ә дөйөм юғалтыуҙары — 2 142 кеше (башлыса яраланғандар) тәшкил итә. Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө командующийы А. М. Ахлов була.
1919 йылдың декабрь айында Петроградта Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы хәрби комиссариаты бойороғо буйынса Фронттарҙағы башҡорт ғәскәрҙәре эштәре буйынса вәкилдәрҙең революцион советы ойошторола. Реввоенсовет рәйесе итеп А. М. Ахлов, ә 1920 йылдың февраль айынан — Ф. Ә. Әхмәҙуллин тәғәйенләнә.
1920 йылдың май аҙағында Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы Латвия менән дәүләт сиктәрен һаҡлауға күсерелә, кавалерия частары 1-се Башҡорт кавалерия полкына ҡушыла. Үҙ сиратында был полк Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына инә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петроград оборонаһында күрһәткән батырлығы һәм генерал Н. Н. Юденич армияһын тар — мар иткәне өсөн 1920 йылдың 18 февралендә Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә Петроград эшселәр һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советы исеменән Ҡыҙыл Байраҡ тапшырыла. Хәҙерге көндә Почетлы Байраҡ Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана.
Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө начальнигы Х. Ф. Әлишев, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы штабы начальнигы З. Х. Гәрәев, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы комиссары Ғ. Ғ. Ибраһимов, йыйылма Башҡорт полкы яугиры Г. Төхвәтуллин һәм башҡалар наградлана.
РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты исеменән Башҡортостан АССР-ының хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары урынбаҫары Ә. Ғ. Ишмырҙин — исемле ҡылыс, Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы комиссары Н. Т. Таһиров — эйәр менән бүләкләнә.
Айырыу билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еңгә беркетелә торған билдә Башҡорт төркөмө ғәскәрҙәре шәхси составының айырмалы билдәһе була. Ул йәшел төҫтәге ромбтан ғибәрәт була. Ромбтың ситтәре алтын бау менән ҡаймаланған. Ромб уртаһында алтын еп менән сигелгән ярым ай һәм йондоҙ урын алған. Бынан тыш, еңгә беркетелгән билдәләрҙең башҡа төрҙәре лә булған: ромбһыҙ ҡыҙыл йондоҙ һәм ярым ай (гимнастеркала), ҡыҙыл ҡаймалы йәшел ромб.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Ураҡаев И Башҡорт частәре Граждан һуғышында. — Өфө, 1929.
- Ярмуллин А. * Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журнал-альбомдары. Ватандаш. 2007, № 1. 2013 йыл 31 октябрь архивланған. C. 47-72 2013 йыл 31 октябрь архивланған. (баш.)(баш.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Тыш, 3-сө Башҡорт кавалерийского полка
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Насиров Р . Х., Ярмуллин А . * Ш. Башҡорт ғәсҡәрҙәре төркөмө// Булыу " Башҡорт энциклопедияһы 2014 йыл 13 сентябрь архивланған.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
- YouTube сайтында «Башкортостан:становление республики»