Аҫҡар
Ауыл | |
Аҫҡар Аҫҡар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Аҫҡар (рус. Аскарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[1]. Почта индексы — 453587, ОКАТО коды — 80219804001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 49 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 161 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҫкар ауылына Түңгәүер улусы аҫабалары нигеҙ һала. 1815 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенән 20 ғаилә Верхнеурал өйәҙенә күсерелә һәм Кесе Нөгөш буйында яңы ауыл — 2-се Аҫҡар барлыҡҡа килә.
Аҫҡарҙың улдары билдәле: өлкәне Арыҫланғол 1743—1828 йылдарҙа йәшәгән. Уның улдары — Ишбай (уның улы Яҡшығол), Аралбай, Теүәлбай. Аҫҡарҙың икенсе улы — Таңғатар Асҡаров, 1761 йылғы, старшина ярҙамсыһы була. Уның улдары — Дәүләткилде, Күсей, Ырыҫбай, Игебай.
Был ауылда Аҫҡар Күлсеков та йәшәгән. Тик ул тәүге килеп ултырыусы була алмай, сөнки йәше буйынса Арыҫланғол һәм Таңғатар Аҫҡаровтарҙан кесе булып сыға[2]
Бөрйән районының Аҫҡар ауылы менән Әбйәлил районының Асҡар ауылдарының, алыҫ булһа ла, ҡан-ҡәрҙәшлектәре бар. Ике ауылда ла «түмәй» һәм «аптыраҡ» араларының булыуы быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай.
Икеһенең дә тамғаһы — ай, ағасы — ерек, ҡошо — һайыҫҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[3] | 2009[3] | 2010[4] |
523 | ↗530 | ↘487 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 487 | 226 | 261 | 46,4 | 53,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Шәжәрәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы (15 август 1961 йыл) — журналист, уҡытыусы, шағирә, БР Яҙыусылар союзы һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)
- Әхмәҙуллина Сания Мөхәмәҙиә ҡыҙы (12 март 1932 йыл — 4 декабрь 2003) — һауынсы. 1979 йылдан алып беренсе класлы «Малсылыҡ оҫтаһы», Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1973), Ленин (1966) һәм Октябрь Революцияһы (1971) ордендары кавалеры, хеҙмәт ветераны.
- Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы (30 октябрь 1939 йыл — 21 март 1997 йыл) — журналист, шағир. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты (1994)
- Фәтҡуллина Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы (1 ғинуар 1953 йыл) — Балалар яҙыусыһы. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы ағзаһы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре.
- Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы (26 март 1962 йыл) — башҡорт журналисы, политолог, яҙыусы. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Юлмөхәмәтов Абдулла Мөхәмәтйән улы (?) — журналист, партия органдары хеҙмәткәре. 1965—1980 йылдарҙа Бөрйән районы «Таң» гәзите мөхәррире, 1980—1991 йылдарҙа КПСС-тың Бөрйән район комитеты инструкторы, кабинет мөдире.
- Юлмөхәмәтов Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы (15 декабрь 1909 йыл — 26 март 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Еңеү юлында» гәзите мөхәррире, Бөрйән район Советы башҡарма комитеты секретары. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҫҡар ауылында 1910—1912 йылдарҙа Ишбирҙе исемле 80 йәшлек ҡурайсы ҡарт йәшәгән. Уның елкәһендә баш ҙурлыҡ ороһо булып, уны айырым шәл менән урап йөрөткән. Әүжәндән килгән урыҫтар уны өндәп больницаға ебәрәләр. Үрге Әүжән больницаһында ороһон ҡырҡалар. Оро биш ҡаҙаҡ (2 кг) тарта. Дауаханала ятҡан ваҡытында Ишбирҙе ҡарттың ҡурай уйнауын табиптар ҙа һоҡланып тыңлай һәм Мәскәүҙән ҡыҫҡа ғына ағас ҡурай алдырып бүләк итә.
