Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 24 декабрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Үтәш, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (24 декабрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рафаэль Әхмәтгәрәй улы Дәүләтшин 1939 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан АССР-ының Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында тыуған.

1956 йылда Яңыбай ауылы урта мәктәбен тамамлаған һәм «Победа» колхозында эшләгән. 1958—1961 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһында металлургия заводында эшләй[1].

1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[2].

1966 йылдан Балаҡатай районының Билән ауылы урта мәктәбенең директоры була. 1968 йылдан ошо уҡ райондың Майғаҙы ауылы урта мәктәптәре директоры вазифаһын үтәй.

1971—1972 йылдарҙа «Яңы тормош» («Новая жизнь») район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһын башҡара[2].

1972—1975 йылдарҙа аспирантурала уҡый, уны тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 1977 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

1975—1982 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.

1983—1991 йылдарҙа В. И. Ленин Үҙәк музейының Өфө филиалында фән буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара[2].

1991—2005 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 2001 йылдан ошо институтта — төп ғилми хеҙмәткәр. 2000 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2005—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта[2].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рафаэль Әхмәтгәрәй улының фәнни хеҙмәттәре XX быуатта Башҡортостанда аграр мөнәсәбәттәр һәм крәҫтиәндәр тарихына арналған, ул — 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Хеҙмәттәре
  • Развитие сельского хозяйства Башкирской АССР в восьмой пятилетке : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 1977. — 209 с.
  • История крестьянства Башкортостана, 1917—1940 гг. : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 2000. — 442 с.
  • «Великий перелом» и трагедия крестьянства Башкортостана. Уфа, 1993; История крестьянства Башкортостана. 1917—1940 годы. — Уфа, 2001.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Давлетшин Рафаэль Ахметгареевич(недоступная ссылка) // Белокатайский район: история и современость
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ғарипов М. С. Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.