Березовский Иван Афанасьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Березовский Иван Афанасьевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 май 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Екатеринославская губерния[d], Мариуполь
Вафат булыу көнө 18 декабрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Химия
Эш биреүсе Газпром Нефтехим Салауат
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Уҡыу йорто Украинский государственный химико-технологический университет[d]


Иван Афанасьевич Березовский (20 август 1906 йыл, Мариуполь ҡалаһы — 18 декабрь 1993 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — оло СССР химия сәнәғәтен ойоштороусы, «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры, Салауат ҡалаһының почетлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1906 йылдың 20 майында Мариуполь ҡалаһында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Мәктәптән һуң 1919 йылдан 1921 йылға тиклем Эстон уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәтен тултырғас, Киев губернаһы крәҫтиәндәренә эшкә яллана. 1927 йылда Славянск ҡалаһы фарфор заводы фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбенә уҡырға инә. Фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбендә политсекретарь булып эшләй.

1928-1932 йылдарҙа Днепропетровск химия-технология институтында «Аммиак һәм азот ашламалары етештереү технологияһы» һөнәре буйынса уҡый. Институтты тамамлағандан һуң аспирантураға уҡырға инә. Тамбов ҡалаһында инженер, 1935 йылдан алып Сталиногорск ҡалаһында химия комбинаты инженеры, башлығы (1937—1938 йылдарҙа) булып эшләй.

1939 йылдан алып — химия сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары.

1943 йылда «Газоочистка» тресы идарасыһы вазифаһына күсерәләр, 1947 йылда 484-се һанлы завод директоры итеп тәғәйенләнә (Мәскәү ҡалаһы).

19521962 йылдарҙа Салауат ҡалаһында 18-се комбинат директоры, аҙаҡ — комбинат төҙөлөшө дирекцияһы директоры. Уның етәкселеге аҫтында 1957 йылда 18-се һанлы Салауат нефть химияһы комбинатында нефть эшкәртеү заводы төҙөлә, аммиак, карбамид, полиэтилен етештереү үҙләштерелә, Яңы Ишембай нефть эшкәртеү заводы, "Нефтехимик" мәҙәниәт һарайын төҙөүҙә ҡатнаша.

1965 йылдан Мәскәүҙә эшләй. 1993 йылда вафат була. Мәскәүҙә ерләнә.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «БАССР-ҘЫҢ атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» (1965)
  • «Салауат нефть химияһы комбинатының атҡаҙанған ветераны»
  • Ленин ордены (1939)
  • Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1947, 1949, 1958, 1965)
  • Салауат ҡалаһының почетлы гражданы
  • «СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте алдынғыһы» тамғаһы (1967)

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«30-сы йылдарҙа Иван Афанасьевич химия комбинаты менән етәкселек иткәндә, уны халыҡ комиссары В. М. Каганович саҡыртып ала һәм тупһанан уҡ ҡысҡырып ебәрә: «Һин нимә унда ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнәһең? Нисек предприятиены туҡтатырға баҙнат иттең? Әгәр хәҙер үк эшләтеп ебәрмәһәң, лагерға оҙатам». Ләкин Березовский үҙ һүҙендә ныҡ тора – ремонтламайынса эшләтергә ярамай. Һәм Каганович, быға ышаныуы ла ҡыйын, сигенә….»

«Нефтехимик» журналы №2, 2005 В. А. Фершалов|Подпись='}}

  • Березовский Иван Афанасьевич ҡатыны Елизавета Григорьевна (1906 йылда тыуған) менән Мәскәүҙә 1939 йылдың 9 майынан 1940 йыл бөткәнсе Яр буйы урамында 170-се фатирҙа (хөкүмәт йорто)[2], Салауат ҡалаһында — иҫке райондағы коттеджда (Пушкин урамында) йәшәйҙәр[3].
  • Йәш белгестәр Анатолий һәм Валентина Кондратенколарҙың торлағы юҡлығы тураһында белеп ҡалғас, Березовский уларҙы балаһы менән, айырым инеү урыны эшләтеп, Салауаттағы коттеджына урынлаштыра.
  • Салауат тыуған яҡты өйрәнеү музейында стилизация — 18-се комбинат директоры И. А. Березовскийҙың эш кабинеты һәм беренсе төҙөүселәрҙең эш шарттары — бар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Журнал «Нефтехимик» № 2, 2005 г.
  • «Остаёмся с тобой, Салават» под ред. А. Т. Галиева, Уфа, Изд. «Лето», 2000 г. ISBN 5-87308-316-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]