Глобаль йылыныу
Глобаль йылыныу — уртаса йыллыҡ Ер атмосфераһы температураһының даими үҫә барыуы. БМО климат үҙгәреүен тикшереүсе белгестәр мәғлүмәтенсә, XVIII быуат уртаһынан Ерҙә уртаса температура 1,1 °C-ҡа күтәрелгән.[1] Йылыныуҙың шаҡтай өлөшө һуңғы 50 йылға тура килә, һәм был йылыныу кеше эшмәкәрлеге менән бәйле.
Климат үҙгәреүен тикшерүсе белгестәр билдәләгәнсә, XXII быуатта Ер температураһы 1,8 до 3,4 °С-ҡа тиклем күтәрелергә мөмкин[2].
Глобаль йылыныу күренеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда һауа шарттарының ҡырҡа боҙолоуы — Ер шарында климат үҙгәреүҙең туранан-тура эҙемтәһе, ул туранан-тура кеше эшмәкәрлегенә бәйле. 1880 йылдан һуң тәү тапҡыр 2010 йылдың ғинуар — апрелдә һауа температураһы Ер шарында иң юғарыһы ине. Ҡыш Цельсий буйынса — 1,89, яҙ 1,37С градусҡа йылыраҡ теркәлгән. 2010 йылдың нюнь — июлендә Көнсығыш Европаны бығаса күрелмәгән эҫелек солғап, урыны менән һауа 40С градусҡаса йылынды. Май айында ғәҙәти булмаған эҫелек Рәсәйҙең көнсығыш һәм үҙәк райондарына ла үтеп инде. Көньяҡ Америкала иһә был яҡтар өсөн бөтөнләй ят һалҡын һауа хөкөм һөрҙө. Көслө ел ҡар алып килде, һепертмә буран сыҡты. Июлдә Аргентинала һәм Чилиҙа ысын һалҡындар урынлашып, температура — 18—22 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Көньяҡ Африкала ла күпләп ҡар яуып, урыны менән уның ҡалынлығы 25 сантиметрға етте.
Ғәҙәттә, көҙ күҙәтелә торған муссон ямғырҙары Һиндостан, Пакистан һәм Бангладешта көслө һыу баҫыуға килтерҙе. 500-ҙән ашыу кеше һәләк булды, 10 миллионы тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булды. Бик күп сәсеүлек зыян күрҙе, мал-тыуар, башҡа мөлкәтте һыу йыуып алып китте. Көньяҡ Ҡытайҙа һыу баҫыуҙан 120 кеше ҡорбан булды, 13 миллионы төрлө ҡаза күрҙе. Хатта Ғәрәп диңгеҙендә бер ҡасан да булмаған тропик циклон күҙәтелде. Англия менән Уэльста көслө ямғырҙар яуҙы, Кипрҙа эҫелек 45 градусҡа етеп, үҙенсәлекле рекорд ҡуйылды. Кувейтта дүрт көн рәттән 50 градустан юғары эҫелек күҙәтелде.
Франция ла быйыл тәбиғәт аномалияһын йышыраҡ күҙәтте.
Глобаль йылыныу сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшереүселәр атмосфераның йылыныуына заводтар һәм автомобилдәр сығарған углекислый газ ғәйепле икәнен күптән әйтә килә. Һауа шарттары ҡырҡа боҙолоуҙа кеше ғәйебе ни дәрәжәлә? «Известия-наука» ҡушымтаһы ошо һорау өҫтөндә уйланып, интернетта ҙур мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Глобаль йылыныу арҡаһында БМО белгестәре яҡын киләсәктә төрлө һәләкәттәр фараз итә, тип яҙа гәзит. Кешенең техноген эшмәкәрлеге, атмосфераға углекислый газ күпләп бүленеү — төп хәүеф сығанағы. Һуңғы 40 йылда Мәскәүҙә уртаса температура 5 градусҡа күтәрелде. Хатта ғинуарҙа ла ул ни бары — 9,3 градус тәшкил иткән. Тимәк, ҡышҡы һалҡындарҙан һуң эҫе йәй киләсәк[3]..
Парник эффекты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы бер теориялар буйынса, был күренеш Ерҙең йылы бүлеп сығарыу һәләтен тотҡарлай һәм парник эффекты тыуҙыра. Сәнәғәттең 200 йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә углекислый газдың атмосфералағы күләме өстән бер өлөшкә артып, һуңғы быуатта уртаса температура 0,6 градусҡа күтәрелгән. 90-сы йылдар уҙған быуаттың иң эҫе дәүере һанала. Һуңғы 100 йылда Төньяҡ ярымшарҙа температура уға тиклемге мең йылдан да күберәк артҡан. Әгәр ҙә сәнәғәт етештереүе күләме әлеге кимәлдә һаҡланһа, XXI быуат аҙағына климаттың 2 — 6 градусҡа йылыныуы көтөлә. Донъя океаны иһә бер метрға күтәреләсәк.