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Аллабирҙе ҡалҡыулығы — данлыҡлы ҡурайсы Аллабирҙенең ошо ҡалҡыулыҡта өйө, хужалығы булған, кистәрен өйөндә ҡурай уйнаған, ә ҡурай моңо асыҡ тәҙрәнән бөтә ауылға ишетелеп торған. Аллабирҙе ҡурайсы оҙаҡ йәшәгән. Ҡарттар һөйләүенсә, уның үлеме тураһында риүәйәт түбәндәгесә: Шулай көндәгесә өйө эргәһендә ҡурай уйнап ултырғанда, өй янындағы ҡайынға кәкүк килеп ултырған. Аллабирҙе уны ҡурҡытыр өсөн, нимәлер алып һелтәгән. Ә һелтәгән әйбере ҡошҡа тейеп, үлтергән. Аллабирҙе: «Ай харап иттем, былай булғас, мин дә оҙаҡ йәшәмәм инде», — тигән һәм ошо уҡ йылдың көҙөндә ауырып вафат булған.
Ауыл ҡаршыһындағы икенсе ҡалҡыулыҡты Кинйәш тауы тип атайҙар. Был тау башында Кинйәш әбейҙең аласығы булған, ул шунда ғүмер иткән.
Шулай уҡ ауылдың тирә-яғында Әмир суҡыһы, Кәзә һуйған, Мулла осҡан тауы, Исмәғил ҡойоһо, Бажай тигән ер-һыу атамалары бар. … д а у а м ы
Аҫҡар ауылы тарихынан Аҫҡар Бәләкәй Нөгөш буйында ҡырын туғайлыҡта урынлашҡан. Ҡасандыр бер ваҡыт хәҙерге ауыл ултырған урында мал көтөү өсөн Аҫҡар ҡарт килеп ултырған (уның ҡайҙан килеүе билдәһеҙ).
Аҫҡар ҡарттың ике улы – Туңғатар, Аҫтанғол булған. Туңғатарҙан 4 малай тыуған: Дәүләткилде, Күскилде, Ырыҫбай, Ишбай. Аҫтанғолдың өс улы: Теребай, Ураҙбай, Ишбай булған. Улар ошо уҡ урында өй һалып донъя көтә башлағандар, һәм уларҙан Аҫҡар ауылы йәйелеп киткән.
Ауылдың иң ҙур ваҡыты 1910 – 1913 йылдарҙа булып, 60 өй хужаһына еткән. Ауылда Әптелғәле Шахморатов тигән байҙар йәшәгән. Уларҙың 40–50-ләп йылҡылары , 15–20-ләп һыйыр малдары һәм 100–150 баш кәзә-һарыҡтары булған. Байҙар бесән эшләтеү өсөн 5–6 малай тотҡан. Ауыл халҡы ҡыш көнө ағас ҡырҡҡан, йәйен дегет эшләгәндәр һәм кустарсылыҡ эштәре менән шөғөлләнгән.
Ауыл ҡаршыһындағы бәләкәй ҡалҡыулыҡты Аллабирҙе тип йөрөтәләр. Аллабирҙе данлыҡлы ҡурайсы булған. Ошо ҡалҡыулыҡта уның өйө, хужалығы булған, кистәрен өйөндә ҡурай уйнаған, ә ҡурай моңо асыҡ тәҙрәнән бөтә ауылға ишетелеп торған. Аллабирҙе ҡурайсы оҙаҡ йәшәгән. Ҡарттар һөйләүе буйынса уның үлеүе түбәндәгесә: Шулай көндәгесә өйө эргәһендә ҡурай уйнап ултырғанда, өй янындағы ҡайынға кәкүк килеп ултырған.Аллабирҙе уны ҡурҡытыр өсөн, нимәлер алып һелтәгән. Ә һелтәгән әйбере ҡошҡа тейеп, үлтергән. Аллабирҙе: “Ай харап иттем, былай булғас, мин дә оҙаҡ йәшәмәм инде”,- тигән һәм ошо уҡ йылдың көҙөндә ауырып вафат булған.
Ауыл ҡаршыһындағы икенсе ҡалҡыулыҡты «Кинйәш тауы» тип атайҙар. Был тау башында Кинйәш әбейҙең аласығы булған, ул шунда ғүмер иткән.
Ауылда Ишбирҙе исемле 80 йәшлек ҡурайсы ҡарт йәшәгән (1910-1912 йылдар). Ҡарт һәр кемдең һорауын ҡәнәғәтләндереп ҡурай уйнаған. Уның елкәһендә баш ҙурлыҡ ороһо булып, уны айырым шәл менән урап йөрөткән. Әүжәндән килгән урыҫтар уны больницаға өндәп ебәрәләр. Үрге Әүжән больницаһында уның ороһон ҡырҡалар. Оро биш ҡаҙаҡ (2 кг) тартҡан. Дауаханала ятҡан ваҡытында Ишбирҙе ҡарттың ҡурай уйнауын врачтар ҙа һоҡланып тыңлағандар. Уға Мәскәүҙән ҡыҫҡа ғына ағас ҡурай алдырып бүләк иткәндәр.
