Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы
Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов | ||||
Тыуған көнө | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы | |||
Вафат көнө | ||||
Вафат урыны |
Мәскәү | |||
Ил |
Рәсәй империяһы, СССР, Рәсәй Федерацияһы | |||
Ғилми даирәһе |
Полимерҙар химияһы | |||
Альма-матер |
Ҡазан химия-технология институты | |||
Ғилми исеме |
СССР Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы | |||
Награда һәм премиялары |
| |||
Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы (19 апрель 1912 йыл — 19 ғинуар 1992 йыл) — СССР-ҙың ғалим-химигы, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1962), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970).
900-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән вуздар өсөн полимерҙар химияһы һәм физик химияһы буйынса илдә беренсе дәреслектәр авторы. СССР Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләр буйынса ғилми советтары ағзаһы (1971 йылдан). СССР Министрҙар Советы (1983) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының С. В. Лебедев исемендәге (1992, вафатынан һуң) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов 1912 йылдың 19 апрелендә]] Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Мәҫкәү улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) Ҡайыш ауылында тыуған.
1937 йылда Ҡазан химия-технология институтын тамамлай. Унан һуң Ҡазанда синтетик каучук заводында эшләй. 1938—1948 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының органик химия институттарында эшләй. 1948—1954 йылдарҙа — Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының химия фәндәре институтында. 1954—1967 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Элемент-органик берләшмәләр институтында.
1968—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты директоры. 1967—1984 — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе.
1984 йылдан алып вафатына тиклем СССР Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәндәре һәм техника тарихы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.
Төп ғилми эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов Ҡаҙағстанда юғары молекуляр берләшмәләр химияһына нигеҙ һала.
Уның тарафынан СССР-ҙа тәүләп сүс кеүек полиамидтар синтезлана, окисландырыу һәм алкилбензолдарҙың окисландырыусы аммонолизы менән ароматик карбонлы кислоталарҙы һәм уларҙың сығарылмаларын синтезлау ысулы эшләнә.
Мономерҙарҙы газ фазаһынан ҡаты өҫлөктәргә радиациялы полимерлаштырыу аша ялғанған сополимерҙар алыу ысулы тәҡдим ителә.
Сәғит Рафиҡов көсһөҙ ингибициялау теорияһы һәм практикаһының төп положениеларын формалаштыра һәм полимерлашыу процестарын көйләү принциптарын аса.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Введение к изучению высокомолекулярных соединений. Москва, Ленинград, 1946.
- Синтетические смолы и пластмассы. Алма-Ата, 1950.
- Методы определения молекулярных весов и полидисперсности полимеров. Москва, 1963.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волков В. А. и др. Выдающиеся химики мира. М., 1991
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2022)
- 19 апрелдә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 19 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Дүртөйлө районында тыуғандар
- Рәсәй химиктары
- СССР ФА мөхбир ағзалары