Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы
Уҡыу көйләүҙәре
Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 18 сентябрь 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы (18 сентябрь 1957 йыл), комсомол, партия органдары һәм элемтә өлкәһе хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәлғәт Талха улы Кинйәбаев 1957 йылдың 18 сентябрендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын 1984 йылда тамамлай. 1982 йылдан ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, икенсе секретары; 1986 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, бүлек мөдире; 1991 йылдан Бөрйән районы элемтә бүлеге начальнигы.
1987, 1999, 2005 йылдарҙа Бөрйән район Советы депутаты итеп һайлана[1]. 2012—2016 йылдарҙа район Советы рәйесе була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2005)
- Башҡортостан Республикаһы элемтә ветераны (2012)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киньябаев Талгат Талхович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 275. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»[2]