Дэвид Копперфильд (иллюзионист)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дэвид Копперфильд
ингл. David Copperfield
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. David Seth Kotkin
Тыуған көнө 16 сентябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3][…] (65 йәш)
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Джерси, Мидлсекс[d], Метачен[d]
Сожитель Клаудия Шиффер[d]
Һөнәр төрө иллюзионист, яҙыусы, кино актёры, гипнотизёр, каскадёр
Эшмәкәрлек төрө Уличная магия[d]
Эш биреүсе Нью-Йоркский университет[d]
Уҡыу йорто Фордем университеты[d]
Metuchen High School[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт davidcopperfield.com​ (инг.)
Фолловерҙар һаны 1 029 352
Commons-logo.svg Дэвид Копперфильд Викимилектә

Дэвид Копперфильд (ингл. David Copperfield, Диккенс әҫәрендәге герой исеме буйынса псевдонимы; ысын исеме Дэвид Сет Коткин, David Kotkin Seth) — Америка иллюзионисы һәм гипнотизеры, күп тамашасыны үҙенә ылыҡтырған үҙенсәлекле комментарийлы фокустары менән танылған. Шулай уҡ «Давино» ҡушаматы аҫтында ла билдәле.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дэвид Коткин Американың Нью-Джерси штатының Метачен ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә 1956 йылдың 16 сентябрендә тыуа. Әсәһе Ребекка (Иерусалимда тыуған) — страховка агенты; атаһы Хайман Коткин — кейем магазины хужаһы. Дэвидтың атаһы яғынан олатаһы менән өләсәһе — СССР-ҙың Украина ССР-ындағы (хәҙерге Украинаның) Одесса ҡалаһынан күсенеп килгән йәһүд эммигрантары[4].

Дэвид бәләкәйҙән уникаль хәтергә эйә була, ул Тораны ишетеү менән хәтерендә ҡалдыра. Олатаһы кәрт фокусын күрһәткәндә уға ни бары 4 кенә йәш була, әммә шунда уҡ был фокусты олатаһына ҡабатлап күрһәтә. Ата-әсәһе уның трюктар менән ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереп тора: 7 йәшендә инде ул урындағы синагогаға йөрөүселәр алдында үҙаллы ижад иткән фокустары менән сығыш яһай башлай.

Дэвид 12 йәшендә профессиональ иллюзионист булып китә. Шул ваҡытта Америка магтары берләшмәһенә инә һәм уның иң йәш ағзаһы була. 16 йәшендә Нью-Йорк университетында студенттарҙы магия тылсымына өйрәтә. 1974 йылда параллель рәүештә Фордхем университетында уҡый һәм Чикагола бик оҙаҡ ваҡыт сәхнәнән төшмәгән «Тылсымсы» мюзиклында төп ролдәрҙе уйнай. Тап ошо ваҡытта ул Диккенстың шул исемдәге әҫәрендәге герой исеме буйынса Дэвид Копперфильд псевдонимын ала — быға тиклем ул Давино псевдонимы аҫтында сығыш яһаған була. Тиҙҙән Дэвид университетын ташлай һәм Нью-Йоркта фатирға инә, иллюзионист булып эшкә урынлашырға теләй.

Копперфильдтың 1977 йылда АВС махсус программаһындағы сығышы .

1978 йылда, уға 22 йәш тулғас, уны телевидениеға саҡыралар. Бында ул Эй-би-си каналында «Magic of The ABC» программаһын алып бара.

1979 йылда «Поезд террора» фильмында икенсе пландағы ролде башҡара. Шулай итеп киң билдәлелек яулағандан һуң CBS каналында «Дэвид Копперфильд магияһы» шоуы менән сығыш яһай башлай (1990-сы йылдарҙа был тапшырыу Рәсәй телевидениеһында ла күрһәтелә). Ошо осорҙа ул киң масштаблы иллюзия булдырыу тураһындағы идея менән яна башлай, иң тәүҙә ул меңләгән кешенең күҙ алдында самолеттың юҡҡа сығыуына өлгәшә. Артабан Азатлыҡ статуяһының юғалыуын таҫмаға яҙҙырып алып тамашысыларға тәҡдим итә.

Артабан Оло Каньон аша осоп сығыу, Бөйөк Ҡытай диуарын үтә сығыу, үҙенең иң ышаныслығы менән дан тотҡан Алькатрас төрмәһенән ҡасыу, Бермуд өсмөйөшөнә сәйәхәт, шартлаған бинанан ҡасып төшөү, Ниагара шарлауығынан ҡолау, вагон Көнсығыш экспрессы вагонын юҡҡа сығарыу, осоу, баш бирмәүселәрҙе буйһондороусы күлдәкте сисеү, 20 метрға яҡын бейеклеккә эленгән янып торған арҡандан янып ятҡан ҡаҙыҡтар өҫтөндә эленеп тороу, өрәкле йортто тикшереү һәм янып торған бағанала иҫән ҡалыу кеүек иллюзиялар видеотаҫмаға яҙған килеш күрһәтелә.

