Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы
СК РБ
Файл:SouzKyraisovRB.jpg
Административ үҙәге

Өфө, Рәсәй

Ойошма төрө

Ижади йәмәғәт ойошмаһы

Рәсми телдәре

урыҫ, башҡорт

Етәкселәре
Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы рәйесе

Ғәйсәров Артур Борхан улы

Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

1998

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://soyuzkuraistovrb.ru/

Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы (Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар берекмәһе) — Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмаһы һәм ижади союзы.

Союздың маҡсаты — милли инструменталь ижадты һаҡлау, үҫтереү, ҡурайсыларға, башҡорт традицион музыка ҡоралдарында бөтә башҡарыусыларға, уларҙың уңышлы ижади һәм концерт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүсе бөтә шарттар тыуҙырыу.

Адресы: 450001, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Һөнәрселек урамы, 17.

1998 йылда Өфө ҡалаһында ҡурайсыларҙың I съезы инициативаһы буйынса булдырылған ҡурайсыларҙың йәмәғәт ойошмаһы — Башҡортостандың ҡурайсылар союзы[1].

2003 йыл Өфө ҡалаһының Киров районы суды ҡарары буйынса йәшәүҙән туҡтай. 2007 йылда II республика ҡурайсылар съезы делегаттары инициативаһы буйынса ойошма тергеҙелә.

2016 йылда III республика ҡурайсылар съезы делегаттары, тауыш биреп, ойошманың рәйесе итеп Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Артур Ғайсаровты һайлайҙар. Съезд делегаттарының инициативаһы буйынса союз «Рәсәй Федерацияһының Ҡурайсылар союзы» тип үҙгәртелә.

Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзында 150 ағза бар. Союз башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫын тергеҙеү һәм үҫтереү, Ҡурайҙа, шулай уҡ башҡа башҡорт традицион музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығын үҫтереү, башҡорт халҡының музыка мәҙәниәте ҡаҙаныштарын тәшкил итеүсе сәнғәт ҡиммәттәрен һаҡлау һәм арттырыу, мәрхүм булған ҡурай оҫталарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

Ҡурайсылар союзы йәш ҡурайсыларға һәм башҡорт традицион музыка ҡоралдарында уйнаусыларға, инструменттар эшләүселәргә һөнәри оҫталығын камиллаштырыуҙа ярҙам итә, уҡыу йорттарына традицион музыкаль башҡарыу һәм фольклор кадрҙары әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә, конференциялар, конкурстар, семинарҙар һәм фестивалдәр ойоштора .

Союз 1912 йылдан алып үҙенең тарихы булған ҡурайсылар йыйыны (съезы)[2] ойоштора.

Союз Башкортостан Республикаһының төрлө ҡалаларында ҡурайсылар фестивалдәре һәм конкурстары үткәрә:

Ҡурайсылар союзы «Традицион музыка сәнғәте һәм перспективалары» республика фәнни-практик конференцияһын ойошторҙо[8]. Ишембай районында юрматы ырыуының изге шиханы Торатауҙы яҡлап концерт булды, уны ойоштороусы булып Республиканың Ҡурайсылар союзы сығыш яһаны[9].

Байрам сараһында «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» конкурсы еңеүсеһе тип ҡурайҙы иғлан иткәс, милли музыка ҡоралын яҡлап Конгресс-хол сәхнәһенә төрлө йәштәге бик күп ҡурайсылар сыға[10]. Акция символын Башҡортостан Ҡурайсылар союзы рәйесе Азат Айытҡоловҡа тапшырғанда, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Камила Дәүләтова, Башҡортостан халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы символы булған ҡурай бөгөн республикабыҙ өсөн үҙенең әһәмиәтен тағы бер тапҡыр раҫланы тип билдәләне.

  1. Юлбарисов Булат. Воссоздан Союз кураистов Башкортостана. ИА Башинформ (14 апрель 2007). Дата обращения: 19 ғинуар 2016.
  2. В Куюргазинском районе состоялся II Йыйын кураистов
  3. Конкурс имени Ишмуллы Дильмухаметова 2013 йыл 21 октябрь архивланған.
  4. ПОЛОЖЕНИЕ о III Открытом городском конкурсе кураистов имени Адигама Искужина
  5. Уфимские кураисты посоревнуются в мастерстве | новости башинформ.
  6. В Башкортостане начался конкурс кураистов на приз имени Юмабая Исянбаева | новости башинформ.
  7. Обладателем Гран-при конкурса кураистов на приз имени Юмабая Исянбаева стал Нургали Каекбердин из Сибая | новости башинформ.
  8. В Уфе проходят мероприятия, посвященные 100-летию со дня рождения Гаты Сулейманова | новости башинформ.
  9. В Ишимбайском районе прошёл концерт в защиту горы Торатау(недоступная ссылка)
  10. Стали известны «Семь чудес Башкортостана» | новости башинформ.