Эстәлеккә күсергә

Сиражетдинов Рәүеф Дәүләт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сиражетдинов Рәүеф Дәүләт улы
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 21 декабрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Урал дәүләт хеҙмәте академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сиражетдинов Рәүеф Дәүләт улы (21 декабрь 1952 йыл) — мәғариф, комсомол, партия, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2010).

Рәүеф Дәүләт улы Сиражетдинов 1952 йылдың 21 декабрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған.

1982 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын, 1992 йылда Екатеринбург ҡалаһындағы Урал идара итеү институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлы
  • 1970 −1972 йылдар «Бөрйән» совхозы эшсеһе
  • 1970 йылдан Бөрйән районы Яңы Собханғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы,
  • 1974 йылдан «Бөрйән» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары,
  • 1982 йылдан — «Бөрйән» совхозының баш зоотехнигы;
  • 1986 йылдан КПСС район комитеты инструкторы;
  • 1987 йылдан халыҡ контроленың район комитеты инспекторы; 1992 йылдан халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү күп тармаҡлы берекмәһе директоры;
  • 1995 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының бүлек начальнигы;
  • 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының әйҙәүсе, 1998 йылдан — баш зоотехнигы, 2000 йылдан — ойоштороу, кадрҙар һәм уҡыу эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, 2001—2012 йылдарҙа — кадрҙар бүлеге начальнигы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
  • Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы[1]