Парник эффекты, йәғни Ер шарында климаттың йылына башлауына беренсе тапҡыр 1824 йылда француз физигы Жозеф Фурье иғтибар итә. Ләкин кешелеккә уның асылын аңлау өсөн быуат ярымдан ашыу ваҡыт кәрәк була. Синоптиктар атмосфераның йылыныуына заводтар һәм автомобилдәр сығарған углекислый газ булышлыҡ иткәнен күптән әйтә килә. Мәҫәлән, 1 литр бензин янғанда 2,5 килограмм кислород юҡҡа сыға. Глобаль йылыныу менән иң ныҡ ҡыҙыҡһынғандарҙың Бөйөк Британиянан булыуы ғәжәп түгел, сөнки донъя океаны күтәрелә ҡалһа, был утрау һыу аҫтында ҡаласаҡ. 2006 йылда Бөтә донъя банкының баш экономисы, хәҙер Лондондың иҡтисад мәктәбе профессоры Николас Стерн әҙерләгән доклад буйынса бер ниндәй ҙә сара күрмәгәндә, XXI быуатта ахрызаман етеүе ихтимал. «Температура 100—200 йылда 5 градусҡа артһа, — ти Стерн, — донъя океаны күтәрелеп, 1 миллиард кеше эсәр һыуһыҙ ҡаласаҡ, йоғошло ауырыуҙар миллиондарса кешене юҡ итәсәк». Миграцияның ниндәй дәрәжәгә етәсәген күҙаллау ҙа мөмкин түгел.
Буласаҡ эҙемтәләре тураһында фараздар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Глобаль йылыныуҙың бөтә донъяға йоғонтоһо сүллектәр киңәйеү, дауыл һәм һыу баҫыуҙар йышыраҡ күҙәтелеү, малярия һәм биҙгәк ауырыуҙары көсәйеүҙә сағылыш табасаҡ. Африка менән Азияның күпселек өлөшөндә ерҙән уңыш алыу кәмеп, көньяҡ-көнсығыш Азияла артыуы ихтимал. Европа һыу баҫыуҙан интегәсәк, Венеция менән Голландия иһә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Австралия менән Яңы Зеландия — ҡоролоҡтан, ә АҠШ-тың көнсығыш яры емергес дауылдарҙан яфа сигеүе ихтимал. Төньяҡ ярымшарҙа боҙ ике аҙнаға элегерәк әрселәсәк. Арктиканың боҙ ҡатламы 15 процентҡа йоҡарыуы, Антарктидала боҙлоҡтоң 7—9 процентҡа эскәрәк шылыуы ихтимал. Көньяҡ Америка, Тибет һәм Африка тауҙарында боҙ ҡатламы иреп бөтәсәк. Европала үҫемлекселек менән шөғөлләнеү осоро ике аҙнаға оҙоная. Глобаль йылыныу арҡаһында XXI быуат аҙағына Гренландияла боҙлоҡтар иреп бөтөүе фаразлана. Был турала АҠШ-тың НАСА-һы (милли аэрокосмик тикшеренеүҙәр агентлығы) хәбәр итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.ipcc.ch/ar6-syr/
- ↑ Climate Change 2007: Synthesis Report, Fig. 3.2 Atmosphere-Ocean General Circulation Model projections of surface warming 2013 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Изменения климата, 2001.Последствия, адаптация и уязвимость. Техническое резюме МГЭИК для лиц определяющих политику. III доклад, 2001 2012 йыл 1 сентябрь архивланған.
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәхмүт ХУЖИН. Глобаль йылыныуҙан һуң беҙҙе ни көтә? Йәшлек гәзите
- Климат ниңә көйһөҙләнә? Ағиҙел. 2011 й. № 7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара килешеүләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рамочная конвенция ООН об изменении климата — официальный сайт (на английском, испанском и французском языках)
- Рамочная конвенция ООН об изменении климата // Сайт ООН (рус)
- Киотский протокол к Рамочной конвенции ООН об изменении климата // Сайт ООН (рус)
Башҡа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Погода: Глобальное потепление, программа «Специальный корреспондент» Александра Хабарова // канал Россия 2007 йыл 26 октябрь архивланған.
- Эксперимент по распределённому моделированию климата в XXI веке 2009 йыл 20 ғинуар архивланған.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |