Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы
Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 5 март 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны | 2-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы (5 март 1963 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре кандидаты, доцент. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолова 1963 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған.
Атаһы Ишйәров Муса Хәйретдин улы — профессияһы буйынса ветеринар врач. Был вазифала 33 йыл эшләгәндән һуң, келәт мөдире була. Әсәһе Венера Хизбулла ҡыҙы Темәс педагогия училищеһында уҡыған. Әммә һуғыштан һуңғы ауыр йылдар йөгө уҡыуын тамамларға ҡамасаулаған. Шулай ҙа мәктәп яны интернатында тәрбиәсе булып эшләй, үҙенең балаларын тәрбиәләүгә бағышлай.
Минең әсәйемдең әсәһе Әсмә Баймырҙина илле йыл буйы уҡытыусы булып эшләгән. Ул — Батыр Вәлит, Абдулхаҡ Игебаев кеүек күренекле шағирҙарҙың, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңнеғоловтың тәүге уҡытыусыһы. Бөгөн Баймаҡ районындағы Күсей ауылының урамдарының береһҙе уның исемен йөрөтә. Өләсәйемдең әсәһе ҡарт Ғәйниямал өләсәй революцияға саҡлы алтын табыу сәнәғәт предприятиеһы хужалары Рәмиевтарҙың балаларының рухи остазы булған. Ҡыҙы Әсмә лә кескәй Рәмиевтәр менән бергә тәрбиәләнгән. Бәлки, шуғалыр ҙа ул һәр яҡтан үҫешкән шәхес ине. Ул киң белемле булды, Ҡөрьәнде тулыһынса белә ине, аш-һыу, нағыш оҫтаһы ине. Революция еңгәндән һуң, ул уҡытыусы булып китә. Темәстә Башревком эшләй ул саҡта. Һәм Ғәйниямал ҡарт өлөсәйҙе, мәрхүмдең үтенесе буйынса ясин уҡыған өсөн ҡулға алалар. Фәҡәт Зәки Вәлидиҙең арҡаҙашы Муса Мортазиндың ярҙамы менән генә бәлә уны ситләп үтә. Ғәйниямал ҡарт өләсәйҙең дүрт балаһы араһында иң күренеклеһе — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова. Өләсәйемдең бер туған һеңлеһе Гөлнур Баймырҙина («РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы») ла ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне
Әнисә Муллағолова Сибай педагогия училищеһында уҡыған. Уның уҡытыусылары РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары Фәриҙә Ғариф ҡыҙы Бикбулатова һәм Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы уға туған телдең нескәлектәренә һөйөү тәрбиәләгән.
Сибайҙа уҡығанда Әнисә театр менән мауыҡҡан, драма түңәрәгенең ағзаһы булған. БДУ-ла уҡыған дәүерендә Башҡорт дәүләт академия драма театрының ул саҡтағы директоры Рәйес Исмәғилев етәкселегендәге театр студияһында шөғөлләнгән.
Комсомол йәмәғәт эштәренең алғы рәтендә йөрөгән ҡыҙ Башҡортостан интернациональ студент төҙөлөш отряды составында Германияға ла бара.
Артист Әхтәм Абушахманов алып барған «Телмәр мәҙәниәте» дәрестәре лә ярҙам иткәндер, ул Азат Нәҙерғолов менән бергә «Пионер осҡоно» радиотапшырыуының алып барыусыһы булып та үҙ көсөн һынап ҡарай. Әммә ул үҙендә уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ тоя.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетында танылған ғалим-педагогтар Марат Вәли улы Зәйнуллин, Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов, Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин, Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов тикшеренеүсе ҡеүәһен һалған һәләтле студентына.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика художество гимназия-интернатында уҡытыусы һөнәре буйынса тәүге аҙымдарын яһай.
БДУ аспиранты булараҡ, «Башҡорт теле методикаһы» дисциплинаһы буйынса лекциялар уҡый.
1997 йылда, тәжрибә туплаған уҡытыусы булараҡ, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм фольклоры кафедраһына даими эшкә саҡырыла.
2000 йылда «Хәҙерге заман башҡорт хикәйәһе: жанр һәм стиль үҙенсәлектәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2002 йыл — БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры Октябрь Кәли улы Вәлитов белемле белгес кәрәклеген әйткәс, Роберт Байымов кәңәше менән Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолова БДУ-ның Нефтекама филиалына эшкә барырға риза була. «Нефтекама ҡалаһы, ижтимағи-иҡтисади үҫеше буйынса, Башҡортостандың башҡа ҡалаларынан бер ҙә ҡалышмай, һәләтле ижади кешеләре менән дан тота», ти Әнисә Муса ҡыҙы.
Башта рус, башҡорт, сит телдәр филологияһын берләштергән дөйөм филология кафедраһы ғына була.
