Балдыбаев Сәғит Вәлит улы
Балдыбаев Сәғит Вәлит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1925 |
Тыуған урыны | Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 13 май 1998 (73 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Балдыбаев Сәғит Вәлит улы (10 ғинуар 1925 йыл — 13 май 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны[1], «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе, хеҙмәт ветераны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғит Вәлит улы Балдыбаев 1925 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышына 18 йәше тулғас та, 1943 йылдың 13 февралендә, алына. Ырымбур өлкәһенең Тоцк-2 ҡалаһында махсус 20-се батальонда әҙерлек курсы үтә. 1943 йылдың сентябрь айында Тбилиси ҡалаһында радиотелеграфистар училищеһында уҡый. 1944 йылдың майында фронтҡа оҙатыла.
Сәғит Балдыбаев 1-се Белоруссия фронтының 69-сы Армияһы 152-се айырым элемтәселәр полкында радиостанция урынлаштырылған машинала 1944 йылдың 16 майынан 20 июненә тиклем радист була. Украина һәм Көнбайыш Белоруссияны немецтарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 20 июлендә Көнбайыш Украинаның Ковель ҡалаһында ауыр яралана. Уң аяғын ҡырҡалар һәм, 1945 йылдың 26 майында комиссия үткәс, ауылына ҡайтаралар.
Һуғыштан ҡайтҡас, Сәғит Вәлит улы Балдыбаев Яңы Собханғол ауылындағы башланғыс мәктәптә уҡыта башлай. Артабан Байназар, Брәтәк балалар йорттарында уҡытыусы була, бер үк ваҡытта Темәс педагогия училищеһында ситтән тороп белем ала. Украинаның Львов ҡалаһында бухгалтер һөнәренә уҡый.
Ул, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда Госстрах инспекторы, коммуналь хужалыҡта баш бухгалтер вазифаларында эшләй. Һуңынан район мәғариф бүлегендә экономист, баш бухгалтер була. 3 ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
1998 йыл 13 майында вафат була. тыуған ауылы Яңы Собханғолда ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[3]
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[4]
- В. И. Лениндың 100 йыллығына арналған миҙал
- Хеҙмәт ветераны
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://veteran1945.jimdofree.com/вернулись/балдыбаев-сагит-валитович/ 2022 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ http://pomnimrb.ru/veterans/?info=6c40fa55-1542-11ec-a3a7-3cecef5d7b62
- ↑ https://1418museum.ru/heroes/27668023/(недоступная ссылка)
- ↑ https://pamyat-naroda.su/awards/anniversaries/1510698082(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- , 2022 йыл, 6 май, № 18. Беҙ — еңеүселәр вариҫтары. (Р. Балдыбаев)
- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.