Бөрйән районында почта хеҙмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөрйән районында почта хеҙмәте
Нигеҙләү датаһы 1931
Административ-территориаль берәмек Бөрйән районы һәм Иҫке Собханғол
Карта

Бөрйән районында почта хеҙмәте — яҙма һәм баҫма материалдарҙы, посылкаларҙы, бандеролдәрҙе адрестарына оҙатыуҙы, шулай уҡ аҡса күсереүҙе һ.б. тәьмин итә. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Ленин урамы, 76 адресы буйынса урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөрйән районында XIX быуат аҙағына тиклем тиерлек рельеф үҙенсәлектәренә бәйле почта ташыу өсөн атлы транспорт файҙаланыла. Сәнәғәт үҙәктәренән йөҙҙәрсә километрға тиклем алыҫ булыу районда почта аша ойоштороуҙы тотҡарлай. Октябрь революцияһынан һуң да ун йылдан ашыу телефон һәм телеграф бәйләнеше булмай.

1930 йылдың 6 сентябрендә Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһының Халыҡ Комиссарҙары Советы «Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһының яңы административ-иҡтисади бүленешен тормошҡа ашырыу тураһында» ҡарар ҡабул итә. Почта элемтәһе, сым элемтәһе, радио, юл төҙөлөшө, транспорт мәсьәләләрен ҡарай һәм шунда уҡ Өфө менән телеграф бәйләнеше буйынса эш башларға һәм уны 15 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса тамамларға ҡарар итә.

Бөрйән почтамты начальнигы итеп Йылайыр кантонынан Сунгильдин тәғәйенләнә. 1931 йыл башына Өфө ҡалаһы менән телефон бәйләнеше булдырыла, 1933 йылға — 3 ауыл советы менән.

1995 йылда Бөрйән районы почта хеҙмәте Бөрйән районы элемтә бүлегенән айырыла.

Бөрйән районында 10 почта бүлексәһе бар, улар 93-тән ашыу хеҙмәт төрөн тәҡдим итә. Хеҙмәттәрҙең төп төрҙәренең береһе — ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу. Йылдан-йыл Бөрйән районы почта бүлексәһе был хеҙмәт төрө буйынса республикала алдынғы урындарҙа тора.

Бөрйән районы почта хеҙмәтенең күп кенә хеҙмәткәрҙәре ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 2003 йылда Йортбагишева Г. Ә.[1] «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе» исеменә лайыҡ була. Ғәлиуллина Г., Йортбағышева Г., Ишбулатова Х., Күжәбаева Р., Төлкөбаева С., Ибраһимова С., Ишҡыуатова М., Ишмөхәмәтов Ю., Вәлитова В. — «Почта хеҙмәте ветераны» исемен йөрөтәләр.

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сунгилдин — 1930 йылдан
  • Сәғитов М. Х. — 1930 йылдар уртаһынан
  • Ғайсина З.
  • Тупицын К. О.
  • Абдуллин И. М. — 1940 йылдан
  • Ҡудашев С. Р. — 1947 йылдан
  • Политков — 1951 йылдың ноябренән
  • Айытбаев Мырҙағәле Арслан улы — 1952 йылдан
  • Редкин А. А. — 1956 йылдан
  • Дорошин Д. А.
1970 — 1980 йылдарҙа
  • Ғәлиев Дамир Л.
  • Айытбаев. М. А.
  • Ҡолдәүләтов Бәшир Ш.
  • Долбилова П. Е.
  • Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы — 1991 йылдан
  • Вәлиуллина Рәсимә Ташбулат ҡыҙы[2] — 1995 йылдан
  • Ҡыуандыҡов Хаммат Авзал улы — 2000 йылдан
  • Нәҙершина Хәмдиә Хәлфетдин ҡыҙы[3] — 2001 йылдан
  • Неретина З. Р. — 2018 йылдан
  • Баймырҙина Н. Г. — 2020 йылдан

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Почтовая служба // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 425. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Юртбагишева Гульгуль Абдулганиевна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 583. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  2. Валиуллина Расима Ташбулатовна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 144. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  3. Надршина Хамдия Халфетдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 370. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.