2005 йылда, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге урта һәм махсус урта белем биреү учреждениеларында башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ уҡытыусы белгестәр етмәгәнлектән, БДУ-ның Ғилми советы ҡарары менән Нефтекама филиалында айырым Башҡорт филологияһы кафедраһы булдырыла.
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәге төбәге халыҡтарының тарихын, мәҙәниәтен, көнкүрешен өйрәнеү маҡсатында фольклор һәм диалектологя экспедициялар ойошторола. Яңауыл, Тәтешле, Ҡариҙел, Балтас һәм Дүртөйлө райондарында бай материал йыйыла. Студенттар XIX быуаттың күренекле яҙыусыһы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң , халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның, шағирҙар Әнғәм Атнабаевтың, Назар Нәжмиҙең, Шәйехзада Бабичтың тыуған яғында, йорт-музейҙарында булалар.
Филиалға хәҙерге осор яҙыусылары, шағирҙары, ғалимдары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен саҡырыла. Кафедрала Нефтекама, Ағиҙел, Яңауыл ҡалалары һәм Тәтешле, Илеш һәм Яңауыл райондарының мәғариф бүлектәренә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтеү бәйләнештәре булдырған.
Бынан тыш, кафедра ойошторған йыллыҡ курстарҙа өс йыл эсендә республиканың төрлө мөйөштәренән юғары белемле 200-ҙән артыҡ белгес квалификацияһын күтәрә. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса интенсив курстар эшләй.
2006 йылдың мартында Нефтекама кафедраһының әүҙем ҡатнашлығында «Ҡала башҡорттары» конференцияһы ойошторола, ә 2007 йылда Тәтешле районы хакимиәте менән берлектә «Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш төбәгенең этномәҙәни һәм тел үҙенсәлектәре» темаһына төбәк-ара конференция уҙғарыла.
Шул уҡ йылдың аҙағында кафедраның туранан-тура ҡатнашлығында халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған «Башҡортостан халыҡтарының хәҙерге заман рухиәте контексында Зәйнәб Биишева ижады» темаһына республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла.
Артабан башҡорт филологтары «Күп теллелек шарттарында тел һәм әҙәбиәт» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Конференциялар эше кафедраның редакция-нәшриәт бүлегендә баҫтырып сығарылған йыйынтыҡтарыа лайыҡлы урын тапҡан. Бынан тыш, филиал кафедраһы кәрәкле фәнни, методик һәм белешмә әҙәбиәт менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.
Әнисә Муса ҡыҙы фәҡәт Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында ғына үҙен ысын юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уны уҡытыу методикаһы белгесе итеп асты. Бында ул башҡорт әҙәбиәте тарихын һәм теорияһын киң өйрәнеү мөмкинлеген алды. Башҡорт әҙәбиәтен боронғо замандан башлап хәҙерге осорға тиклем өйрәнеү бик күп ваҡыт һәм көс талап итә.
Шул белеменә таянып уҙғарған дәрестәре юғары фәнни- методик кимәл менән айырылып тора. Хәҙерге заман әәҙәбиәтте өйрәнеү ғилеменең ҡаҙаныштарын ентекле өйрәнгәнлектән, Муллағолова Ә. М. йыл һайын, юғары уҡыу йорто программалары һәм дәүләт стандарттары үҙгәрештәрен иҫәпкә алып, лекция материалына өҫтәмәләр индерә, яңырта.
Ул үҙенең студенттарының белеменә талапсан ҡарай. Ул фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенән ситләшмәй, студенттарҙың фәнни-ғәмәли эшмәкәрлеге, уҡытыу практикаһы менән уңышлы етәкселек итә.
Студенттар Әнисә Муса ҡыҙы етәкселегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһының һәм тарихын өйрәнеүҙең актуаль мәсьәләләренә бағышланған вуз һәм республика фәнни-ғәмәли конференцияларында әүҙем ҡатнашалар.
Бер туғандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әнисә Муса ҡыҙының ғаиләһендә тәрбиәләнгән алты баланың дүртеһе педагогтар. Һеңлеһе Фәнзилә Муса ҡыҙы Байымова Ҡырмыҫҡалы районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта, «БР мәғариф алдынғыһы». Ул Төбәк-ара башҡорт теле уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе һәм Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары премияһына лайыҡ була.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәҙерге заман башҡорт хикәйәһе: жанр һәм стиль үҙенсәлектәре» — Өфө, 2000. — 154 б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [vatandash.ru/index.php?article=1828 «Ватандаш» журналы.Ансаф Таһировтың «Призвание — учитель» мәҡәләһе]
- Кандидатлыҡ диссертацияһы: «Хәҙерге заман башҡорт хикәйәһе: жанр һәм стиль үҙенсәлектәре» 10.01.02. — Өфө, 2000. — 154 б.
- [www.dissercat.com/content/sovremennyi-bashkirskii-rasskaz-zhanrovye-i-stilevye-osobennosti Кандидатлыҡ диссертацияһы]