Яҙыусы-фантасттар менән берлектә автоҙаш булып, ул бер нисә китап сығара.Үҙ йортонда тылсымдар буйынса китаптарҙан китапхана булдыра. Уның үҙенең бөйөк иллюзионисттарҙыңреквизиттары музейы ла бар.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1993 йылда Копперфильд немец фотомоделе Клавдия Шифферменән никахлаша. 1999 йыл улар айырылыша[5]. Был мөхәббәт тарихы киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итеү өсөн уйлап сығарылған спектакль генә тигән фараз бар[6].

Күпмелер ваҡыт үткәс, Дэвид фотомодель Амбре Фриске менән осраша башлай.

2006 йылда француз фотомоделе Хлоя Госсель менән мөнәсәбәттә тора.[7]. Уларҙың Скай исемле ҡыҙҙары бар (2010 йылдың февралендә тыуа). Киң мәғлүмәт саралары баланың тыуыуы тураһында тик 2011 йылда ғына яҙып сыға.

Шулай уҡ раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, «The Magicians» Appеl тапшырыуында әйтелгәнсә, Копперфильдтың тағы ике балаһы бар: улы Дилан Джейкоб Коткин һәм ҡыҙы Одри Анна Коткин[8]. Был хәбәргә иллюзионист үҙе бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй.

Дәғүәләшеүҙә ғәйепләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007 йылдың 19 октябрендә ФБР Копперфильдтың Лас-Вегастағы келәт биналарының береһендә тентеү үткәрә. Йәнәһе тентеү ваҡытында ике миллион доллар ҡулаҡса, шулай уҡ ҡаты диск һәм видеокүҙәтеү камералар системаһынан хәтер карталары тартып алына. Әммә һуңыраҡ ФБР вәкилдәре белдереүенсә, тентеү ваҡытында бер ниндәй аҡса ла тартып алынмаған, киң мәғлүмәт сараларында таралған хәбәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, бындай мәғлүмәт тикшереүгә ҡамасаулар, шулай уҡ бер ниндәй ғәйепләү ҙә тағылмаған Копперфильдтың репутацияһына зыян килтерер ине.

Үткәрелгән тентеү эше буйынса рәсми белдереүҙәр булмай. Әммә рәсми булмаған сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Сиэтлда йәшәгән 22 йәшлек модель, элекке «мисс Вашингтон», Багам утрауҙарында ял ваҡытында фокусник яғынан дәғүәләшеү булыуы тураһында ялыу бирә. Копперфильдтың адвокаттары барыһын да кире ҡаға.

Прокуратураның енәйәт эшен асыуы тураһындағы ҡарарын көтмәйенсә, манекенщица үҙенең дәғүәләре менән судҡа мөрәжәғәт итә. Копперфильдтан талап ителгән компенсация суммаһы аталмай, әммә фокусниктың адвокаттары манекенщицаның талабын, «асыҡ һәм ябай көслөк менән аҡса алырға тырышыуға» (вымогательство) тап килә, тип белдерә[9]. 2010 йылда шул уҡ ханым икенсе бер бизнесменға шундай уҡ дәғүә бердерә, ләкин полиция уның был аҙымын ялған тип таный[10].

Копперфильд фокустары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дэвид Копперфильдтың осоуы
  • Үлем бысҡыһы

Копперфильдтың командаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Копперфильд үҙе, шулай уҡ Дон Вэйн, Аллан Аллан, Крисс Кеннер, Девид Блейн һәм Гомер Ливаг етәкселегендә танылған иллюзионистар фокустарҙы эшләү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ бейеү буйынса белгес (Джоан Спина) һәм яҡтыртыу буйынса белгес (Дикинсон Боб) һәм башҡа бик күптәрбелгестәр был эштә ҡатнаша. Ҡайһы берәүҙәр, Сет Коткин да Копперфильдҡа эшләй бит, тип әйтер, сөнки әленән-әле шоуҙар титрҙарында уның исеме яҙыла, ләкин был Дэвид Копперфильдтың үҙенең ысын исеме һәм фамилияһы.

Пародия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Геннадий Ветров и Карина Зверева.[11]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  2. SNAC — 2010.
  3. 3,0 3,1 Internet Broadway Database — 2000.
  4. История успеха Дэвида Копперфильда: как дедушка из Одессы привил внуку любовь к иллюзии  (рус.), ForumDaily (26 август 2018). 9 сентябрь 2018 тикшерелгән.
  5. Из жизни: Дэвид Копперфильд стал отцом // Lenta.ru
  6. Аргументы и факты — Дэвид Копперфилд и Клаудиа Шиффер: роман, которого не было — «АиФ Суперзвёзды», № 10 (40) от 24.05.2004
  7. «Why David Copperfield Is Afraid of Marriage». Oprah.com. July 17, 2012
  8. ‎The Magicians' Podcast: Ep 100 - David Copperfield on Apple Podcasts.
  9. Дэвид Копперфильд (David Copperfield) — Биографии, мемуары, истории. Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 апрель 2014. 3 апрель 2013 тикшерелгән. 2014 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған.
  10. David Copperfield Rape Investigation Closed. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 ғинуар 2010. 27 ғинуар 2010 тикшерелгән. 2010 йылдың 20 ғинуар көнөндә архивланған.
  11. Геннадий Ветров — Дэвид Копперфильд — YouTube

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]