Абрамович Семён Шмилович
Семён Шмилович Абрамович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Арциз, Бессарабия, Румыния |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
нефтехимия |
Наградалары һәм премиялары | |
Абрамович Семён Шмилович (20 май 1929 йыл) — совет физигы һәм химигы, техник фәндәр кандидаты (1968). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семён Шмилович Абрамович 1929 йылдың 20 майында көньяҡ Бессарабияның Арциз ҡалаһында тыуған. 1952 йылда Черновцы университетын тамамлаған.
Институтты тамамлағандан һуң, Өфө ғилми-тикшеренеү институтының (УфНИИ) Өфө нефть эшкәртеү бүлегендә эшләй, 1956—1996 йылдарҙа — Өфө ғилми-тикшеренеү институты базаһында ойошторолған нефть эшкәртеү буйынса Башҡорт ғилми-тикшеренеү институтында — БашНИИНП (1958 йылдан — лаборатория мөдире, 1967—1994 йылдарҙа — бүлек мөдире) эшләй.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — нефттән майҙар алыу технологиялары.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 40 фәнни хеҙмәт һәм 39 уйлап табыу авторы .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы 2014 йыл 2 февраль архивланған.