Эстәлеккә күсергә

Граф күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Граф күле
Күлгә ҡойоусы йылғалар Таналыҡ
Күлдән аҡҡан йылғалар Таналыҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Граф күле[1][2][3] (русса Графское озеро[3]) —Таналыҡ йылғаһының үрге ағымындағы һыуһаҡлағыс. Мерәҫ ауыл Советы биләмәһендә, Рәсәйҙә Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан[1][4].

Һыу ятҡылығының исеме XIX быуат аҙағында был урында беренсе быуа төҙөгән Бельгия алтын приискыһы хужаһы, граф Э. В. Роттермунд титулынан килеп сыҡҡан[3].. Был беренсе быуа әлеге ваҡыттағы һыуһаҡлағыс майҙанынан тиҫтәләрсә тапҡырға кәмерәк булған.

Тышҡы һүрәттәр
Ташландыҡ ҡасаба Күлюртау эргәһендәге карьерға көньяҡ-көнсығыш яҡтан, Граф күле һыуһаҡлағысы, Мерәҫ ауылы һәм Ирәндек һыртының панорамалы күренеше. 2017 йылдың көҙө.[5]

Һыуһаҡлағыс Ирәндек һырты итәгендә Мерәҫ ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ, Таналыҡ йылғаһының һул ҡушылдыҡтары — Акменда һәм Кесе Корсага араһында йәйелеп ята[4][6]. Һыуһаҡлағыстың һыу өҫтө майҙаны 237 гектар тәшкил итә, күләме — 2 млн м³[7]. Киҫелеш бейеклеге — 492,9 м[8]. 1975 йылда сафҡа индерелгән[7]. Таш быуа, оҙонлоғо 250 м, һырты буйынса киңлеге — 7 метр[4]. Һыуһаҡлағыстың гидротехник ҡоролмалары IV класс хәүефлеккә ҡарай[7][9].

Һыуһаҡлағысҡа көнсығыш яғынан инеп торған, ағас ултыртылғанна ярымутрауҙа шул уҡ исемле «Граф Күле» балалар турбазаһы бар. Турбаза йыл әйләнәһенә эшләй, 28 гектар майҙан биләй[1][3].

  1. 1,0 1,1 1,2 Генеральный план сельского поселения Мерясовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан. admmeryas.ru. Официальный сайт Администрации СП Мерясовский сельсовет МР Баймакский район РБ. — ООО «НПП «Гипрозем». 2013 г. Дата обращения: 2018-2-14. Архивировано 2018-2-14 года.
  2. Об организации мест массового отдыха и обеспечения безопасности населения на водных объектах / Постановление от 07 мая 2010 года № 1234 / Администрация МР Баймакский район РБ. docs.pravo.ru. Справочно-правовая система «Право.ru». Дата обращения: 2018-2-14. Архивировано 2018-2-14 года. 2018 йыл 14 февраль архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 А. Байназаров. Имя определяет судьбу? baimvestnik.ucoz.ru. Баймакский вестник (4 декабрь 2006). Дата обращения: 2018-1-28. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 Лист карты N-40-129 Баймак. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1981 г.
  5. Кульюртау. culturalseason.ru. "Культурный сезон" — ГТРК "Башкортостан" (16 октябрь 2017). Дата обращения: 2018-2-14. Архивировано 2018-2-14 года. 2018 йыл 14 февраль архивланған.
  6. Карта бите N-40-117-Г-в.
  7. 7,0 7,1 7,2 Ҡалып:Cntd
  8. Лист карты N-40-117 Тубинский. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
  9. Ҡалып:Cntd