Ильясова Лидия Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ильясова Лидия Михайловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 24 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Харьков
Вафат булған көнө 1 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Украина, Харьков
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист
Тренер Цирик, Зиновий Исаакович[d]
Спорт төрө урыҫ шашкаһы[d]

Ильясова Лидия Михайловна (укр. Лідія Михайлівна Ілья́сова, 24 ноябрь 1935(19351124), Харьков, Украина ССР-ы, СССР1 сентябрь 2017, Харьков, Украина) — совет шашкасыһы, Рәсәй журналисы. Рус шашкаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1970). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996). Шашка буйынса СССР Кубогын яулаусы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ильясова Лидия Михайловна 1935 йылдың 24 ноябрендә Украинаның Харьков ҡалаһында тыуған. 1958 йылда Харьков политехник институтын тамамлай.

Зиновий Исаакович Цириктың уҡусыһы. «Зенит» балалар спорт ойошмаһы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө). СССР (1971) һәм РСФСР (1989) Кубогын яулаусы, 1959, 1961, 1971, 1972 йылдарҙа РСФСР чемпионы, 1974—76 йылдарҙа РСФСР чемпионатының көмөш призеры һәм 1963, 1979 йылдарҙа бронза призеры, РСФСР чемпионатының шәхси зачетында призер була. 1972 йылда СССР Кубогының Көмөш призеры һәм 1974 йылда СССР Кубогының команда зачетында бронза призеры. Башҡортостан чемпионаттарының 1970, 1978, 1986 йылдарҙа чемпионы, көмөш призеры (1972).

1993—97 йылдарҙа Башҡортостанда беренсе украин «Криниця» гәзите мөхәррире.

Журналист булараҡ «Волга-Урал» (1991-93), «Воскресная газета» (Өфө) (1994-2005), «Уфимская неделя» (2006-2010), «Единая Россия. Башкортостан»,«Охрана труда и промышленная безопасность», «Уфимские ведомости»»[1][2][3][4] гәзиттәре һәм «Шашечный Израиль» журналы һ. б. менән хеҙмәттәшлек итә.

Людмила Гурченко, Клавдия Шульженко тураһында хәтирәләр авторы.

Людмила Гурченко менән Харьков ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙарҙың 6-сы ҡала мәктәбендә бергә уҡый:

«Ул минән 12 көнгә өлкәнерәк. Мин «А» класында, ә Гурченко — «Б» класында уҡыны. Тағы беҙҙең мәктәптә Наталья Фатеева ла уҡыны, тик бына уны Люсянан айырмалы рәүештә башҡалар яратманы, — бик ҡылансыҡ ине. Уның ҡарауы Гурченко — үҙе ябайлыҡ! Буласаҡ арҙаҡлы бик үк яҡшы уҡыманы — дүртле менән өс араһында булды, әммә бик күңелсәк һәм аралашыусан булды — артистлыҡҡа ауышлыҡ менән. Әгәр беҙҙә башлыса спортсылар булһа, «Б» класнан Украинаның атҡаҙанған артистары сыҡты»[5]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 16 октябрь 2014 тикшерелгән.
  2. «[[Уфимские Ведомости]]» :: Еженедельная рекламно-информационная газета. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 16 октябрь 2014 тикшерелгән.
  3. «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 16 октябрь 2014 тикшерелгән.
  4. «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета Архивная копия на Wayback Machine
  5. Девять дней после смерти великой актрисы: Как уфимка спасла Гурченко от отчисления из школы — KP.UA. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 октябрь 2014. 16 октябрь 2014 тикшерелгән.
  6. В Уфе прошёл гроссмейстерский турнир по международным шашкам «Мемориал Ильясовой»
  7. В Уфе во второй раз прошёл «Мемориал Ильясовой»