Ауылдың бәләкәйләнеүенә һәм халыҡ кәмеүенә 1918–1919 йылдағы көслө тиф ауырыуы, һуғыш һәм 1921 йылғы йотлоҡ сәбәп булған.
1918 йылғы тиф ауырыуы ваҡытында кешеләр күпләп үлгәндәр, хатта 7–8 ғаиләнән бер нисә генә кеше лә ҡалмаған. Һуғыш та бик көслө булғас, бер төрлө лә медицина ярҙамы булмаған. 1921 йылғы йотлоҡта бер-береһен ашаған кешеләр ҙә осраған. Аҫҡарҙа бындай хәл булмаған. Ҡайһы бер һуғыштар ауыл тирәһендә булған. Әле аҡтар, әле ҡыҙылдар, йә икенсе отрядтар килеп ауылды алғандар. Ауыл кешеләрен талағандар, малдарын, ҡаралдыларын тартып алып киткәндәр. Бер нисә кешене ошондай отрядтар үлтергәс, ауыл кешеләре икенсе яҡтарға ҡасҡандар. Ҡайһылары “Шәйек йортҡа” (йәйләүгә), ҡайһы берҙәре Өмөтбай яғына, яланға сығып киткәндәр.
1918-1920 йылдары ауылда уезнай мулла булып, Әрмет ауылы – Абдулла тигән мулла йәшәгән. Ул үҙе батша армияһында хеҙмәт иткән һәм унтер офицер булған. Мулла бик иҫәпсе булған. Ауылға ҡыҙылдар килгәс, “Беҙгә лә белемле кеше кәрәк”, - тип уны үҙҙәре менән алып китәләр. Һуңынан уны Әүжән яғында атып үлтерһәләр булһа кәрәк. Кире ҡайтмай.
1922 йылға тиклем Шахморат бай мал көтөү өсөн барған. Уның менән бер аҙ ауыл кешеләре лә күсеп барып ултырғандар Бөтәһе 10 өй хужаһы булған.
1922 йылдан һуң был ауыл кешеләре Аҫҡарға, Берәтәккә күсеп бөткәндәр. Хәҙерге “Ҡурғашлы” яландары ла бынан 35 йыл элек (1918–1920 йй.) 25 өй хужағынан торған булған. Бындағы кешеләрҙә һуңынан Брәтәккә, Аҫҡарға китеп бөткәндәр. Сөнки был ауыл (Ҡурғашлы) кешеләре йәйләүҙә саҡта ауылға ут төртөп китәләр – ауыл бөтөнләйгә яна, (Ауыл халҡы Ҡарағай йортта була) ауылды көҙ үртәйҙәр. 1919-1920 йылдарҙа көнсығыштан Дутов килеп сыҡҡан һәм уның аҡсалары йөрөй башлаған. Аҡсаһы насар ҡағыҙҙан, эт һүрәте төшөрөлгән булған. Хәҙерге Берәтәк ултырған урында элек Ятол (ҡулға алынғандарҙы тотоу өсөн төрмә кеүек нәмә булған.
Мәғлүмәт Мөхәмәткилде Сөләймәновтың 1953 йылғы яҙмаларынан алынды. Миләүшә Ҡасимова[6]
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Суҡыташ ҡаяһы
-
Ҡарағай тауы
-
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына иҫтәлекле таҡта
-
Аҫҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе
-
Аҫҡар ауылы фельдшер-акушер пункты
-
Бесән ҡайта
-
Ауыл мәктәбе
-
Сыуаҡай тауы
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БФ УРАЛ школа и детский сад Аскарово
- Хәйерле иртә, республика! — 11.08.21 Өҫтәлдә — Бөрйән балы(недоступная ссылка)
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- Аҫҡар ауылы тарихынан 2022 йыл 7 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫҡар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 март 2022)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Аскарово 2-е
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Улицы
- ↑ Аҫҡар ауылы тарихынан
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Аҫҡар Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Аҫҡар Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |