Горчилин Александр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Горчилин Александр Михайлович
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө кантоны, Чесноковка
Вафат булған көнө 6 май 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (44 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
Хәрби звание Рядовой
Ғәскәр төрө пехота[d]

Горчилин Александр Михайлович (16 сентябрь 1925 йыл — 6 май 1970 йыл) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы ҡыҙылармеецы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Горчилин Александр 1925 йылдың 16 сентябрендә Чесноковка (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Өфө районында) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта белем алған, колхозда эшләгән. 1943 йылдың ғинуарында Горчилин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылдың май айынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. Ҡыҙылармеец Горчилин Александр 1943 йылдың сентябренә Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһының 9-сы механизацияланған корпусы 69-сы механизацияланған бригадаһының гвардия мотоуҡсылар батальоны 1-се бүлек командиры урынбаҫары була. Днепр өсөн һуғыштар ваҡытында батырлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 21-нән 22 сентябренә ҡарай төндә, Горчилин беренселәрҙән булып Украина ССР-ы Черкасск өлкәһе Канев районының Луковица һәм Григорьевка ауылдары районында Днепр аша сыға һәм дошман менән алышҡа инә. Плацдарм өсөн һуғышта дошмандың 45 һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 214,9 бейеклеге өсөн алышта ул беренсе булып дошман траншеяларына бәреп инә һәм ҡул алышында дошмандың 4 һалдатын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, 1943 йылдың 17 ноябрендә, «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн», ҡыҙылармеец Горчилин Александр Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була, Ленин ордены һәм 3666 номерлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].

Горчилин һуғыш тамамланғандан һуң демобилизациялана. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1970 йылдың 6 майында вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Горчилин Александр Михайлович. «Герои страны» сайты.
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 69/11, л. 1, 498, 499)
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1108, л. 1, 31, 32)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.