Бөрйән районы элемтә бүлеге
Бөрйән районы элемтә бүлеге | |
Нигеҙләү датаһы | 1995 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Бөрйән районы |
Бөрйән районы элемтә бүлеге — халыҡҡа, етештереү предприятиеларына, ойошмаларға һәм учреждениеларға төрлө элемтә хеҙмәте күрһәтеүсе предприятие. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Ленин урамы, 76 адресы буйынса урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрйән районы өсөн күп тиҫтә йылдар дауамындағы юлдар, элемтә ауыр мәсьәлә булып ҡала. Был мәсьәлә 1930 йылдың көҙөндә хәл ителә башлай. 1931 йыл башына Өфө менән телефон бәйләнеше булдырыла. Абоненттар һаны әкренләп арта бара: 1931 йылда — 20, 1948 йылда — 30, 1954 йылда — 100, 1956 йылда — 200.
XX быуаттың 60-сы йылдарҙа Бөрйән почта контораһы элемтә контораһына әйләндерелгәндән һуң барлыҡҡа килә. Башта урындағы властарға үҙәк һәм өлкә властарының циркулярҙарын, бойороҡтарын һәм күрһәтмәләрен, шулай уҡ гәзит һәм почта корреспонденцияларын һыбай илтәләр (ҡара:Бөрйән районында почта хеҙмәте)[1].
Һуңыраҡ электр бәйләнеше барлыҡҡа килә, телеграф хәбәрҙәре өсөн Морзе аппараты ҡулланыла. XX быуаттың 70-се йылдар башында райондың колхоздары һәм совхоздары араһында бәйләнеш булдырыла башлай. Ҡул телефон станциялары урынына автоматлаштырылғандары булдырыла. «Иҫке Собханғол — Әүжән» ҡала-ара элемтә линияһы төҙөлә.
1992 йылдан «Башинформсвязь» ААЙ-ның Белорет төбәк-ара элемтә үҙәге филиалы.
1995 йылда Бөрйән районында почта хеҙмәтенән айырыла.
1992 йылдан «Башинформсвязь» йәмәғәт акционерҙар йәмғиәтенең Сибай сервис үҙәге Иҫке Собханғол ауылы клиенттарҙы хеҙмәтләндереү төркөмө.
1994 йылда Бөрйән районы интернет селтәренә тоташтырыла (ҡара:Бөрйән районында телевидение).
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы — 1991 йылдан
- Бирганов У. Ф. — 2020 йылдан
Хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әминев Роберт Уйылдан улы
- Газина Фәнүзә Зиннәт ҡыҙы[2]
- Сәғитов Р. А.
- Мөхийәрова Р. Я.
- Шәмиғолова М. А.
- Дауытов Р. Ю.
- Газина А. Ф.
- Күлсарина Гөлсөм Нәҙир ҡыҙы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районный узел связи // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 435. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбаева В.А., Ягафаров Б.Г. История села Старосубхангулово. — WWW.DARIKNIGI.RU, 2021. — 110 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Почтовая служба // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 425. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Газина Фануза Зиннатовна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 167. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.