Мостафин Урал Сабирйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мостафин Урал Сабирйән улы
Тыуған көнө 17 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны 2-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Ойошма ағзаһы Рәсәй яҙыусылар союзы[d]

Мостафин Урал Сабирйән улы (17 ғинуар 1951 йыл) — хеҙмәт ветераны, шағир, яҙыусы. 2014 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге (2002) һәм Сәғит Агиш исемендәге әҙәби премиялар лауреаты (2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урал Сабирйән улы Мостафин 1951 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған. 1966 йылда үҙҙәрендә һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай, артабан Өфөлә 1-се башҡорт интернат-мәктәбендә белем ала. 1968—1973 йылдарҙа Өфө авиация институтында уҡый. 1973—1975 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Хеҙмәт иткән йылдарҙа Юрий Гагарин уҡыған авиация училищеһында хәрбиҙәрҙе уҡыта.

1975—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Ҡыҙыл пролетарий» заводында инженер-конструктор булып эшләй. Был заводта танкылар, самолеттар двигателдәре эшләйҙәр[1].

1982 йылда ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайта. 1983—1989 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетында сәнәғәт-төҙөлөш бүлеге мөдире булып эшләй, 1989—1990 йылдарҙа — мебель фабрикаһының баш инженеры, артабан 1990—1992 йылдарҙа төҙөлөп ятҡан кирбес заводының баш технологы, директор урынбаҫары. 1992—1995 йылдарҙа Баймаҡ ремонт-техник предприятиеһы генераль директоры вазифаһында эшләй[2].

1994 йылда Баймаҡ — Сибай юлында аварияға эләгеп, умыртҡа һөйәге имгәнә. Урал Мостафин ошо ауыр ситуацияла төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙ-үҙендә яңы мөмкинлектәр эҙләй. Әҙәбиәткә 2000-се йылдарҙа килә. Шиғриәт, проза, публицистика өлкәләрендә ижад итә.

Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тәүбә тәсбихем (Четки покаяния).// Нур усағы (Свет костра).Өфө, 2001;
  • Йәшәү яҙмыш (Жизнь — судьба). Сибай, 2002;
  • Илһам көсө (Сила вдохновения). Өфө, 2005;
  • Ғүмер- атылған уҡ (Жизнь- пущенная стрела).Өфө, 2010;
  • Ҡойон ҡойроғо оҙон (Шлейф смерча).Өфө, 2013;
  • Хистәр донъяһында (Мир чувств).Өфө, 2013[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
  2. 2,0 2,1 Урал Мостафин

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2021)
  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
  • Литературная карта Башкортостана. Урал Мостафин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2021)