Теләүбаев Илгиз Сафи улы
Теләүбаев Илгиз Сафи улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 19 апрель 1964 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дәүләт хеҙмәткәре |
Уҡыу йорто |
Өфө сәнғәт училищеһы Башҡорт дәүләт университеты Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы |
Теләүбаев Илгиз Сафый улы (19 апрель 1964 йыл) — уҡытыусы, муниципаль хеҙмәткәр. 2006 йылдан Белорет район хакимиәте башлығының урынбаҫары, 2011—2022 йылдарҙа — беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илгиз Сафый улы Теләүбаев 1964 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.
1982 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай һәм ошонда уҡ уҡытыусы булып үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. 1985—1987 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була һәм, запасҡа ҡайтарылғандан һуң, уҡыуын дауам итә.
«Тарихсы. Тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы» һөнәре буйынса юғары белем алғас, 1990 йылда йүнәлтмә буйынса Белорет ҡалаһының 21-се урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эш башлай.
1992 йылдың авгусында Илгиз Теләүбаев Белорет районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетына 1-се категориялы белгес вазифаһына тәғәйенләнә.
1990 йылдың ноябренән 1999 йылдың июненә тиклем Белорет районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы була.
Артабан 2005 йылдың февраленә тиклем Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы вазифаһында эшләй.
2002—2005 йылдарҙа ситтән тороп Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында уҡый һәм, уны уңышлы тамамлап, «юрист» һөнәренә эйә була.
2005 йылдың февралендә Белорет районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 2011 йылдың 3 майынан — 2022 йылдың октябренәсә Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Белорет районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе[2].
Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бер-беребеҙҙе яҡлап, һаҡлап йәшәйек. «Йәшлек» гәзите, 2019 йыл, 17 май.
- Социально-гуманитарная сфера Белоречья на современном этапе. Журнал «Ватандаш»[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная / Администрация / Структура. Тляубаев Илгиз Сафиевич. Первый заместитель главы администрации 2019 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 май 2019)
- ↑ Башҡортостан Республикаһы райондары һәм ҡалалары ҡоролтайҙары (Тикшерелеү көнө: 5 май 2019)
- ↑ Социально-гуманитарная сфера Белоречья на современном этапе. «Ватандаш» журналы 2020 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2019 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 май 2019)
- Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Все персоны. Тляубаев Илгиз Сафиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 май 2019)
- Сайт «Viperson». Тляубаев Илгиз Сафиевич – биография (Тикшерелеү көнө: 5 май 2019)
- 19 апрелдә тыуғандар
- 1964 йылда тыуғандар
- Бөрйән районында тыуғандар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаусылар
- Тарихсылар
- Юристар
- Ҡурайсылар
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре