Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәйзрәхман Зәғәфүран улы Зәғәфүрәнов
Фәйзрәхман Зәғәфүран улы Зәғәфүрәнов
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе
1950 — 1967
Алдан килеүсе: Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы
Дауамсы: Солтанов Фәйзулла Вәли улы
 
Тыуған: 10 октябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе[1] Һөләймән ауылы
Үлгән: 5 сентябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (61 йәш)
Башҡорт АССР-ы, Өфө
Ерләнгән: Өфө
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
 
Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1957 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1963 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1949 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1940

Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы Зәғәфүрәнов (10 октябрь 1913 йыл — 5 сентябрь 1975 йыл) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре, 1950—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1940), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1963) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәғәфуранов Файзрахман Зәғәфуран улы 1913 йылдың 10 октябрендә Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе[1] Һөләймән ауылында тыуған. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Башҡорт юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбен тамамлаған.

Башкомвуз уҡытыусыһы (1935—1937), өлкә политпросветмәктәп (1939), Темәс башҡорт педагогия училищеһы директоры (1943—1945) булып эшләй.

1950—1967 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе вазифаһын атҡара.

СССР Юғары Советы депутаты (1950—1966), РСФСР Юғары Советы депутаты (1955—1959, 1963—1967) булып һайлана.

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан юғары (коммунистик) ауыл хужалығы мәктәбен (Өфө, 1935), КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1962) тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1930—1932 — Мәсетле районында иҫәпсе;
  • 1935—1937 — Башҡортостан юғары (коммунистик) ауыл хужалығы мәктәбе уҡытыусыһы (Өфө);
  • 1937—1943 — Өлкә сәйәси ағартыу мәктәбе директоры (Стәрлетамаҡ);
  • 1943—1945 — Темәс башҡорт педагогия училищеһы директоры;
  • 1945—1948 — ВКП(б)ның Баймаҡ район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире;
  • 1948—1950 — ВКП(б)ның Баймаҡ район комитеты секретары һәм беренсе секретары;
  • 1950—1957 — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе;
  • 1967—1971 — Башҡорт АССР-ы Министрҙар кабинеты эргәһендәге Дәүләт арбитражында баш арбитраж.

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1950—1966),
  • РСФСР- ҙың Юғары Советы депутаты (1955—1959, 1963—1967),
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1951—1967).

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]