Иванов Антон Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иванов Антон Сергеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 30 сентябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (35 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө спортсы
Квалифицирован для мужской спорт[d]

Иванов Антон Сергеевич 30 сентябрь 1983 йыл) — Рәсәй фехтовальщигы. Күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2000), фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006).

Рәсәйҙең үҫмерҙәр (19982000), үҫмер спортсылар (2001), милли (20042010) йыйылма командаһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антон Сергеевич Иванов 1983 йылдың 30 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Республиканың 5-се спорт йүнәлешендәге мәктәп-интернат һәм Өфөнөң 19-сы олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (тренеры — Л. Р. Грушина) тәрбиәләнеүсеһе.

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлай (2005).

Спорт һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүҙә (1999), Оснабрюкта (Германия, 2002) халыҡ-ара турнир еңеүсеһе.

Рәсәй чемпионы (2001),

Үҫмер егеттәр араһында Рәсәй беренселегенең көмөш призеры (1999, 2000);

Европа чемпионатының бронза призеры (2001, 2002),

Донъя Кубогы этабының бронза призеры (Лежно, 2001),

Рәсәй чемпионы (2001, көҙ; 2002),

Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселегенең бронза призеры (2001, яҙ);

Рәсәй чемпионы (2005; 2006),

Ир-аттар араһында Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2002, 2003).

Команда зачетында

Үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең көмөш (1999), бронза (2001) призеры;

Донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы (2002, 2003),

Европа чемпионы (2002),

Европа чемпионатының бронза призеры (2001);

Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселегенең Рәсәй чемпионы (2001, 2002), көмөш (2000), бронза (1999, 2001, көҙ) призеры;

Рәсәй чемпионатының Рәсәй чемпионы (2003; 2004), көмөш (2002; 2006; 2010), бронза (2005; 2008; 2009) призеры,

Ир-егеттәр араһында Бөтә донъя йәйге универсиаданыңбронза призеры (2005).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]