Рәсүлев Мөждәбә Муса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөждәбә Муса улы Рәсүлев
Тыуған ваҡыты

1897({{padleft:1897|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Ахун ауылы

Үлгән ваҡыты

1946({{padleft:1946|4|0}})

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

башҡорт ихтилалсылары

Хәрби алыш/һуғыш

Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы

Рәсүлев Мөждәбә Муса улы (18971946) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөждәбә Муса улы Рәсүлев 1897 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Ахун ауылында тыуған. Милләте — башҡорт. Урта белем алған[1].

Башҡортостан АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантонының хәрби комиссарының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[2].

1920 йылдың 25—28 июнендә Тамъян-Ҡатай кантон Советтарының I съезы эше барышында башҡорт делегаттары элекке Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты рәйестәрен Ә. Ә. Вәлидовты һәм Х. Й. Йомағоловты ҡайтарыуҙа талап итә, әммә был талап үтәлмәгәс башҡорт делегаттарының бер өлөшө быға протест белдереп ултырыш залынан сығып китә. 1920 йылдың 25—28 июнендә Бөрйән-Түңгәүер кантон Советтарының I съезында ошондай уҡ ваҡиға була, 2‑се составтағы Башҡортостан Хәрби-Революцион Комитеты бойороғо буйынса башҡорт делегаттарының бер өлөшө ҡулға алына. Һөҙөмтәлә Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы тоҡана[3].

Июль—августа С. Ш. Мырҙабулатов, Ф. Б. Мәғәсүмов, Х. Ғ. Унасов, шулай уҡ Ғ. Айытбаев, З. Ғәлин, Ә. Ғ. Ишмырҙин, М. Мостафин, М. Сәғитов, Ф. Юламанов, Ғ. Я. Амантаев һәм башҡалар менән бергә Мөждәбә Рәсүлев ҡораллы төркөмдәр ойоштора, улар сентябрҙә Башҡорт ҡыҙыл армияһына берләшә[3].

Сентябрь—октябрҙә Тамъян-Ҡатай кантонының Айыуһаҙ, Күсем, Ҡотой, Мораҡай һәм Юламан ауылдары янында Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы, РСФСР эске һаҡ ғәскәрҙәре (ВОХР) һәм РККА подразделениелары менән һуғыштарҙа Рәсүлев, Латипов, Усманов һәм башҡалар етәкселегендәге баш күтәреүселәр отрядтары еңелә[2].

13 ноябрҙә Стәрлетамаҡҡа совет власы органдары менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Башҡорт ҡыҙыл армияһы Реввоенсоветы вәкиле Мөждәбә Рәсүлев килә. 14 ноябрҙә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ихтилалсылар менән һөйләшеүҙәргә инеү тураһында ҡарар ҡабул итә, хөкүмәт делегацияһы составына П. Н. Мостовенко, Г. Ҡарамышев, К. Иҙелғужин, А. Насыров, Н. Р Бикбаев инә[2].

26 ноябрҙә Темәстә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм П. Н. Мостовенко етәкселегендәге РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты вәкилдәре һәм башында Мырҙабулатов торған баш күтәреүселәр етәкселәренең бер өлөшө килешеү төҙөй, уға ярашлы Башҡортостан хөкүмәтенең элекке етәкселәрен кире ҡайтарылырға, власть структураларында 2/3 өлөшө башҡорттарға бирелергә, автономия эшенә зыян килтереүсе татар һәм урыҫ хеҙмәткәрҙәрен респуликанан ситкә сығарырға, ирекле баҙар иғлан итергә, ирекле рәүештә ҡорал һалған баш күтәреүселәргә амнистия гарантиялана, башҡорттарға ҡарата көс ҡулланыуҙа ғәйепле Поленов, Руденко һәм башҡалар суд ҡарауына бирелергә тейеш була. Килешеүгә ҡул ҡуйыу Стәрлетамаҡта була, уның аҫтында П. Мостовенко, Г. Ҡарамышев, К. Иҙелғужин, А. Насыров, С. Мырҙабулатов, М. Рәсулев, Ғ. Айытбаев, Сәфәрғәлин, Нурбәхтин, Ф. Юламанов үҙ ҡултамғаларын ҡуя[2]. Ихтилалсылар хәрәкәтенә йәлеп ителгән кешеләрҙең эштәрен ҡарау өсөн М. Халиҡов, Мөждәбә Рәсүлев һәм Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының бер вәкиле составында махсус комиссия ойошторола[4].

1920 йылдың 16—19 ноябрендә Белорет ҡалаһында уҙған Тамъян-Ҡатай кантон Советтарының II съезында делегат булараҡ ҡатнаша[5].

1938 йылдың 17 апрелендә ҡулға алына. 58-10 статья буйынса 10 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә. 1946 йылда ГУЛАГ-та вафат булған[5]. 1957 йылдың 19 октябрендә аҡлана[1].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы — Муса Фәтҡулла улы Рәсүлев (? — 1904) сығышы менән Шәрип ауылынан (туғандары — Ғайса Фәтҡулла улы һәм Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлевтар), Ахун ауылында указлы мулла була, хаж ҡыла[5].

Ағаһы — Ғабдулла Муса улы Рәсүлев 1920-се йылдарҙа Тамъян-Ҡатай кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире була[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Расулев Мужтаба Мусич // Книга памяти Республики Башкортостан.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Зарипов А. Б. Юго-восточный Башкортостан 1917—1922 гг. — Уфа, 2001. — С. 128–160. — 213 с.
  3. 3,0 3,1 Ғарипов М. С., Үзбәков Д. К. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — С. 313. — 368 с. — ISBN 5-295-02542-Х.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Зарипов Ә. Б. Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Башҡортостан тарихы буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. — С. 93, 143. — 264 с. — ISBN 5-295-022005.