Эстәлеккә күсергә

Хөбөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөбөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 февраль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

фән докторы[d]

фән докторы

Хөбөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы (27 февраль 1971 йыл) — ғалим-филолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (), филология фәндәре докторы (2013).

Хөбөтдинова (Сөләймәнова) Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Нәби ауылында 1971 йылдың 27 февралендә тыуған. Ә.М.Сөләймәновтың ҡыҙы. 1993 йылда БДУ-ны тамамлай. 1996 йылдан башлап Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең (хәҙер Өфө федераль тикшеренеү үҙәге) тел һәм әҙәбиәт тарихы институтының кесе ғилми хеҙмәткәре. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәте, 7 монографияһы бар.

  • Башҡорт әҙәбиәтендә фольклор (XIII—XIX бб.) : [монография][1]
  • Ҡурайсы ҡомартҡыһы (2009 йыл)[2]
  • Башкирский фольклор в литературе XIII—XIX веков: творческое освоение его мотивов, сюжетов, образов, традиций в башкирской литературе и произведениях русских писателей XIX в.[3]
  • Фольклорные основы "Башкирской повести «Куз-Курпяч»[4]
  • Комплексная научно-исследовательская экспедиция в поликультурном пространстве (по результатам фольклорно-археографической экспедиции, организованной совместно с учеными Башкортостана и Татарстана)[5]
  • Фольклорные персонажи в произведениях башкирской литературы (на примере средневековой литературы «Кисса-и Йусуф» Кул Гали)[6]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ();
  • Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2009)[7];
  • «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе (2018)[8];
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2018);
  • Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2008)[8].