Эстәлеккә күсергә

Сафин Ғәтфән Ғизетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафин Ғәтфән Ғизетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 май 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ишле, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Ишле, Ауырғазы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сафин Ғәтфән Ғизетдин улы (20 май 1920 йыл — 15 июнь 2012 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. БАССР-ҙың Ауырғазы районы «Үҙән» колхозының комплекслы бригадаһының элекке тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Ғәтфән Ғизетдин улы Сафин 1920 йылдың 20 майында БАССР-ҙың Ауырғазы районы Ишле ауылында тыуа.

Хеҙмәт юлын 1934 йылда Ауырғазы районының «Урал» колхозында төрлө эштәрҙә эшләп башлай. 1939—1941 йылдарҙа — "Үҙән"колхозының Ишле МТС-ы тракторсыһы. 1941—1944 йылдарҙа 53-сө уҡсылар бригадаһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1944 йылда Ғ. Сафин башта — трактор, һуңынан «Үҙән» колхозының комплекслы бригадаһын етәкләй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа иген уңышы гектарынан 10-12 центнер тәшкил итһә, 1958—1960 йылдарҙа ул 18-20 центнерға тиклем арта.

Ғәтфән Ғизетдин улы етәкләгән комплекслы бригада 1959—1965 йылдарҙа 1200 гектар майҙандан 19 мең 800 центнер, йәғни гектарынан 16,5 центнер уңыш ала. Бойҙай һәм арыш кеүек төп культуралар буйынса уңыш тағы ла юғарыраҡ була. 1965 йылда арыш уңышы гектарынан 19 центнер тәшкил итә, бойҙай — 17,8, шәкәр сөгөлдөрөнөкө — 193, кукуруз 287 центнер тәшкил итә.

Юғары етештереүсәнлекле техника ҡулланып, иген һәм мал аҙығы культуралары етештереүҙә һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге указы менән Ғ. Ғ. Сафинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1980 йылда хаҡлы ялға киткәнсе «Үҙән» колхозында газсы булып эшләй.

2012 йылдың 15 июнендә вафат була. 8 бала тәрбиәләп үҫтергән (ете ул һәм ҡыҙ).

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

http://aurgazy.narod.ru/Geo_economics.htm