Эстәлеккә күсергә

Ғәзиев Ислам Гәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәзиев Ислам Гәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 сентябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (95 йәш)
Тыуған урыны Ҡорманай, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ғәзиев Ислам Гәрәй улы (30 сентябрь 1929 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1954—1977 йылдарҙа «Востокпроводмеханизация» тресының экскаватор машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1974).

Ислам Гәрәй улы Ғәзиев 1929 йылдың 30 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] Ҡорманай ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1949 йылда Черниковкалағы 20-се ФЗО мәктәбен тамамлағандан һуң «Востокпроводмеханизация» тресының 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығы коллективында экскаватор машинисы ярҙамсыһы булып башлай. 1954 йылдан экскаватор машинисы булып эшләй.

Эшләү осоронда Ислам Ғәзиев заманса ер ҡаҙыу техникаһын бар камиллыҡта үҙләштерә. Юғары квалификациялы белгес булғанға күрә, үҙ тәжрибәһен йәш механизаторҙарға оҫта тапшыра. Туғыҙынсы биш йыллыҡ йылдарында (1971—1975) 10 кешене үҙ һөнәренә өйрәтә.

Урта Азия — Үҙәк, Усть-Балык — Ҡурған — Өфө — Альметьевск, Медвежье — Үҙәк кеүек уғата эре магистраль торба үткәргестәрен һәм башҡа үтә мөһим нефть һәм наз объекттарын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша., . Медвежье — Үҙәк газ үткәргесе төҙөлөшөндә юғары производство уңыштарына өлгәшә: Себерҙең ауыр климат шарттарында, экскаватор менән 25 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы траншеяны ҡаҙып, эш нормаһын 140 процентҡа үтәй, смена заданиеларын даими рәүештә 145—150 процентҡа еткереп башҡара. Үҙенә тапшырылған техниканы дөрөҫ һәм һаҡсыл файҙаланыу һөҙөмтәһендә тик шул ғына объектта И. Г. Ғәзиев 3 700 литр дизель яғыулығын һәм 310 метр ҡорос тростарҙы экономиялай.

1974 йылда пландағы 180 тонна урынына 322 тонна тупраҡты эшкәртә. Үҙенең шәхси планын һәм 1974 йылға ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда — август айында уҡ үтәй, ә үҙенең биш йыллыҡ планын өс йыл да ете айҙа уҡ йомғаҡлай.

Төмән өлкәһенең Төньяҡ райондары — Урал — Волга буйы — Үҙәк газ үткәргес төҙөлөшөндә өлгәшкән юғары производство уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 20 февралендәге Указы менән И. Г. Ғәзиевҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1974). 1989 йылда хаҡлы ялға сыға.

Ғәзиев Ислам Гәрәй улы Өфөлә йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.